Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь , 12:00

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Аҙна эсендә районда 2 сабый тыуған.

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?
Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Демография
Аҙна эсендә районда 2 сабый тыуған, бер яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Ике ғаилә никахын тарҡатҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 6 райондашыбыҙ яҡты донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Бер саҡырыу булған. Иҫке Собханғол ауылының Баҙал биҫтәһендә бер йорттоң соланына ут тоҡанған. Бәхеткә күрә, мәлендә күреп ҡалып, махсус хеҙмәттәр килгәнгә тиклем һүндереп өлгөргәндәр.
02 хәбәр итә
Июндең 13-өнән 20-һенә тиклем район буйынса енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 39 мөрәжәғәт теркәлгән. Улар иҫәбендә мутлашыу (1), алкоголь продукцияһын законһыҙ рәүештә ваҡлап һатыу (2), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (1), шәхси документтар юғалтыу (2), законһыҙ ағас ҡырҡыу (3), үҙләштереү һәм өҫтөнә сығарыу (1), алимент, һалым, кредиттар буйынса бурыстарҙы түләүҙән баш тартып йөрөү (1), банк картаһынан йәки башҡа электрон иҫәптәрҙән аҡса урлау (1) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 65 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән Дәүләт автоинспекцияһы йүнәлешендә – 44. 2 водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Автор:
Читайте нас: