Йәмғиәт
11 Май 2024, 10:25

Быуат йәштәше льготаларҙан мәхрүм

Яҙмыш тигәнең кешене ниндәй генә юлдарҙан йөрөтмәй ҙә ҡайһы ярҙарға ғына килтереп һуҡмай. Бәндә тигәнең ошо икһеҙ-сикһеҙ һынауҙарға ҡаршы тора, бар хәленсә көрәшә, һына йәки яҙмыш бөгөлөштәрендә үҙе һынылыш яһай. Әңгәмәм геройы – быуаттың үҙенең тиңдәше.

Быуат йәштәше льготаларҙан мәхрүмБыуат йәштәше льготаларҙан мәхрүм
Быуат йәштәше льготаларҙан мәхрүм

Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы ҡыҙы, һуғыш сығыу сәбәпле, 3 класс ҡына бөтөп,   утты-һыуҙы, һуғыш ғәрәсәтен, уның бар афәтен үҙ елкәһендә татыған, ФЗО-һын да, ирҙәр эшен дә ҡалдырмаған. Ленинград өлкәһендә вагон-вагон торф тейәгән, аҙаҡ Свердловскиға ебәрелеп, унда эшләп,  үҙенең икенсе яртыһын – Бөрйән егете Маликов Йосоп Ғәлиәхмәт улын осратып, уның менән яҙмышын бәйләп, һөйгәне артынан 1954 йылда Бөрйәнгә килгән күпте күргән, күпте кисергән ағинәй – үҙе бер тарих, шанлы-данлы-ҡанлы йылдарҙың сағылышын йөҙөнә күсергән, йөрәгенә алған тере бер шаһит инде.

Иң үкенеслеһе – Мәғәфиә инәй бер мәл Өфөгә барғанында бөтә документтарын юғалтыу сәбәпле, тыл ветерандарына, һуғыш йылы балаларына, блокадалағы Ленинградта эшләгәндәргә һ.б. тәғәйен бер льгота менән  дә файҙалана алмай.

Билдәле, сит яҡ кешеһе булғас һәм һуғыш йылдарында ҡаты эштә һаулығын юғалтыу сәбәпле балалары булмағас, ире үлгәс, Бөрйәндә япа-яңғыҙы тороп ҡалған. Оло кеше ваҡытында документтарын юллау, яңынан эшләтеү кәрәклеген дә белмәгән (ауыл ерендә бит документһыҙ ҙа йәшәп булды элек). Олоғайғас иһә, документтар артынан йөрөй ҙә алмаған.

Яҙмыш тигәнең үтә ҡырыҫ та булмаған Миәкә ҡыҙына – ерҙә изге күңелле кешеләр ҙә күберәк. Ҡурғашлы ауылынан Хәҙисә апай Байназарова менән ире Ҡыуандыҡов Ишморат Фәйзрахман улы уны үҙ ҡанаты аҫтына алған, инәйҙе иҫке өйөнән үҙ биләмәләренә күсереп алғандар, ыҡсым ғына избенка төҙөп индергәндәр. Хәҙисә апай инәйгә үҙҙәренә ни бешерһә, шуны индереп бирә, ҡыш утын яға, иҙән-соланын йыуып бирә, керҙәрен алып ҡайтып йыуып индерә, ауырыһа, дарыу-фәләнен ҡаптыра, ҡыҫҡаһы, бар хәленсә Аллаһ ризалығы өсөн тип ҡарай, рәхмәт төшкөрө.

Мәғәфиә инәй әле, Аллаға шөкөр, үҙе аҡылында.

- Шәп инем әле, сырхауҙар бөгөп алып бара, ауырыу сәбәпле миктәп киттем. Хәҙисәгә рәхмәт, ашатып-эсерә, ҡарай, мунса индерә,  - ти инәй.

«Өфө архивына ла, район хакимиәтенә лә, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Р. Салауатоваға ла, пенсия фонды идаралығы начальнигы Д. Азанғоловҡа ла мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ, улар, инәйҙең документтары булмау сәбәпле, уның һуғыш осоронда Ленинградта эшләүен дә, тыл ветераны булыуын да – башҡаһын да иҫбат итеп булмай, тинеләр. Һөҙөмтәлә, инәй әле ни бары 15 500 һум пенсия ала һәм уны ҡараған кешегә 1380 һум түләнә. Иң күңелде өйкәгәне – башҡа әбей-бабайҙарҙың пенсияһы, 80 йәше тулғас, күҙгә күренеп артһа ла, инәйҙеке артмауы һәм уның үҙе файҙаланырға хоҡуҡлы бер льгота менән дә файҙалана алмауы», ти Хәҙисә апай.

Ошо яуапһыҙ һорауҙарҙың осона сыға алмағас, инде ҡул һелтәгәндәр.

Эйе, урыҫтың “без бумажки - ты букашка!” тигән әйтемен раҫлай Мәғәфиә инәй менән килеп сыҡҡан сетерекле хәл.

Тик... Заманында үҙ ҡулдары, хәләл көсө, Еңеү хаҡына фиҙакәр хеҙмәте менән Еңеү яҡынайтҡандарҙы “документ юҡ” тигән ҡыҫаға индереп, ошо ҡағыҙ булмаған өсөн генә файҙаланырға тейешле льготаларынан мәхрүм итеү үҙе кешелекһеҙлек түгелме?

Мәғәфиә инәйҙең аяҡтары шешкән – уларҙы яулыҡ менән сырмап бәйләгән булған. “Саҡ йөрөйөм. Быҙау баҫып, аяғым боҙолдо. Хәҙер һыҙлап яфалай. Үткән йыл 29 декабрҙә 98 йәшемде үткәрҙе Хәҙисә – ҡунаҡтар йыйҙы”, - тигән була ул, хәл-әхеүәлен бәйән итеп.

 «Үҙемдең ҡан баҫымым күтәрелһә, социаль хеҙмәткәргә мөрәжәғәт итәм, мин дә 70-те уҙған кеше», ти Хәҙисә апай.

Эйе, 40 йыл ғүмер итә ағас ағасты терәп, тигән була торғайны бер күрше инәй, кешеләрҙең бер-береһенә ярҙамы хаҡында. Мәғәфиә инәй бына ун йыл  Хәҙисә апайҙың ҡурсыуында.

Өйө йылы, тамағы туҡ, өҫтө бөтөн уның. Тик һуғыш күргән, оло яуҙың бар михнәттәрен елкәһендә татыған инәйҙең күңеле генә китек – документһыҙ, тип, уны тәғәйен льготаларынан ҡолаҡ ҡаҡтырыуҙары өсөн йәне әрней.

Кеше ғүмере мәңгелек түгел, быуаттың үҙе менән тиңдәш инәй тағы 98 йыл йәшәмәҫ. Ҡалған ғына ғүмерендә уның пенсияһын арттырып, льготалары менән файҙаландырып, күңелен үҫтереп, тылда илдең билен нығытҡан ветеран алдында хаталарҙы төҙәтеп булмаҫмы – ошо ғына һорау...

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас