Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль , 15:00

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Аҙна эсендә районда 3 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән.

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?
Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?
(27 июндән 4 июлгә тиклем)
Демография
Аҙна эсендә районда 3 сабый тыуған, 3 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. 2 ғаилә никахын тарҡатҡан. 4 райондашыбыҙ яҡты донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән.
02 хәбәр итә
Июндең 27-һенән 3 июлгә тиклем район буйынса енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 38 мөрәжәғәт теркәлгән.
Улар иҫәбендә административ күҙәтеүҙән ҡасып йөрөү (1), низағлашыу (1), алимент, һалым, кредиттар буйынса бурыстарҙы түләүҙән баш тартып йөрөү (4), мөлкәт-хужалыҡ бәхәсе (1), зыян күреүселәр булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы (2), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (2), ғаилә низағы (1), шәхси документтар һәм мөлкәт юғалтыу (3), сит мөлкәткә зыян килтереү (1) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 66 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән Дәүләт автоинспекцияһы йүнәлешендә – 45.

Автор:
Читайте нас: