Атаһы фин һуғышынан ҡайтып, ата-әсәһен ҡарап, тәрбиәләп тороусы еңгәй тейеш кешеһен кәләш итеп ала. Хәлле йәшәгән крәҫтиән ғаиләһен кулак тип атай башлағастар, ҡатыны иренә Тағыя исемле ҡыҙҙы - Зөһрә инәйҙең әсәһен яусылап алып бирә. 7 йыл бер өйҙә йәшәгәндән һуң, ике яҡлы өй һалып сығалар. Колхозлашыу башланғас, атаһы Ырғыҙлы ауылына эшкә урынлашып, ялға ғына ҡайтып йөрөй башлай. 1938 йылға тиклем, кулак мөһөрө тағылып, һөргөнгә ебәргәнсе, шунда эшләй. Ул ваҡытта Зөһрә инәйгә 7 йәш кенә була.
“Әлегеләй хәтеремдә, атайымды һөргөнгә ҡыуғас, өйҙө тартып алдылар, өй эсендә булған бар нәмәне сығарып һаттылар. Ул ваҡытта апайыма 9 йәш, һеңлемә 7 ай ғына ине. Өйҙөң оло яғын балалар баҡсаһы итеп, икенсе яғын бикләп ҡуйҙылар. Беҙҙең өсөн ныҡ ауыр заман башланды. «Кулак ғаиләһе» тип иң ауыр эшкә йөрөттөләр, шул сәбәпле әсәйем 55 йәшендә генә донъя ҡуйҙы”, - ти ул.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ауылда ҡарт-ҡоролар, ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар ғына ҡала. Өлкәндәр менән бер рәттән балалар ҙа тир түгә. Зөһрә инәй ҙә мал көтә, ағас ағыҙыуҙа, ҡыш көнө бүрәнә ҡырҡыуҙа, һал ағыҙыу өсөн боҙ уйыуҙа эшләй.
- Еңеү хәбәре килгәндә Изгелде тамағында мал көтә инек. Хат ташыусы Нәзифә Баязитова “Еңеү! Еңеү!” тип ҡысҡырып үтте. Ул көндөң шатлығын әйтеп аңлатырлыҡ түгел, - тип хәтерен яңыртты инәй.
1959 йылда Тимер ауылына килен булып төшә һәм тормош иптәше Рәхимйән менән 6 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Тормош иптәше ғүмере буйы тракторсы булып эшләй, тырыш хеҙмәте өсөн “Атҡаҙанған тракторсы” исеменә лайыҡ була.
Балалары һәр береһе ғаиләле. Ҡыҙғанысҡа күрә, оло улы Мөхәмәт йөрәк ауырыуынан мәрхүм булып ҡала. Рәшиҙә менән Мөжәүире Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Айҙар, Тәнзилә, Шәүрәһе Учалыла, Гөлдәре Яңы Собханғол ауылында йәшәйҙәр. Форсаты сыҡҡан һайын ҡайтып, әсәләренә ярҙам итеп китәләр.
Дәһшәтле һуғыш йылдарын кисергән инәй үткәненә зарланмай, бөгөнгө матур тормошҡа шөкөр итеп, балаларының иғтибарына ҡыуанып йәшәй.