Йәмғиәт
28 Май 2024, 03:30

Сакуралар сәскә атҡан ерҙә...

Төпкөл ауылдан сыҡҡан Бөрйән ҡыҙы - химия фәндәре кандидаты Мәскәүҙә институтта уҡыта, күптән түгел Ҡытай студенттарына ла белем биреп ҡайтҡан.

Сакуралар сәскә атҡан ерҙә...Сакуралар сәскә атҡан ерҙә...
Сакуралар сәскә атҡан ерҙә...

Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы Хәтмуллина (Ишмөхәмәтова) Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында Ғүмәр һәм Әнисә Ишмөхәмәтовтарҙың биш балалы ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. Бала саҡтан тырыш, маҡсатҡа ынтылышлы булыуы менән айырылып тора. Мәктәптә яҡшы уҡый. Өфөләге Р. Ғарипов исемендәге гимназияны тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының химия факультетында белем ала. Әлеге ваҡытта Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Химия фәндәре кандидаты.

 

“Мин Мәскәү Энергетика институтында студенттарға химия фәненән белем бирәм. Доцент дәрәжәһендәмен. Бынан тыш, Фәндәр академияһы институтында фән эшмәкәре булып  эшләйем.

БДУ-ла химфакты бөттөм. Унан Мәскәүҙәге Рәсәй Фәндәр академияһында аспирантура тамамланым һәм шунда эшләргә ҡалдым. Әле лә шунда эшләп йөрөйөм. Хәҙер күберәк уҡытыуға иғтибар бирәм, фән буйынса әҙерәк эшләйем. Фәндәр академияһында фәнни хеҙмәткәрмен”, ти үҙе тураһында Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы.

 Күптән түгел ул Ҡытайға барып, Ҡытай студенттарына белем биреп ҡайтты.

Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы менән социаль селтәр аша аралашып, уның Ҡытайға сәфәренән тәьҫораттары хаҡында һораштым.

-Көнһылыу, Ҡытай тарафтарына юл тотоуыңдың маҡсаты нимәлә ине?

-Беҙҙең институт менән Ҡытай араһында яңы проект барлыҡҡа килде. Шул проект талаптарына ярашлы, Ҡытай студенттары ике диплом алырға тейештәр: Ҡытай дипломын һәм Рәсәй дипломын. Шуға күрә улар рус телен өйрәнеп йөрөйҙәр. Тәүҙә өйрәтеү онлайн булған. Хәҙер ике рус ҡыҙы уларҙы рус теленә Ҡытайға барып өйрәтә. Рус теле уларға ныҡ ауыр бирелә. Икеһе бөтөнләй ике төрлө тел бит инде.

-Ҡытай студенттарына ниндәй телдә белем бирҙең?

-Беҙ, преподавателдәр, Рәсәйҙән барып, уларға рус телендә белем бирергә тейеш инек. Сөнки улар, өйрәнеп йөрөгәс, рус телен белергә бурыслы һымаҡ бит инде. Миңә Мәскәүҙә саҡта, рус телендә уҡытасаҡһың, тиһәләр ҙә Ҡытайға юлланыр алдынан бер ай тирәһе инглиз теле буйынса практика үттем. Тәүге дәрескә инеп, рус телендә һөйләй башлағайным, Ҡытай студенттары бөтөнләй русса белмәй булып сыҡты. Рәхмәт тигән һүҙҙе лә белмәйҙәр. “Здравствуйте” тип әйтеүе лә ҡыйын уларға. Йәнә рус телен өйрәнеү буйынса дәрестәр күп түгел. Ҡытайҙарҙың, ҡатмарлы иероглифтарҙы танып өйрәнгән кешеләрҙең, күреп-белеү (зрительский) хәтерҙәре үҫешкән. Мин уҡытҡан студенттар – машиналар төҙөү (машиностроение) факультетында белем алыусылар. Хәлле ғаиләләрҙән сыҡҡан балалар. Уларҙың һәр береһе ғаиләләрендә берешәр генә бала. Берҙән-бер генә балалары булғас, ата-әсәләре уларҙың белем алыуына ныҡ иғтибар бирә һәм белем өсөн аҡсаны мул ғына түгә. Шуға ул студенттар инглизсә өйрәнгәндәр.

Ахыры, бер төн эсендә презентацияларымды үҙгәрттем. Һәр фразаның инглиз теленә тәржемәһен эшләнем. Шунан алып бер фразаны башта русса, унан инглизсә әйтеп уҡыта башланым.

-Ҡытайҙағы ике аҙналыҡ эш сәфәрең нисек башланды?

-Мин Ҡытайға сакуралар һәм магнолиялар гөрләп сәскә атҡан ваҡытта барып төштөм. Сакураның сәскә атыуы Ҡытайҙа бишенсе - айырым бер миҙгел. Сакураның һәм магнолияның сәскә атыуын үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр күрҙем. Иҫ китмәле матур улар... Төрлөләр. Аҡ, алһыу, ҡурай еләге төҫөндә... Бейектәре, тәпәштәре бар. Ә еҫтәре! Улар шул тиклем тәмле хуш еҫ таратып, аңҡып ултыра.

-Бөйөк Ҡытай стенаһында ла булғанһың...

-Эйе! Мин бала саҡтан Бөйөк Ҡытай стенаһын (2-се биттәге һүрәт) күрергә хыяллана инем. Ниһайәт, шул хыялым тормошҡа ашты! Барғас, был ысынмы-юҡмы, тип шатлығым эсемә һыймай, ташына таянып илап алдым. Бөйөк тарихҡа ҡағылыу әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хистәр ҡойонона, хатта өйөрмәһенә алып инеп китте. Донъялағы ете мөғжизәнең береһен күреп, унан үҙ аяҡтарым менән үтә алыу - минең өсөн оло бәхет!

-Ҡытайға барып төшкәс, тәүге осраған ҡыйынлыҡ ниндәй булды?

-Пекин аэропортында мине тик ҡытай телендә генә һөйләшеүсе водитель ҡаршы алды. Был һоҡланғыс илдә минең мажараларым шулай башланды. Водитель мине һәм икенсе бер университеттан тағы бер преподавателде ҡаршыларға килгән ине. Ул уҡытыусы икенсе ҡалаға юл тотто, ә минең бараһы урыным – Таншань ҡалаһы.

-Барғас та иң аптыратҡаны нимә ине?

-Пекиндың вокзалында саҡта мине иң аптыратҡаны эҫе генә сәй таба алмауым булды.

Нисек инде сәйҙең “тыуған илендә” сәй юҡ? Минең мейем дә, күңелем дә быны аңларға ла, бының менән килешергә лә теләмәне – эҫе генә сәй талап итте...

Ғөмүмән, ҡытайҙар сәйҙе һирәк эсәләр. Һыуыҡ сәйгә өҫтөнлөк бирәләр. Һыуһындарын төрлө һуттар, башҡа эсемлектәр менән ҡандыралар. Кофены ла һыуыҡ итеп эсәләр.

-Таншань ҡалаһы нисек ҡаршы алды?

-Мин бик уңайлы тиҙ йөрөшлө поезға ултырҙым һәм сәғәттән ашыу ваҡыт эсендә тәғәйенләнгән пунктҡа барып еттем. Юлда тәҙрәнән дөгө баҫыуҙарын ҡарап барҙым. Бик күп заводтар күҙгә ташланды.

 “Мине Цзян Цзянин тигән тәржемәсе ҡыҙ ҡаршы алырға тейеш. Халыҡ ағымы араһынан мин уны танырға тейешмен” – ошондай уйҙар һәм артыҡ ҙур булмаған тулҡынланыу менән вокзалдан сыҡтым һәм Цзянды ғына түгел, халыҡ-ара белем биреү департаменты директорын күреп аптыраным. Мине ҡаршы алырға директор үҙе килгән һәм был минең өсөн ҙур ғорурлыҡ булды, әлбиттә.

Ул – инглиз теле уҡытыусыһы. Бергә машинала китеп барғанда беҙ уның менән бик күп нәмәләр хаҡында һөйләшеп өлгөрҙөк.

-Таншань университеты ла ҡыҙыҡһындыра...

-Ҡунаҡханала урынлашҡандан һуң беҙ университетҡа юлландыҡ. Йәкшәмбе булыуға ҡарамаҫтан, бында эш көнө ине. Минең һоҡланғыс белем биреү үҙәге булған Таншань университеты менән танышыуым шулай башланды. Университетҡа 1959 йылда нигеҙ һалынған. Әлеге ваҡытта унда 30 меңдән артығыраҡ студент белем ала. Университеттың структураһы кампус тибында. Уның биләмәһе рәшәткәләр менән уратып алынған һәм һаҡланыусы бик ҙур майҙанды биләй.

Пропуск пунктын үткәс, ял көндәрендә, ғәҙәттә, төрлө саралар үтеп торған ҙур майҙанға барып сығаһың.  Уртала бейек ярым түңәрәк формалағы бина – административ корпус. Уны янлап һулдан һәм уңдан бишәр ҡатлы уҡыу корпустары теҙелеп китә. Ә административ корпустың күп ҡатлы бинаһы артында дөйөм ятаҡтар, ашхана һәм бик ҙур спорт майҙаны. Унда һәр студент кәмендә бер спорт төрө менән шөғөлләнә.

-Аудиториялары нисегерәк?

-Студенттар 100-әр самаһы кеше һыйҙырмалы ҙур булмаған аудиторияларҙа белем алалар. Һәр аудиторияла экранлы проектор һәм таҡта бар. Материалды яҡшыраҡ үҙләштерһендәр өсөн бер нисә фразаны рус телендә әйтәм дә, аҙаҡ ошо уҡ фразаларҙы инглиз телендә ҡабатлай инем. Практик дәрестәрҙе күп бирҙем һәм мәсьәләләр систерҙем. Студенттар минең дәрестәрем хаҡында ыңғай фекерҙәрен белдерҙеләр. Улар материалды яҡшы аңланылар һәм мин үткәргән дәрестәр уларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты. Студенттар ҙа төрлө: тырышҡан, яҙып ултырған һәм дәрестә ҡатнашып ултырғандар, шул уҡ ваҡытта тик телефондарына ғына текәлгәндәр һәм бер нәмә лә яҙып бармағандар ҙа бар.

Белем биреү методикаһы беҙҙәгенән айырыла. Мин, нигеҙҙә, лекциялар һөйләргә барғайным. Ләкин тәржемәсем химияны белмәгән кеше булғас, студенттар аңлаһын өсөн, практик дәрестәргә өҫтөнлөк бирҙем.

Уларҙа ла йәштәрҙең күбеһе телефондан айырыла алмай.  Мәсьәләләрҙе оҙағыраҡ уйлайҙар. Берәй дәрестә минус алһалар, нисек плюсҡа төҙәтергә мөмкин икәнен һорашалар, ғөмүмән, төҙәтер өсөн йүгереп йөрөйҙәр. Төҙәтһәләр, бик ҡыуаналар.

-Рәсәй студенттары менән Ҡытай студенттары араһында айырма бармы?

-Ҡытай студенттары үҙҙәре инициатива күрһәтмәй һәм ҡулдарына аҡбур тоттормайынса, таҡтаға сыҡмайҙар. Әгәр берәйһе ошондай аҙымға йөрьәт итһә, ҡалғандар берҙәм генә уға ҡул саба. Улар баһаға (оценкаға) бик һаҡ ҡарайҙар һәм ыңғай оценкаға бик ҡыуаналар.

-Ҡытай студенттары преподавателдәргә ниндәй мөнәсәбәттә?

-Уларҙың преподавателдәргә ҙур ихтирам менән ҡарауҙары хәтерҙә ҡалды. Минең химия фәндәре кандидаты икәнемде белгәс, бик аптыранылар һәм миңә “Учитель!” тип мөрәжәғәт иттеләр.

-Дәрестәр нисәлә башлана, тәнәфестәре нисек?

-Дәрес парҙары университетта 8.00 сәғәттә башлана. Дәрестәр араһындағы тәнәфестәрҙең оҙайлығы 40-ар минут. Төшкө ашҡа ҙур тәнәфес 12.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем дауам итә. Был серем итеп алыу – “тихий час”  ваҡыты ла. Был ваҡытта студенттарҙан тыш,  преподавателдәр ҙә серем итеп алыу мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн бөтә шарттар булдырылған: һәр ҡайһыһының кабинетында диван йәки раскладушка бар. Бынан тыш, уҡытыусылар өсөн ял итеү бүлмәһе булдырылған, унда 4-әр диван ҡуйылған.

Коридорҙарҙа ла креслолар ҡуйылған. Уларҙа ла серем итеүселәр бар.

-Телде йәки ул халыҡтың көнитмешен аңлап етмәү арҡаһында ҡыҙыҡ хәлдәргә ҡалған саҡтарың булманымы?

Сакуралар сәскә атҡан ерҙә...

Йәки төпкөл ауылдан сыҡҡан Бөрйән ҡыҙының Ҡытай

студенттарына белем биргәне

-Университетта ҡыҙыҡ һәм көлкөлө хәл булды. Мин, эҫе сәй яратыусы булараҡ, тәнәфестә коллегаларымдан сәйнүктәре ҡайҙа икәнлеген һораштым.  Улар: “Ҡайнар һыуҙы автомат сығарып бирә”, тип яуапланылар. Мин үҙаллы сәй яһап алырға булғас, мине туҡтаттылар. Баҡтиһәң, автомат башта хеҙмәткәрҙең йөҙөн “таный”, бары тик шунан һуң ғына ҡайнар һыу һәм башҡа төрлө эсемлектәр бирә икән.

Урамда, нигеҙҙә, ҡытай телендә генә һөйләшәләр. Үҙ телдәрен бик яраталар һәм ихтирам итәләр. Ҡул аҡсаһы менән файҙаланмайҙар тиерлек. Урамда сауҙа итеп торған әбейҙәргә тиклем куяр код аша ғына иҫәпләшеүҙе һорайҙар.

Ватсап, гугл, зум, телеграм кеүек бәйләнеш саралары менән ҡулланмайҙар, уларҙың үҙҙәренең витчат тигән мессенджерҙары бар, тик шуның аша ғына аралашалар. Бөтә тормоштары шуның эсендә. Унда Ҡытай граждандары ғына.  Сит кеше Ҡытай кешеһе аша ғына теркәлә ала.

-Студенттарҙың ятаҡ тормошо хаҡында нимәләр әйтерһегеҙ?

-Дәрестәре тамамланғас, студенттар ятаҡтарына ашыҡмай, ә кампустың дүрт ҡатлы ашханаһына йүгерә. Әйткәндәй, унда шул уҡ ҡалала йәшәүсе студенттар ҙа ятаҡта йәшәүгә өҫтөнлөк бирә. Сөнки юл ваҡытты ала, 25 минут самаһы килергә кәрәк, тиҙәр.

Студенттар, нигеҙҙә, электромотоциклдарҙа йөрөйҙәр. Кампус биләмәһендә бик күп мотоциклдар теҙелеп тора.

Ашханаларында ризыҡ ҡиммәт түгел, төрлөлөк йәһәтенән бай һәм тәмле. Мәҫәлән, ҙур тәрилкәгә тауыҡ ите, йәшелсә, дөгө һалдырып алһаң, ул 130 һум ғына тора.

Әйткәндәй, унда ашты ла, башҡаһын да таяҡтар ярҙамында ашайҙар. Иртә торалар. Ҡысҡырып һөйләшәләр. Араларында оҙон буйлылар күп түгел.

Кискеһен дәрестәргә студенттар ятаҡ бүлмәләрендә әҙерләнмәй, ә киске аштан һуң уҡыу корпусына ашығалар. Корпустар бик һуңға тиклем ябылмай. Был кампус структураһының тағы бер плюсы. Студенттар дөйөм ятаҡтағы бүлмәләренә ял итеү өсөн генә ҡайта.

Студенттар кампусы биләмәһендә футбол, баскетбол майҙансыҡтары бар. Теләгән һәр кем шөғөлләнә ала.

-Ә үҙегеҙҙең Ҡытай коллегаларығыҙ менән уртаҡ тел таба алдығыҙмы? Улар һеҙгә ниндәй мөнәсәбәттә булды?

-Ҡытай коллегаларым мине бик йылы ҡаршы алдылар.

Вокзалдан килә ятҡанда уҡ юлда департамент директоры менән аралашҡанда мин үҙемдең уҡытыуҙан тыш фәнни эшмәкәрлек менән дә шөғөлләнеүемде әйткәйнем. Был уларҙы бик ҡыҙыҡһындырҙы. Улар минең резюмемде һәм хеҙмәттәремдең исемлеген һоранылар. Цзян Цзянин аҙаҡтан минең баҫылған хеҙмәттәремдең ҙур ғына исемлеген күреп, уларҙың бик аптырауҙары тураһында әйтте. Һуңынан университеттың ғалимдары һәм уҡытыусылары менән осрашыу үткәреп, улар алдында сығыш яһауымды һоранылар. Осрашыуға 20-ләп белгес килде.

-Һеҙ уларға нимәләр хаҡында һөйләнегеҙ?

-Мин «Новые полимерные электролиты на основе ионной жидкости и наночастиц TiO2 и SiO2 для систем хранения энергии» тигән темаға фәнни эшем тураһында инглиз телендә бәйән иттем, сит ил журналдарындағы минең баҫмаларыма һылтанмалар менән бүлештем. Осрашыу бик матур, дуҫтарса атмосферала үтте.

Минең сығышымдан һуң коллегалар яныма килеп, һөйләгәндәремдең бик мауыҡтырғыс булыуы хаҡында әйтте. Факультет деканы доклад өсөн рәхмәт белдерҙе һәм, үҙе инглиз телендә һөйләшмәһә лә, уны аңлауын һәм минең докладымдың үҙе өсөн бик ҡыҙыҡлы булыуын телгә алды.

-Уҡытыусылар менән студенттар араһындағы мөнәсәбәт нисегерәк?

-Был осрашыуҙан һуң университеттың ректоры минең менән танышырға теләк белдерҙе. Ул бик асыҡ күңелле, күңелсәк өлкән генә йәштәге ир кеше булып сыҡты. Уның һәр хеҙмәткәр һәм студент менән үҙен тиңдәш һымаҡ итеп, хәстәрлекле итеп һөйләшеүе, иғтибар биреүе, бирелеп китеп әңгәмә ҡороуы оҡшаны. Ул ҙур ҡәнәғәтлек менән миңә университеттың лабораторияһын күрһәтте.

Әйткәндәй, Ҡытай студенттары уҡытыусыларына бик ихтирам менән ҡарай. Уларҙың алдында өлтөрәп торалар, тиһәң дә була. Быны мин студенттарым менән урамға сыҡҡанда айырыуса ныҡ тойҙом.

Студенттар эш ваҡытынан тыш мәлдә лә, мәҫәлән, кискеһен дә уҡытыусыһына шылтыратып, теге йәки был һорауын бирә ала.

-Уҡыу йортоноң матди яҡтан тәьминәте нисегерәк?

-Беҙ университет ректоры, фән бүлеге етәксеһе, тәржемәсе һәм бер нисә ғалим ҡатнашлығындағы бик яҡшы компания менән сканерлай торған электрон микроскоптың, хаҡы 60 миллион һум тәшкил иткән рентген фотоэлектрон спектроскопияның эштәрен ҡараныҡ. Ул хатта өйрәнелеүсе материал өҫтөндәге элемент составы эҙҙәрен дә билдәләү мөмкинлегенә эйә.

Ҙур булмаған провинциялағы ҡәҙимге университеттың шундай мөмкинлектәргә эйә булыуы аптырарлыҡ. Мин, әлбиттә, токтың химик сығанаҡтарын, шул иҫәптән литийлы аккумуляторҙар эшләү буйынса лабораторияға инмәй булдыра алманым. Минең фәнни эшмәкәрлегем тап токтың литий-ион сығанаҡтары өсөн полимер электролиттар эшләү менән бәйләнгән. Беҙҙең экскурсияның был өлөшө минең өсөн кульминацион булды.

-Лабораториялары  нимәнән ғибарәт?

-Был бик ҙур зал. Унда ҡоролмалар материалдарҙы эшләү һәм аккумуляторҙарҙы йыйыу буйынса этап тәртибендә урынлаштырылған. Мин хатта уларҙың тап литийлы аккумуляторҙарҙы йыйыу өсөн тәғәйенләнгән боксында эшләп ҡараным. Токтың химик сығанаҡтарын (ХИТ) йыйыу тәртибе күрһәтелгән стенаға урынлаштырылған бик ҙур плакат минең өсөн ҙур инсайт булды. Уны хәтергә һалып ҡуйырға һәм был тәжрибәне ҡабул итеп алырға кәрәк. Мин ҡытайҙарҙан лабораторияларында эшләнгән разработкаларҙың производствола ҡулланылыу осраҡтары бармы икәнлеге тураһында ҡыҙыҡһындым.

Баҡһаң, уларҙа ғәмәлдә һәр икенсе разработка артабан производствола уңыш яулай икән.

Йәнә бер ҡыҙыҡ мәғлүмәт – Ҡытайҙа фәнни эштәрҙе йыя торған махсус бюро бар. Икенсе төрлө әйткәндә, фән менән производство араһындағы бәйләүсе звено. Комиссия ҡарап-тикшергәндән һуң, фәнни эштәр ҡулланыу тәҡдиме менән тейешле компанияға производствола файҙаланыу өсөн йүнәлтелә.

-Беҙҙең аң ҡабул итеү түгел, тел дә әйләнмәҫлек нәмәләр менән шөғөлләнеп, шулар буйынса фәнни эштәр эшләүең хайран итә...

-Донъя кимәлендә фәнни донъяның бер өлөшө булыуымды тойоу миңә лә бик ҡыҙыҡлы булды. Беҙ ХИТ лабораторияһы мөдире менән контакттарыбыҙ менән алыштыҡ һәм потенциаль фәнни хеҙмәттәшлек тураһында килештек.

Экскурсиянан һуң МЭИ-нан коллегаларым менән ректорҙың башта преподавателдәр ҡатнашлығында үткәрелгән сараһында, унан уҡыу алдынғылары менән осрашыуында булдыҡ. Уҡытыусылар менән осрашыуҙа йомғаҡтар яһалды һәм беҙ Рәсәй менән Ҡытай университеттары араһында хеҙмәттәшлекте көсәйтеү маҡсатында белем биреү процесын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр менән сығыш яһаныҡ, отличниктар менән осрашыуҙа студенттарҙың һорауҙарына яуаптар бирҙек. Һорауҙар, нигеҙҙә, Рәсәй менән хеҙмәттәшлеккә ҡағылышлы булды.

Мин химия буйынса лекция занятиелары етерлек булмауы һәм үткәрелгән теоретик материал мотлаҡ рәүештә практикала раҫланырға тейешлеге тураһында тәҡдим менән сығыш яһаным. Күп кенә студенттар магистратура кимәлендә уҡыуҙарын Рәсәйҙә дауам итергә теләк белдерҙе. Мин беҙҙең аспирантураға, хатта РАН институтына уҡырға инеү варианттарын ҡарарға тәҡдим иттем.

Был көндөң аҙағында ректор беҙҙе коллегаларым менән киске аш табынына саҡырҙы. Унда дуҫтарса, йылы атмосфера хакимлыҡ итте. Беҙҙең адресҡа бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Улар артабан хеҙмәттәшлек итеүгә бик етди ҡарайҙар. Ихлас күңелдән киләһе йылға ла саҡырып ҡалдылар. Был, әлбиттә, беҙҙең өсөн бик шатлыҡлы һәм минең һәм коллегаларым алдында торған бурыстар үтәлеүе һәм ыңғай һөҙөмтәгә эйә булыуы хаҡында һөйләй.

-Башҡортостандың иң төпкөл райондарынан булған Бөрйән районының иң төпкөл ауылдарының береһе иҫәпләнгән Ғәлиәкбәр ҡыҙының донъя кимәлендә фәнни эштәр менән сығыш яһауы, хатта сит ил студенттарына белем биреүе һоҡланырлыҡ ҡына түгел, хайран ҡалырлыҡ. Хәйер, тырыштар еңә алмаған ҡаршылыҡтар юҡ ул.

Көнһылыу, һиңә яңы үрҙәр, артабан да уңыштар, ижади балҡыштар һәм фәнни табыштар насип булһын.

Таңһылыу Баһауетдинова.

 

Сакуралар сәскә атҡан ерҙә...
Сакуралар сәскә атҡан ерҙә...
Сакуралар сәскә атҡан ерҙә...
Сакуралар сәскә атҡан ерҙә...
Сакуралар сәскә атҡан ерҙә...
Сакуралар сәскә атҡан ерҙә...
Сакуралар сәскә атҡан ерҙә...
Сакуралар сәскә атҡан ерҙә...
Сакуралар сәскә атҡан ерҙә...
Сакуралар сәскә атҡан ерҙә...
Сакуралар сәскә атҡан ерҙә...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас