Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июнь , 15:00

Етем балаларға торлаҡ сертификаты

2024 йылдың 1 октябренән етем балаларға торлаҡ сертификаттары биреүҙең яңы тәртибе индерелә.

Етем балаларға торлаҡ сертификаты
Етем балаларға торлаҡ сертификаты

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Ҡарары менән (21.12.2023 № 2227) етем балаларға һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға торлаҡ сертификаттары биреүҙең яңы тәртибе раҫланды.
Граждандарҙың үрҙә күрһәтелгән категориялары түләүҙәрҙе (сертификат) йәшәргә яраҡлы торлаҡты милеккә алыуға йәки заемщиктың йөкләмәләре ипотека менән тәьмин ителгән булһа, килешеү (займ) буйынса кредитты тулыһынса ҡаплауға ала алалар.
Бының өсөн, кәрәкле документтарҙы әҙерләп, күп функциялы үҙәк йәки “Дәүләт хеҙмәте” порталы ярҙамында төбәктең вәкәләтле органына шәхси ғариза менән мөрәжәғәт итергә мөмкин. Түләүҙәр буйынса ҡарар вәкәләтле орган ҡарамағындағы махсус комиссия тарафынан ҡабул ителә.
Киләһе йылда сертификат алыуға дәғүә итеүсе граждандар исемлеге йыл һайын 1 июлгә тиклемге срокта төҙөлә. Ә сертификаттар реестры үҙе 1 ноябргә тиклем формалаштырыла.
Сертификат алыусы уны Рәсәй Федерацияһы биләмәһенең үҙе теләгән урынында ҡуллана ала.
Сертификат буйынса средстволар вәкәләтле орган тарафынан туранан-тура торлаҡ бинаны һатҡан субъекттың иҫәбенә йәки сертификат алыусының торлаҡҡа милек хоҡуғы тураһында мәғлүмәт алынғандан һуң, торлаҡ бинаны һатып алыуға ипотека кредиты биргән банктың иҫәбенә күсерелә.
Яңы тәртип 2024 йылдың 1 октябренән ғәмәлгә инә.
А. Ёлкин,
район прокуроры.

Автор:
Читайте нас: