Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь , 13:00

ҠОРБАН САЛЫУ - АЛЛАҺҠА ЯҠЫНАЙЫУ ЮЛЫ

Зөлхизә айында изге Ҡорбан байрамдары көнөндә ҡорбан салыу – үҙ мөлкәтең менән ғибәҙәт ҡылыу ул. Ҡорбанды тик бер Аллаһтың ризалығына ирешеү ниәте менән һәм Уның биргән ниғмәттәре өсөн шөкөрана итеп салалар. Ҡорбан салыу – Аллаһҡа яҡынайыуҙың бер юлы. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм: “Иң һаран кешеләр - улар мөмкинлектәре була тороп та ҡорбан салмай ҡалған кешеләр”, - тип әйткән.

ҠОРБАН САЛЫУ - АЛЛАҺҠА ЯҠЫНАЙЫУ ЮЛЫ
ҠОРБАН САЛЫУ - АЛЛАҺҠА ЯҠЫНАЙЫУ ЮЛЫ

Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм үҙе йыл да Ҡорбан байрамы көнөндә ике ҡорбан салыр булған – береһен үҙенән, икенсеһен – өммәте исеменән.
Әгәр мөмкинлеге бар икән, мосолман Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн бер генә түгел, ике һәм хатта күберәк тә ҡорбан сала ала.
Ҡорбан салыу, беренсенән, Аллаһ Тәғәлә ризалығына ирешеү юлы булһа, икенсенән, хәлле йәшәүсе мосолмандарҙың үҙ мөлкәтенән мохтаждарға өлөш сығарыу, мал-мөлкәтен үҙ мәнфәғәтенә генә тотонмай, эргәһендә йәшәүселәр менән дә бүлешеп, Аллаһтың һәм кешеләрҙең дә рәхмәтенә ирешеү юлы. Сөнки хәлле йәшәүсе мосолмандарға мохтаждарҙың хәлдәренә инеп, ярҙам итеп йәшәргә Аллаһ Тәғәлә Үҙе ҡуша. Изге Ҡөрьәндә: “Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, Уға һис кемде тиңдәш тотмағыҙ, ата-әсәләрегеҙгә изгелек итегеҙ, яҡын ҡәрҙәштәрегеҙгә, етемдәргә, меҫкендәргә, күршеләрегеҙгә лә изгелек итегеҙ. Шулай уҡ сәфәрҙә ят юлдаштарға, үҙегеҙгә ҡунаҡ булып килгән мосафирҙарға һәм хеҙмәтселәрегеҙгә лә изгелек итегеҙ. Тәкәбберләнеп, маҡтаныусыны Аллаһ, әлбиттә, һөймәй!” (“Ән-Нисә”; 36).
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис сәләм: “Күршеһе ас булғанда, тамағы туҡ килеш йоҡларға ятыусы – беҙҙең аранан түгел!” - тип әйткән.
Ҡорбан салыу йолаһы кешеләр араһында булған айырмалыҡтарҙы юя, улар араһында берҙәмлекте, дуҫлыҡты нығыта. Сөнки байрам көндәрендә бөтә хәлле йәшәүсе мосолмандар ҙа үҙҙәренең туғандарына ғына түгел, ә, бәлки, бөтөнләй ят булған кешеләргә лә ярҙам ҡулы һуҙа, ҡорбан итен, саҙаҡалар тарата. Был көндәрҙә һәр мосолмандың өйөндә ҡунаҡсыллыҡ һәм киң күңеллелек хөкөм һөрә.
Кәзә, һарыҡ, һыйыр малы, дөйәне ҡорбан итеп салырға ярай.
һарыҡ һәм кәзәне 1 йәштән, һыйыр малын 2 йәштән, дөйәне 5 йәштән алып ҡорбан итеп салырға ярай. Әгәр һарыҡ бер йәше тулмаһа ла, кәүҙәгә бер йәшлек кеүек ҙур булһа, уны ҡорбан итеп салырға мөмкин. Тик кәзәнең бер йәше тулған булыуы мотлаҡ.
Ҡорбанлыҡ мал күркәм, һау–сәләмәт булырға тейеш. Ауырыу, үтә ныҡ ябыҡ, ғәрип, бер күҙе йәки ике күҙе лә һуҡыр, ҡолағының йәки ҡойроғоноң яртыһы өҙөлгән, мөгөҙө төбөнә тиклем һынған, тештәренең күбеһе булмаған малды һайламаҫҡа. Ҡойроғоноң йәки ҡолағының әҙ генә өлөшө өҙөлгән, әҙ генә теше булмаған, көйҙөртөлгән малды ҡорбанға һайларға мөмкин. Төҫө, енесе мөһим түгел.
Ибн Ғәббәс (Аллаһ унан риза булһын) еткереүе буйынса, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис сәләм салған ҡорбанының өстән бер өлөшөн үҙенең ғаиләһенә ашатҡан, тағы өстән берен ярлы йәшәгән күрше–күләненә таратҡан, ҡалған өлөшөн мохтаж фәҡирҙәргә таратып биргән. Икенсе яҡтан, әгәр ҡорбан салыусы кешенең ғаиләһе үҙе мохтажлыҡ кисереүсе ғаилә булып һаналһа, итте таратмай, үҙендә ҡалдыра ала. Һәм, киреһенсә, әгәр ҡорбан салыусы кеше бай кеше булһа, итте бөтөнләй үҙендә ҡалдырмай, мохтаж кешеләргә таратып бирә ала.
Ҡорбанды хәле еткән кеше генә сала, хәле етмәгән кешегә хәлен ауырайтып, бурысҡа батып ҡорбан салыу кәрәкмәй.

(Районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Хәсән Әхтәм улы Зарипов менән әңгәмәнән).

Автор:
Читайте нас: