- Элгәре “Башҡортостан”, “Һәнәк”, “Ағиҙел”гә лә яҙылдым. Халыҡ “Таң”ға яҙылһын инде.Элекке гәзиттәрҙе лә ҡараштырып алам. Яҙылығыҙ, тим балаларға.
Ғүмерем буйы эшләнем. Үләнде күп ашағанмын, шикелле, йөрәк һаман ун һигеҙҙәге кеүек.
Ғәлиәкбәргә 1954 йылда килдем. Сынтимер ҡартымдың минең ташлап китеүенә 14 йыл инде. Аралашып йәшәгән күршеләрем дә юҡ инде хәҙер. Шөкөр, балаларым бар, тыуған төйәгемдә йәшәйем. Ҡалаға алып китәбеҙ, тиҙәр, бармайым, үҙ өйөмдә тырышып йәшәйем, ни күрһәм дә үҙ өйөмдәмен, тип шатланам. Бабайымдың нигеҙен ташлап китмәйем. Тормошома зарланмайым, бәхетлемен, - тип башланы инәй һүҙен.
Ҡолағы яҡшылап ишетмәү сәбәпле, һорауҙарымды бирә алмаһам да, минең гәзитте тотоп ултырыуымдан аңланы, ахыры - Рәхилә Харис ҡыҙы тормошо тураһында бәйән итте.
-Эшләгән - тешләгән, тиҙәр бит, эштән ҡурҡманым. Һуғыш күрмәгәнде күрһәтте инде, әммә бирешмәнек. Йүкә, сөгөлдөр япрағын күп ашаныҡ. Ашамаған нәмә ҡалдырманыҡ. Ас булдыҡ бит инде. Һуғыш ваҡытында бәрәңгене киптереп, һуғышҡа ебәрҙек. Апайым хәрби заводта эшләне. Беҙ дүрт ҡыҙ булдыҡ. Бәләкәй генә саҡтан етем ҡалдыҡ. Йөн теттек, ойоҡ бәйләнек, ҡул менән иген утаныҡ, ҡап, септә һуҡтыҡ. Инәйҙәр колхоз эшендә булды. Бөгөнгө көндәрҙә икәү генә иҫәнбеҙ. Рәшиҙә апайым Ҡырғыҙ-Миәкәлә ҡыҙында йәшәй. Донъялар имен булһын, бәлә-ҡазалар, бынау һуғыштар булмаһын, тип теләктәр теләп ултырам.
Ауылымда, Ишембай районының Йәнырыҫ ауылында, әүәле мәсетте ауҙарып, мәктәп иттеләр. Унда ике мәсет ине. Уҡытыусылар менеп, эй, бысып ыҙаланылар. Айы ергә төшкәйне, әллә ҡайҙа юҡ булды. Аллаһы Тәғәлә юҡ, тип ҡара - арыштар баш ҡоҫҡайны, икенсе көнө игенде йыҡты ла һалды. Икенсе мәсетте лә ауҙарырға ҡуштылар. Ҡарап торабыҙ - арҡыры бысҡы менән эй бысалар, үҙҙәре ыңғырашалар...
Уҡый алманым. Шулай ҙа бирешмәнем мин. Ҡайһы бер класташтарымдың ағайҙары булғас, уҡып сыҡтылар, уҡытыусы булдылар.
1950 йылда 1926 йылғы апайым Новотроицк ҡалаһына алып китте. 1936 йылғы инем, 1935 йылғы тип әйтеп (бер йәшкә ҙурайтып), эшкә урынлаштырҙы. Шулай итеп, 14 йәштән эшләй башланым. Бер айлыҡ планды 15 көндә эшләнем. Сталин үлгәндә Новотроицкиҙа траншея ҡаҙа инем.
Белмәй-күрмәй килдем был матур яҡтарға. Йәнырыҫтан бесән эшләргә килгәйнек. Был бесәнде шәп эшләй, тип күҙ һалып йөрөгәндер инде Сынтимерем. Бында килгәс, бер эшһеҙ ултырманым. Исламбай яғында ирҙәр менән бер рәттән сайырын да йыйҙым. Бәхетем булды, бабайымдан уңдым. Ғәлиәкбәр халҡы «татар килен» тип йөрөттө. Тыуған ауылым мәктәбендә Ҡазандан килеп уҡыттылар. Һөйләгәндә “з”, “с” тип әйтмәһәгеҙ, “икеле” ҡуябыҙ, ти торғайнылар бит.
“Тыуған төйәгем бар,
Илһамланып эшләр эшем бар.
Ҡайтыр ерем, урам аша
Сығып көтөр кешем бар”, тиер ине Сынтимерем. Шиғыр юлдары менән һөйләште ул гелән.
Алты бала таптым, дүртәүһе, шөкөр, иҫән-һауҙар. 32 ейән-ейәнсәрем бар. Ике балам мәрхүм булып ҡуйҙы. Бер улым ике генә йәшендә фажиғәле үлеп ҡалды. Мәкегә генә ҡолап төшөп... Ҡалайтаһың хәҙер, ярай, кәүҙәһе табылды... Салауаттағы Әҙеһәм улым 62 йәшендә баҡыйына күсте.
Ауылда оло ҡыҙым ҡарай. Уның улы Наил да бында. Ҡайһы саҡ укол да һалып китәләр. Ике ҡыҙым да ҡырҙа.
Райпоның 42 точкаһы булды. Ярышып, тырышып эшләнек. Әйбер килде, тип шылтыратып ебәрерҙәр ине. Ғәлиәкбәрҙән Бөрйәнгә китәм йәйәү. Айына ике мәртәбә отчетҡа сығам.
“Ауырыуҙы ашатлап
китеп барам,
Ә елкәмдә 50 йыллыҡ йөк.
Киләсәккә барыр
юлдар бармы?
Үткәндәргә ҡайтыр юлдар юҡ”... Бабайымдың бына шундай шиғри юлдары әле лә иҫтә.
Аллаға шөкөр, бер ерем дә ауыртмай, түлке бер күҙем күрмәйерәк. Хоҙайым күҙҙән яҙҙырмаһын инде, анауы тауҙарҙы күрге килә бит. Ике ҡулым һау булһын, - ти инәй. Үҙенең ҡулында бәйләм. «Бәйләйем, тәк бушҡа ултырғым килмәй. Элек шоферҙарға түшлектәр бәйләп кейҙерҙек. Бына был түшлектең ал яғы әҙер. Бәйләмемде һағынып тотоп алам. 1989 йыл Ишембайҙа ашҡаҙаныма операция эшләттем. Әле нимә теләйем, шуны ашайым. Үҙем дә бешереп ашай инем, бына бер нисә көн ҡартайып торам. Үҙемә: “Бирешмә, бабушка!” тиеп көлдөрөп алам», - тип ҡыҫҡаса тормош юлдары хаҡындағы матур хәтирәләргә бирелеп алды Рәхилә инәй. Уның һөйләгәндәрен кино ҡараған һымаҡ тыңлап, күҙ алдына килтереп ултырҙым, тәьҫораттарымдан арына алмай, инәйҙең таҙа, бөхтә өйөнән сыҡҡым килмәй торҙо хатта...