Йәмғиәт
27 Май 2024, 07:05

"Иғтибар - балалар!" иҫкәртеү акцияһы бара

Ул 7 июнгә тиклем дауам итә. Мәктәп каникулдары алдынан һәм каникулдар ваҡытында водителдәр һәм юл хәрәкәтенең йәш ҡатнашыусылары менән иҫкәртеү эшенә айырыуса баҫым яһала.

"Иғтибар - балалар!" иҫкәртеү акцияһы бара"Иғтибар - балалар!" иҫкәртеү акцияһы бара
"Иғтибар - балалар!" иҫкәртеү акцияһы бара

Ағымдағы йылдың дүрт айында республика биләмәһендә бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 86 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 5 бала һәләк булған, 89-ы төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Акцияның төп бурысы -  юлдарҙа балалар ҡатнашлығындағы фажиғәләргә юл ҡуймау һәм тәртиптең төп ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү.

Был көндәрҙә экипаждар белем биреү ойошмалары янындағы күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар уҙғарыу  һәм ял итеү урындарында эшләй. Автобустарҙа, шәхси автомобилдәрҙә балаларҙы йөрөтөүгә айырыуса иғтибар бүленәсәк.

Хөрмәтле өлкәндәр! Балаларығыҙ өсөн өлгө булырға һәм законда билдәләнгән нормаларҙы боҙмаҫҡа тырышығыҙ. Руль артына ултырғанда белем биреү учреждениелары, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары янында айырыуса иғтибарлы һәм һаҡ булырға кәрәк.

 

 

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас