Йәмғиәт
17 Май 2024, 06:35

“Әсәйемә рәхмәтлемен”

Байназар ауылында йәшәүсе Иҙелбай Зәйнетдин улы Тажитовҡа һуғыш башланғанда 4 йәш була. Ике йәш кенә сағында атайһыҙ ҡалған малай ул ваҡытта һуғыштың ни икәнлеген аңламаһа ла, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, башҡа балалар кеүек эшкә егелеп үҫә.

“Әсәйемә рәхмәтлемен”“Әсәйемә рәхмәтлемен”
“Әсәйемә рәхмәтлемен”

- Әсәйем 4 баланы - ағайым Бейеште, ике апайымды, мине яңғыҙы үҫтерҙе. Атайым 40 йәшендә генә вафат булған. Миңә мәктәпте тамамларға мөмкинлек булманы. 1954 йылда 7-се кластан һуң колхозға эшкә сыҡтым. Бер нисә йыл бесән әҙерләүҙә йөрөнөм. Аҙаҡ колхоз идараһының аттарын ҡараусы итеп алдылар. Бер юлы янғын һүндереүсе вазифаһын да йөкмәттеләр. Ошо эштә 1963 йылға тиклем эшләргә тура килде.

Нужаны күп күрҙек инде. Кейем юҡ, ашарға юҡ.  Һарына, әттек кеүек үләндәр ашап үҫтек инде.  Минең тыуған нигеҙем әлеге мәсет урынында. Беҙ унда 1946 йылға тиклем йәшәнек. 1947 йылда әле йәшәгән йортобоҙға күстек. Бында олатайымдан ҡалған ике бүлмәле өй бар ине. Атайымдың Иҫке Собханғолда йәшәгән ҡустыһы Ғәйнетдин ағайым иҫке генә өй һатып алып бирҙе. Йорт тирәһен кәртәләп алыуға бағаналыҡ өсөн имәндәрҙе Бейеш ағайым менән икәүләп Иҙел аръяғынан - Еләктүбәнән әҙерләп алып ҡайттыҡ. Ул ваҡытта яҙғы боҙ ана-бына китергә ята ине. Иртә менән ике сана алып сығып киттек. Аръяҡҡа санаға ултырып таяҡ менән этеп сыҡтыҡ. Беҙ имәнде әҙерләп бөтөүгә, һыу боҙҙо ярып ағып сыҡҡан. Аяҡтың төбөнә тиклем һыу кисеп, имәнле саналарҙы берәмләп саҡ сығарып алдыҡ. Миңә - 10, ағайыма 13 кенә йәш ине ул ваҡытта.

Ғәйнетдин ағайым район үҙәгендә башта райкомдың 3-сө секретары булды, аҙаҡ милиция начальнигы урынбаҫары булып эшләне. Байназарға ҡайтып, ауыл советы рәйесе булып 13 кенә көн эшләп өлгөрҙө, һыуыҡ алдырып, мәрхүм булды.

Әсәйем колхоз идараһында, ауыл советында йыйыштырыусы булып эшләне. Пожарник та булды, китапхананы ла ҡараны. Беҙ ағайым менән уға эшендә ярҙам итеп йөрөнөк. Беҙҙе ашатыр, кейендерер өсөн шулай төрлө эштәрҙә йүгереп йөрөп эшләне. Ауыр булһа ла һыйырҙан  өҙөлмәне. Һуғыштан һуң ауылда балалар йорто асылды. Хәлһеҙ, тулы булмаған ғаиләләр балаларын шунда тапшырҙы. Ул балаларҙы күрһәм, йәлләй торғайным. Беҙҙе әсәйем алай ҙа ташламаны. Ғүмер буйы шуның өсөн уға рәхмәтлемен. Нисек кенә өлгөргәндер, ниҙәр генә кисергәндер инде, - ти, үткәндәрен хәтерләп, Иҙелбай бабай.

Йәйгеһен бесән эшләп, ҡышын бесәнде ферма малдарына ташыған йәш Иҙелбайҙың ойоштороу һәләтен һиҙеп, 1963 йылдың көҙөндә Байназарҙың беренсе бригадаһын етәкләүҙе ышанып тапшыралар. Шул йылда коммунистар партияһы сафына ҡабул ителә. Аҙаҡ ферма мөдире була, кирбес заводы, төҙөүселәр бригадаларын етәкләй. Ҡайҙа эшләһә лә хеҙмәтен урын-еренә еткереп башҡарған Иҙелбай Зәйнетдин улын барыһы ла хөрмәт итә. Тырыш хеҙмәте төрлө дәүләт наградалары менән баһаланған.

Тормошон Фәүҡинур инәй менән бәйләп, бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр, 50 йыл бергә бәхетле тормош кисерәләр. Балалары Радик менән Айгөл хәҙер үҙҙәре олатай, өләсәй булған -  атайҙары ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр һөйөп кинәнә.

Иҙелбай бабай ҡыҙы ҡарамағында йәшәй. Әсәләре вафат булғас, атаһын яңғыҙ ҡалдырмай, Айгөл апай ҡаланан күсеп ҡайтҡан. Атаһының тик кенә ултырмай, һәр ваҡыт хәрәкәттә булыуы, иртән көн һайын зарядка эшләүе, дөрөҫ туҡланыуы, үҙе ер ҡаҙып, йәшелсә сәсеп үҫтереүе, гөлдәр тәрбиәләүе, китап уҡырға яратыуы тураһында һөйләне ул. Ауыл китапханаһында иң әүҙем, иң күп китап уҡыусы булып һанала икән. Беҙҙең менән осрашҡанда Кирәй Мәргәндең әҫәрен уҡый ине. “Таң” гәзитен дә яратып уҡый, почтальондарҙың килгәнен көтөп кенә ала. Ҡайһы берҙә көн үткәреү өсөн телевизорҙан яңылыҡтар, детектив фильмдар ҡарай, “Байыҡ” тапшырыуын ярата.

-Хәтер генә хөртәйеп бара. Шөкөр, аяҡтарым шәп йөрөй, күҙем дә яҡшы күрә. Ҡыҙыма рәхмәтем ҙур, мине һәйбәт ҡарай. Инәйегеҙҙең үлгәненә 7 йыл булып китте, - ти бабай. Класташы, дуҫы Мөбәрәк Ишморатов менән көн дә күрешеп, бер-береһенең хәлдәрен белешеп йәшәйҙәр.

Бала сағы ауыр йылдарға тура килһә лә, шөкөр, ҡартлығы ҡараулы, хәстәрле һуғыш балаһының. Ошо бәхетенән айырмаһын.

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас