Тәмәкенең зыяны тураһында һөйләй башлаһаң, ғәҙәттә, тәмәке тартыусылар мең аҡланыу уйлап таба. Улар әсе дөрөҫлөк менән бер ҙә генә килешергә теләмәй. Күптәре тартыуҙы еңел генә ташлай алам тип маҡтанып та ала, әммә бер ғәҙәткә инһә, ай-һай айырылышыуы ауыр икән шул.
- Донъяла 8 секунд һайын бер кеше тәмәке тартыуҙан үлә. Йылына был һан 5 миллионға барып баҫа.
- Тәмәкегә ҡурҡыныс радиоактив матдәләр свинец һәм полоний ҡушыла.
- Янып торған тәмәкенең төтөнө – 4 меңдән ашыу химик матдәне берләштереүсе үҙе бер химия заводы.
- Кешене үлтереү өсөн 4-5 тәмәкеләге никотин дозаһы ла етә.
- Цианлы водород Икенсе донъя һуғышында ағыулаусы матдә сифатында ҡулланылған. Был ҡурҡыныс матдә лә тәмәке төтөнөндә бар.
- Тәмәке фильтры ҡағыҙҙан яһалған кеүек, уныһы ла зарарлы пластик сүстәренән эшләнгән, ацетатцеллюлоза тип атала. Уны серетер өсөн 2 йылдан алып 10 йылға тиклем ваҡыт кәрәк.
- Никотин йоғонтоһонда йөрәк тибеше 15 – 20 процентҡа йышая. Шуға күрә даими тәмәке тартыу йөрәкте көсөргәнеп эшләргә мәжбүр итә, был иһә уны ваҡытынан алда эшлектән сығара.
- Тәмәкеселәрҙең 87 процентында күҙәтелгән иң ҡурҡыныс ауырыу – үпкә яман шеше. Был ауырыу, нигеҙҙә, дауалауға бирелмәй һәм йыш ҡына аҙағы насар тамамлана. Үпкә шешенән тыш, тәмәкеселәр лейкоз, ашҡаҙан, тамаҡ шеше кеүек башҡа ҡурҡыныс яман шеш ауырыуҙарына ла дусар була.
- Тәмәкеселәрҙең ҡатындары үпкә яман шеше менән 1,5 – 2 тапҡырға йышыраҡ ауырый, ә ата-әсәһе тәмәке тартҡан балаларҙа бронхит һәм пневмония сирҙәре ике тапҡырға күберәк күҙәтелә.
- Тәмәке тартыуҙан иҡтисади юғалтыуҙар ҙа күп. Мәҫәлән, Америкала тәмәкеселәрҙең ауырыуына, медицина хеҙмәтләндереүенә киткән сығымдар йылына яҡынса 100 млрд доллар тәшкил итә. Ә йылына тәмәкенән сыҡҡан 225 мең янғында уртаса 2,5 мең кешенең ғүмере өҙөлә, тағы ла 5 меңләбе етди йәрәхәттәр ала.
“Шоңҡар” журналы төркөмөнән.