Демография
29 майҙан 5 июнгә тиклемге ваҡыт эсендә районда 3 сабый тыуған. Никахтар теркәлмәгән. 2 ғаилә никахын тарҡатҡан. 5 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Бәләкәй Ҡыпсаҡ һәм Ҡолғана ауылдарында сүп-сар янып киткән. Янғын һүндереүселәр тарафынан һүндерелгән.
Хөрмәтле
райондаштар!
Янғын сыҡҡанын күрһәгеҙ, 101, 112 телефон һандарына шылтыратырға ашығығыҙ!
02 хәбәр итә
30 майҙан 6 июнгә тиклемге осорҙа район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 33 мөрәжәғәт булған.
Улар иҫәбендә зыян күреүселәр булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы (1), мөлкәт-хужалыҡ бәхәсе (3), ғаилә низағы (2), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (3), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (3), мутлашыу (1), шәхси мөлкәт урлау (1) һ. б бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 61 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә - 47 протокол.