Йәмғиәт
12 Май 2024, 05:20

Йөрәгенә ейәндәре лә һыйған

Күңеле тар кешегә аҙ ҙа һыймаҫ, күңеле киңгә бар ҙа һыйыр, тип белмәй әйтмәйҙәр – Байназар ауылынан һуғыш күргән быуын вәкиле Фәйрүзә Мөхәмәҙиә ҡыҙы Ғәлина хаҡында ғыналыр төҫлө был әйтем. Үҙенең өс балаһы өҫтөнә иртә бер-бер артлы  баҡыйлыҡҡа күскән килене менән улының өс балаһын да  ҡарауға алып, үҙ балаларынан артыҡ күреп, бәпләп-яратып үҫтергән оло йөрәкле әсәй ул!

Йөрәгенә ейәндәре лә һыйғанЙөрәгенә ейәндәре лә һыйған
Йөрәгенә ейәндәре лә һыйған

1933 йылдың 15 авгусында Мораҙым ауылында донъяға килгән ул. Заманаһы ҡатмарлы һәм һуғыш ваҡытына тура килгәс, ирәйеп китеп уҡырға ла форсат теймәгән – 4 класс белем менән мөрхәтһенгән быуыны ла нығынмаған үҫмер ҡыҙ, үҙе кеүек бихисап тиҫтерҙәре ише, төптән колхоз эшенә егелгән.

“Эйй-й, нужа ҡаласын күп ашаныҡ инде – үгәй әсәй ҡулында үҫелде, йәштән ҡара эшкә керештек. Тәүҙә фермала сусҡа ҡараным, унан һыйыр һауҙым. Ялан-ҡыр эштәренән дә ҡалманыҡ, колхоз ни ҡушһа, шуны үтәнек. Беҙҙең быуындың күргәнен һөйләһәң, китапҡа һыймаҫ. Шулай ҙа бирешмәнек, эштә бешеккәс, киләсәккә өмөт ҙур, ышаныслы булғас, бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡтыҡ.

1956 йылда Байназар ауылы егете Ғәлин Ғәлиәхмәт Нуриәхмәт улы менән сәсте сәскә бәйләнек. Эш аралатып, бер-бер артлы өс балабыҙ тыуҙы: Ринат, Сәмәрә, Ғаяз. Бабай ҙа, мин дә колхоз эшенән бушаманыҡ. Ғәлиәхмәт оҙаҡ йылдар бригадир булды.

Пенсияға сығырҙан алда мәктәптә ҡарауыл эшендә эшләнем. Бабайым 75 йәше тулыр алдынан үлеп китте. 90 йәшемә ҡәҙәр үҙаллы йәшәнем, балалар килә-китә ярҙам итеп, ҡарап торҙо. Инде хәҙер кеше көнлө булып барыла – әлдә балаларым һәйбәт, шул тиклем матур итеп ҡарайҙар – рәхмәт төшкөрҙәре”, - тип алғышлана инәй.

Әле инәй аръяҡта (Истамкиндә) хаҡлы ялдағы ҡыҙы Сәмәрәлә. Ғәлиулла ағай менән әсәһен бынамын итеп ҡарайҙар. Ғаяз улы менән бер нигеҙҙә лә арыу йәшәгән – улы менән килененән дә бик риза инәй.

Үҙе көтөп үҫтергән ейән-ейәнсәрҙәре Азамат, Гүзәл, Азалия ла (әсәһе үлгәндә 8 айлыҡ ҡына булып ҡалған) инәйҙе иғтибарынан ҡалдырмай – килеп торалар, ярҙам итәләр. МХО-ға юлланған Азаматы өсөн доғалар ҡылып ҡына ултыра ауыл ағинәйе. Гүзәл мәктәптә уҡыта, Азалия ла юғары белем алып, ғаиләле булған, Өфөлә йәшәй.

Ана шулай балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ихтирамында –иғтибарында бәхетле ҡартлыҡ кисерә  һуғыш балаһы, хеҙмәт ветераны, абруйлы оло быуын вәкиле Фәйрүзә инәй.

Ошо инде ҡартайған көндә оло бәхет, күптәрҙең теләге.

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас