Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь , 09:15

Яҡтыкүл ҡыуаныс бүләк иткән

Бөрйән районынан бер төркөм өлкән быуын граждандары “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты сиктәрендә Әбйәлил районындағы Яҡтыкүлгә бер көнлөк сәфәргә барып ҡайтты.

Яҡтыкүл ҡыуаныс бүләк иткән
Яҡтыкүл ҡыуаныс бүләк иткән

Белеүегеҙсә, Яҡтыкүл – Урал аръяғындағы иң һәйбәт сөсө һыуы ятҡылыҡтарының береһе генә түгел, иң тәрән күл дә булып иҫәпләнә. Был проект өлкән быуын вәкилдәрен әүҙем тормош алып барырға әйҙәй, Башҡортостаныбыҙҙың, хатта сит илдәрҙең матур урындары, тәбиғәт ынйылары менән таныштыра.

Яҡтыкүлгә сәфәргә барыусылар бик ҡыуанып ҡайтҡандар.

-Юл буйына гидтың матур, эстәлекле хәбәрҙәрен тыңлап, гармунға ҡушылып йырлап, хатта бейеп, матур итеп аралашып, ҡыуанып йөрөп ҡайттыҡ. Әйткәндәй, сәйәхәткә гармунын үҙе менән бергә алып сыҡҡан Фәриҙә Ҡорманғоловаға (Килдеғол ауылы) бик рәхмәтлебеҙ. Гармун беҙҙең ялды биҙәне, күңеллерәк итеште.

Беҙҙе оҙатып йөрөүселәр ҙә, хатта Өфөнән килгән водитель дә, быға тиклем байтаҡ төркөмдәрҙе алып йөрөргә тура килде, һеҙҙең һымаҡ та ихлас, музыкаль, алсаҡ төркөм тап булғаны юҡ ине әле, тинеләр, - тиҙәр проектта ҡатнашыусылар.

Төрлө ауылдарҙан йыйылған өлкән быуын вәкилдәре үҙ-ара аралашып, Яманҡай тауына канат юлы буйлап күтәрелеп, тирә-яҡтағы күлдәрҙе күреп, бик риза булып ҡайтҡандар.

Башҡортостанда 2020 йылдың 9 сентябренән алып эшләп килгән был проект үҙенең маҡсатына өлгәшә – өлкән быуын граждандарын матур ялдар менән ҡыуандырыуын дауам итә.

Яҡтыкүл ҡыуаныс бүләк иткән
Яҡтыкүл ҡыуаныс бүләк иткән
Яҡтыкүл ҡыуаныс бүләк иткән
Автор:Т. Баһауетдинова.
Читайте нас: