2021 йылда республика башлығы Радий Хәбиров республикала «Атайсал» проектын башлап ебәрҙе. Уның сиктәрендә ҡала-ауылдарҙа тыуып-үҫкән уңышлы кешеләр тыуған төйәгенә ярҙам итә ала - мәсеттәр төҙөй, шишмәләрҙе төҙөкләндерә, мәктәптәргә һәм мәҙәниәт йорттарына ярҙам итә, хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ылауҙар оҙата, улар өсөн кейемдәр тегә, маскировка селтәрҙәре үрә һәм башҡалар.
Өс йылда республикала 5,5 меңдән ашыу кеше тыуған төйәгенә 1,3 миллиард һумдан ашыу аҡса һалған. 25 меңдән ашыу башланғыс тормошҡа ашырылған.
«Атайсал» - тыуған төйәккә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән изге проект. Уның ярҙамында төрлө йәштәге, һөнәргә, милләткә, дингә битараф булмаған кешеләр араһында ысын дуҫлыҡ барлыҡҡа килде. Беҙҙең берҙәмлектә, Ватаныбыҙға һәм үҙебеҙҙең бәләкәй ватаныбыҙға һөйөүҙә, башҡаларға ярҙам итеү теләгендә - беҙҙең көсөбөҙ”, - тине Радий Хәбиров.
Бөрйәндәр ҙә был матур башланғыстан ситтә ҡалманы. Район халҡы, ситтә төйәкләнгәндәр бәләкәй ватаны өсөн изге һәм файҙалы эштәр башҡарҙы һәм әле лә башҡара.
Күп ауылдарҙа юлдар, күперҙәр ремонтлау, зыяраттарҙы кәртәләү эштәре алып барылды. Ауылы тормошона битараф булмаған райондаштар төҙөлөш материалдары бирҙе, техникаларын сығарҙы, ситтә йәшәгәндәр аҡсалата ярҙамдарын күрһәтергә ашыҡты.
Мәсет асылды
Район үҙәгендәге "Фурҡан" мәсетен төҙөүгә һәм башҡа ауылдарҙағы төҙөлөп ятҡан мәсеттәргә һәр райондаш тигәндәй үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Ырғыҙлы ауылында 2022 йылдың октябрендә Ырғыҙлы, Ҡотан, Мәҡсүт ауылы ир-егеттәре мәсет бураһын күтәрҙе. Йыйылған 82 539 һум аҡсаның 46 690 һумына профнастил алынып, башы ябылды. Башҡа эштәре яҙ айҙарында дауам итте. Был изге эшкә тос өлөш индергән Ырғыҙлы ауылы ҡыҙы, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ауылдаштары менән берҙәм эш итеүҙәре арҡаһында ҙур проект тормошҡа ашты. 2023 йылда Ырғыҙлыға 270 йыл тулыуға арналған байрамды мәҙәниәт министрлығы менән район хакимиәте “Атайсал – кесе Ватан” проекты сиктәрендә ойошторҙо. Тап ошо көндә Ырғыҙлыла ҙур сара үтте – ауылда мәсет асылды.
"Ауылдаштарыма ҙур рәхмәт - әгәр улар мәсет төҙөү инициативаһы менән сыҡмаһа, берҙәм, маҡсатҡа ынтылышлы булмаһа, минең ярҙам менән генә әллә ни эш ҡырып булмаҫ ине. Был мөбәрәк бинала никахтар уҡылһын, сабыйҙарға исемдәр ҡушылһын, балалар мәсеткә йөрөп динебеҙ нигеҙҙәрен, әҙәп-әхлаҡ ҡанундарын өйрәнһен, Аллаһ йорто ауылдың халҡын берләштереп, иман нуры таратып торһон!" - тине.
Әминә Ивний ҡыҙы ярҙамы менән ауыл мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһы ла тулыланды – “Шатлыҡ” ансамбле ҡыҙҙары һәм егеттәренә сәхнә костюмдары, теген машиналары, музыкаль аппаратуралар тапшырылды. Ғәҙелгәрәй ауылы мәҙәниәт йортон мандолиналар менән бүләкләне. Әйткәндәй, министр ауылға ҡайтҡан һайын балаларҙы ҡыуандыра – һәр ваҡыт ҡосаҡ-ҡосаҡ уйынсыҡтар, өҫтәл уйындары, күстәнәстәр тарата. «Атайсал - бәләкәй Ватан» йәмәғәт проектында ҡатнашыусы булараҡ, ул проект сиктәрендә өсөнсө йыл рәттән Ырғыҙлыла башҡорт эстрадаһы ҡатнашлығындағы open-air форматында концерт ойошторҙо.
- «Атайсал» проектына ни бары бер нисә йыл, ә күпме яҡшы эштәр башҡарылған! Унда ҡатнашыусыларҙың күбеһе тыуған еренә ярҙам итеүҙән ләззәт һәм шатлыҡ ҡына кисерә.
Эйе, был ысынлап та шулай! Бала саҡта бейергә хыяллана инем, ләкин Ырғыҙлы ауылында түңәрәктәр булманы. Бөгөн ҡыҙҙарға ярҙам итеп һәм уларҙың уңыштарына шатланып, мин балалыҡ хыялымдың тормошҡа ашыуын тоям.
“Атайсал» проекты өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировҡа һәм «Шатлыҡ» ансамбле ҡыҙҙарыма яңы эштәргә илһамландырғандары өсөн рәхмәт! – ти Әминә Ивний ҡыҙы.
Атайсал – ул биләмәләрҙе төҙөкләндереү генә түгел
Бөрйәнгә, уның бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф булмағандар башҡа төр өлкәләрҙә лә ярҙам итә. Райондың берҙән-бер баҫмаһы булған “Таң” гәзитенә яҙҙырыуҙа бихисап райондаштар әүҙемлек күрһәтә. Яңы йыл иртәлектәрен ойоштороуҙа, ветерандарға байрамдарҙа бүләктәр өләшеүҙә, балалар баҡсаһына уйынсыҡтар бүләк итеүҙә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итеүҙә, шулай уҡ мәктәпкә йыйынырға булышыуҙа, мәҙәни, спорт сараларын ойоштороуҙа, белем учреждениеларын спорт инвентарҙары менән тәьмин итеүҙә, мәҙәниәт йорттарының матди-техник базаһын нығытыуҙа, махсус хәрби операция зонаһына мобиль мунсалар, техника ебәреүҙә ҡатнаша. Әйткәндәй, күптән түгел Станислав Чернов МХО зонаһына ебәреү өсөн 40 куб.м таҡта әҙерләгән. Ил һағы именлегенә баҫҡандарға даими ярҙам күрһәтеп тороусы Ҡолғана ауылы егете Яҡупов Руслан Марат улы ла бер КамАЗ таҡта тейәткән.
Спортсыларға – саңғылар
Спорт яғынан алға киткән Әбделмәмбәт ауылы мәктәбе районда, республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә билдәлелек яулай. Бик күп спортсылар үҫтергән мәктәпкә спорт инвентарҙары бер ваҡытта ла артыҡ булмай. Әбделмәмбәт мәктәбе директорының тырышлығы, меценат Илсур Нәбиуллиндың ярҙамы менән 2021 йылда 74 меңгә 15 пар саңғы алынды.
Тимерҙәр әүҙем
“Атайсал” проекты буйынса эшләнгән изге эштәрҙең береһе – Тимер ауылында төҙөлгән сәхнә. Был эштең башында ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Зөфәр улы Ғайсин тора. Сәхнәне төҙөгә 150 мең аҡса тотонолған. Ауылдың уртаһында урынлашҡан был сәхнәне эшләүҙә оҫта ҡуллы ир-егеттәр бик әүҙем ҡатнашҡан. Ошо уҡ ауылда 415 меңгә ябыҡ типтағы спорт-уйын майҙансығына газ үткәрелгән һәм йылытыу системаһына монтаж эшләнгән. 2019 йылдан алып йылытыуһыҙ торған был бинаға электр йылытыу системаһы ҡуйылған булған. Әммә был ҡыйбатҡа төшөү сәбәпле, былтыр октябрь айында газ үткәрелгән. “Ауылдың әүҙем ир-егеттәре, депутаттар Баймырҙин Альфред, Ейәнбаев Вадим, Тимеров Рушан был эште атҡарыуҙа яҡындан ҡатнашты Йылытыу системаһы ҡуйылған бүлмәне алыштырырға кәрәк булды. Шуға күрә стеналарҙы шылдырыу, тәҙрәләр ҡуйыу талап ителде. Ауылдың ир-егеттәре үҙ көстәре менән был эштәрҙең осона сыҡты. Рәхмәт уларға. Был майҙансыҡта хәҙер төрлө спорт саралары ойошторола. Йәнә ауылыбыҙҙа мәҙәниәт йорто авария хәлендә булыу сәбәпле, мәҙәни саралар үткәреү өсөн дә урын бүленде”, - ти Ғайса Зөфәр улы.
2021 йылдан алып районда “Атайсал” проекты буйынса 90-дан артыҡ проект тормошҡа ашырылған. Әлбиттә, был теркәлгәндәре генә. Ә күпме райондаштар изге эштәрҙә ярыша, әммә уларҙы күрһәтергә ашыҡмай.