Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль , 15:15

Илһөйәрлек- иргә хас сифат

Ә "Насир"позывнойлы яугирҙың ауыл осона ҡуйған был матур йөкмәткеле яҙыуы һәр мәһәҙейгә имен тормоштоң, ғәзиз тыуған яҡтың ҡәҙер-баһаһын белгертеп, тыуған ер йөрәк түрендә булырға тейешлекте аңлатып-иҫкәртеп, тыуған ауылды яратырға өндәп торһон!

Илһөйәрлек- иргә хас сифат
Илһөйәрлек- иргә хас сифат

Һәр кем өсөн үҙенең тыуған ауылынан матур, яҡын ер юҡ донъяла.

Ауылыма ҡайтҡан һайын ундағы ыңғай күренештәргә һөйөнөп, киреләренә көйөнөп китәм.

Бына һуңғы араларҙа ҡайтҡанда ҡарашты һул яҡтағы бер банер йәлеп итә – “Мәһәҙейем- йәнтөйәгем!” Тыуған ергә, тәпәй баҫҡан , үҙеңде бәпләп-ҡурсып үҫтергән ғәзиз ергә ҡарата йөрәк хисен ошо ике ябай һүҙ менән генә лә аңлатып була! Һүҙ көсө, һүҙ ҡеүәһе бөйөк шул!

Кем ҡуйған тиһегеҙме был яҙыуҙы? МХО-ла йөрөүсе ауылдашым, урамдашым, ауылдың абруйлы, күп балалы ғаиләһендә тәрбиәләнгән ир-уҙаман ул.

“Насир” позывнойлы шәп егет. Ҡустыһы “Винни” позывнойлы егет әле шул тарафтарҙа. “Насир” ялға ҡайтҡан арала һәптеюҡ эштәр ыратып өлгөргән – ошо банерҙы эшләтеп ауылға инер ергә ҡуйған, әле Новосибирскиҙа юғары хәрби уҡыу йортона имтихан тота – киләсәктә хәрби офицер булыу ниәте. Алдағы ялдарының береһендә өйләнеп, матур итеп туй яһарға ла өлгөргән!

Ҡыҫҡаһы, һау ғына йөрөһөн ағайлы-ҡустылы яугирҙар!  Ә уның ауыл осона ҡуйған был матур йөкмәткеле яҙыуы һәр мәһәҙейгә имен тормоштоң, ғәзиз тыуған яҡтың ҡәҙер-баһаһын белгертеп, тыуған ер йөрәк түрендә булырға тейешлекте аңлатып-иҫкәртеп, тыуған ауылды яратырға өндәп торһон!

Илһөйәрлек- иргә хас сифат
Илһөйәрлек- иргә хас сифат
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: