2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Башлығы Указы менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булдырылды. Ойошма 2019 йылдың февраленән үҙ эшмәкәрлеген башланы.
2019 йылдан яңы проект - Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант индерелде. Акцияға ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта - 2019 йылда 70 меңдән ашыу ҡатнашыусы булһа, 2024 йылға 408 мең кешегә тиклем артты, ҡатнашыусыларҙың географияһы донъя күләменә етте.
Райондаштарыбыҙ ҙа был әһәмиәтле сараға ихлас ҡушылып, башҡорт теленән үҙ белемдәрен тикшереп ҡараны. Диктантты яҙыу район хакимиәтендә, район үҙәк китапханаһында, район мәғариф бүлегендә, мәктәптәрҙә – бөтәһе 11 майҙансыҡта ойошторолдо. Тәғәйен мәғариф өлкәһен алғанда, 2023 йылда район мәктәптәрендә 1900 кеше диктант яҙһа, быйыл 2100 ҡатнашыусы теркәлгән. Бынан тыш, диктантты өйҙә яҙыусылар ҙа күп булды.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Венера Вәлиева:
-Был ҙур матур акцияла райондаштарыбыҙ теләп ҡатнаша. 97 процент башҡорттар йәшәгән ерҙә диктант яҙыуҙа ҡатнашыуҙың маҡсаты белемде тикшереү генә түгел, ә, иң мөһиме, халыҡтың иғтибарын башҡорт телен һаҡлауға, уны үҫтереүгә йәлеп итеүгә ҡайтып ҡала. Бөгөнгө көндә оло, урта быуын кешеләре матур итеп башҡорт телендә аралаша. Ләкин балалар баҡсаһынан балаларҙың үҙ-ара рус телендә аралаша башлауҙары беҙҙе борсой. Быны гаджеттарҙа ултырыу менән бәйле тип уйлайым. Унда ла башҡортса аралашыу мөмкинлеге булһа, балалар, бәлки, үҙ телдәренә иғтибарлыраҡ булырҙар ине. Бөгөнгө көндә телде һаҡлау, үҫтереү, байытыу өсөн ғаиләләр иғтибарҙы көсәйтергә тейеш. Киләсәктә лә бындай матур саралар үтер, үҙебеҙҙең телебеҙҙе яратып, уны һаҡлап ҡалыу маҡсатында Бөрйән халҡы әүҙем ҡатнашыр тип ышанам.
Башҡорт теленән олимпиада
2023 йылда башҡорт теле буйынса тәүге онлайн-олимпиада уҙғарылды. Акция ярҙамында барлыҡ ҡатлам вәкилдәре лә онлайн форматта үҙ көсөн һынап ҡарай алды. Унда Рәсәйҙең 67 төбәгенән һәм 23 илдән 27 614 кеше ҡатнашты. 2019 йылдың июненән дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн “Өйрәнә башлаусылар өсөн башҡорт теле”, “Эшлекле башҡорт теле”, күрше төбәктәр (Силәбе өлкәһе, Пермь крайы, Екатеринбург ҡалаһы, Ырымбур өлкәһе, Һамар һ.б.) халҡы өсөн “Башҡорт теле” курстары уҙғарылды. Был 5 мең кешенең ҡыҙыҡһыныуын йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе.
2020 йылдан квартал һайын “Башҡорт теле: яңы ҡараш” сараһы уҙғарыла, уның барышында башҡорт телен популярлаштырыу буйынса 100-ҙән ашыу проект күрһәтелде. 2021-2022 йылдарҙа республикала башҡорт телле блогерҙар менән «Республика» блог-туры проекты бойомға ашырылды. Бөтәһе 300 блогер тарафынан 12 осрашыу ойошторолған, контенттарҙы ҡарауҙар һаны 5 миллион кеше. 2022 йылда Рәми Ғариповтың юбилейы уңайынан балалар һәм өлкәндәр араһында «Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсы уҙғарылды, унда 800-ҙән ашыу шиғыр һөйләүсе ҡатнашты.
Методик ярҙам күрһәтеү, уҡыу әсбаптары сығарыу
«Эшлекле башҡорт теле» (тиражы - 3000 берәмек), «Башҡорт теле: яңы ҡараш 2.0» (тиражы - 3000 берәмек) уҡыу ҡулланмалары нәшер ителгән, уларға мобиль ҡушымта (https://app.bashkorttele.ru/) әҙерләнгән һәм өйрәнелгән материалды нығытыу өсөн 10 видеоматериал төшөрөлгән.
Ә мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн «Әкиәттә ҡунаҡта» уҡытыу-дидактик материалдар (тиражы - 1000 берәмек) әҙерләнгән, уға «Кубики-пазлы» үҫтереү йыйылмаһы ингән; «Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә туған (башҡорт) тел» уҡыу әсбабы (тиражы - 1500 берәмек) сығарылған. Нәшриәт продукттары республикала ғына түгел, Силәбе, Свердловск, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайында, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һатылған, улар менән 8500 кеше файҙаланған.
Башҡорт телен һанлаштырыу
2020 йылда телдәрҙе ситтән тороп өйрәнеү өсөн «Туған тел донъяһы» платформаһы булдырылды (һылтанма: https://bash-mir.ru/), «Бергәләп башҡорт телендә» һәм «Башҡорт теле. Яңы ҡараш» уҡыу видеороликтары, “Матур башҡорт теле” телевизион проекты төшөрөлдө (Рәсәй-Башҡортостан, Бөтә Өфө, Башҡортостан-24, Ҡурай-ТВ телеканалдарында күрһәтелде). “Рәсәй-Башҡортостан” радиоһында “Башҡорт телендә бер минут” проекты башланды. Һәр проект буйынса платформаға 4-5 миллион кеше ингән. Был проекттарҙың популяр булыуы хаҡында һөйләй. Бынан тыш, 2020-2022 йылдарҙа башҡорт теленән рус теленә, руссанан башҡортсаға онлайн-тәржемә итеү онлайн һүҙлеге https://bashkortsoft.ru/ барлыҡҡа килде һәм камиллашыуын дауам итә. Әйткәндәй, уны ойоштороуҙа беҙҙең гәзиттәрҙән бер нисә йөҙ мәҡәлә тәржемәһе файҙаланылды. Ул сығанаҡтарҙы үҙенсәлекле ҡараусыларҙың һаны 766 мең кешегә етте. 2021 йылдан “Интерактив башҡорт теле” электрон веб-ресурсы https://basic.bashlang.ru/, башҡорт телен өйрәнеү өсөн 14 берәмек мобиль ҡушымта, ҡарауҙар һаны 5 миллионға еткән “вируслы” видеороликтар әҙерләнде. Рус һәм башҡорт телдәрендә https://ramigaripov.ru/ сайты булдырылды. Унда инеүселәр һаны 540 мең кешенән ашыу тәшкил итте. 2023-2024 йылдарҙа башҡортса һөйләшкән «Һомай» тигән аҡыллы колонка барлыҡҡа килде.
Әйткәндәй, ағымдағы йыл башында «Һомай» колонкаһы райондың Әбделмәмбәт ауылында ла йыйыла башланы. Тәүге ике көндә үк уҡыусылар уҡытыусылары ярҙамында 28 колонка йыйыуға өлгәштеләр. Әлеге ваҡытта мәктәптә етештерелгән һәр продукт Өфөгә ебәрелә. Балалар башҡортса һөйләшкән ҡорамалға һорауҙар биреп, тикшереп ҡарайҙар. Аҡыллы колонка авторы, Бөрйән егете Айгиз Ҡунафин юҡҡа ғына был мәктәпте һайламаған. Беренсенән, унда лазер станогы бар, икенсенән робототехника түңәрәге әүҙем эшләй, өсөнсөнән уҡыусылар колонкалар йыйыуға теләктәрен белдергән, дүртенсенән, балалар башҡортса һөйләшә.
Шулай уҡ мәктәптең директоры Инсур Үтәбаев «Әкиәт» тигән тауышлы пазлы өсөн Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы тарафынан үткәрелгән грант конкурсы еңеүсеһе булды. Тауышлы пазл эсенә төрлө әкиәттәр буйынса эшләнгән пазлдар һәм аудиоколонка инә. Пазлдарҙы дөрөҫ йыйып бөткәндән һуң, аудиоколонка башҡорт телендә әкиәт һөйләй.
Уҡытыусылар, уҡыусылар, студенттар башҡорт телендәге интерактив продукттар менән әүҙем ҡуллана. Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, төбәк-ара олимпиадалар призеры, Яуымбай ҡыҙы Зөлхизә Усманова бөгөнгө көндә Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты.
Бөрйән ҡыҙы Зөлхизә тел белеүҙең өҫтөнлөктәре менән файҙаланып, яңынан-яңы үрҙәр яулай. “Мин башҡорт һәм ҡытай теле уҡытыусыһы буласаҡмын. Әлбиттә, башҡорт бүлегендә уҡығас, күп материалдарҙы тәржемә итергә тура килә. Ҡыйынлыҡтар килеп тыуһа, онлайн тәржемә ҡушымталарына мөрәжәғәт итәм. Башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, балаларҙы иманлы, башҡорт рухлы итеп тәрбиәләү, үҫтереү яҡлымын», - ти Зөлхизә.
Башҡорт Википедияһы
Башҡорт Википедияһының ирекмәндәр төркөмө эсендә Бөрйән википедистары айырым урын алып тора. Башҡортлоғобоҙҙо һүҙҙә генә түгел, эштәре менән тотош донъяға танытып, аҡыл-ғилем, милләтебеҙ хаҡына фиҙакәрлек талап иткән был файҙалы эштә ҙур тырышлыҡ күрһәтә улар. Көнһылыу Ҡотлобаева, Рәшиҙә Ғиззәтулина, Вәхит Мөхәмәтов, Таңһылыу Ҡыуандыҡова, Нәсимә Нуразбаевалар 2017 йылдың апреленән Бөрйән-вики клубы исеменән сығыш яһайҙар.
Мәҫәлән, Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Луиза Юлдашева 2019 йыл дауамында Википедияның башҡортса бүлегендә 1334 мәҡәлә төҙөгән. Ул был эшкә 328 көнөн бағышлаған. Тимәк, көнөнә яҡынса 4-әр мәҡәлә яҙған тигән һүҙ.
Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге
2019 йылда Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығында айырым структура бүлеге - Милли мәғариф идаралығы, Мәғарифты үҫтереү институтында Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге ойошторолдо. Эш һөҙөмтәләре яҡшы ғына.
2019 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй I съезы уҙҙы, 2020 йылда Беренсе Төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары форумы уҙғарылды, 2023 йылдың октябрендә полилингваль белем биреү буйынса беренсе Халыҡ-ара форум ойошторолдо. Саралар һөҙөмтәһендә 2019-2023 йылдарҙа Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Учалы ҡалаларында, Хәйбулла һәм Мишкә райондарында 8 полилингваль мәктәп асылған.
Башҡорт районы булараҡ, Бөрйән мәктәптәрендә уҡытыу башҡортса алып барыла. Башҡорт телен үҫтереү, һаҡлау буйынса эштәр бар мәктәптәрҙә лә тиерлек берҙәй тигеҙ бара. Быйылғы йылда Байназар мәктәбендә Әхмәт Сөләймәновтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында «Сөләймәнов уҡыуҙары» баш алды. Ә.Сөләймәнов исемендәге дүрт премия (уҡытыусы, уҡыусы, тәрбиәсе, тәрбиәләнеүсе) булдырылды.
Полилингваль мәктәптәр
2024 йылда Баймаҡ һәм Тәтешле райондарында ла полилингваль мәктәптәр асыу күҙаллана. Бындай мәктәптәрҙең үҙенсәлеге урындағы халыҡтың (башҡорт, татар, мари, удмурт һәм башҡалар) телен тәрәнерәк өйрәнеү мөмкинлеген биреүҙән ғибарәт. «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» айырым дәүләт программаһы ҡабул ителде, уны дөйөм финанслау 3 520 621,0 мең һум тәшкил итте. 2019-2023 йылдарҙа 133 кабинетта интерактив таҡталар, проекторҙар, ноутбуктар ҡуйылған. 2019 йылдан Рәсәй төбәктәренең дөйөм белем биреү ойошмаларына башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 30 905 дана уҡытыу һәм уҡытыу-методик әҙәбиәт ебәрелгән. Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында квалификацияны күтәреү буйынса бушлай курстар, туған тел уҡытыусылары, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн һөнәри белем биреү курстары уҙғарыла.
Әйтәйек, 2019-2022 йылдарҙа 340 башҡорт теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте, сыуаш теле һәм әҙәбиәте, удмурт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы квалификацияһын күтәргән. Йыл һайын башҡорт теле мәсьәләләре буйынса төрлө ғилми-ғәмәли конференциялар, форумдар, семинарҙар үткәрелә, профилле сменалар индерелгән.
Полилингваль мәктәптәрҙең педагогтарына ярҙам итеү маҡсатында 2019 йылда үҙҙәренең предметтарын билингваль һәм полилингваль нигеҙҙә алып барған педагогтарҙың эш хаҡына 15% өҫтәмә түләүҙәр билдәләнгән. Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телде уҡытыу төркөмдәрендә эшләгән тәрбиәселәрҙең һәм педагогтарҙың эш хаҡы 15 процентҡа артҡан.
Ә 2024 йылда республиканың полилингваль мәктәптәре хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына 20 процент күләмендә дәртләндереүсе өҫтәмәләр индерелә, был уларҙың дөйөм эш хаҡы кимәленә ныҡ йоғонто яһаясаҡ.
Башҡорт телендә уҡытыусыларға иғтибар
2022 йылда «Туған телдә уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» айырым һөнәри оҫталыҡ конкурсы булдырылған, 2023 йылда «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика профессиональ конкурсы һәм уның сиктәрендә уҙғарылған «Туған телдә уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсы еңеүселәренә һәм лауреаттарына Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһы булдырылды.
2023 йылда иң яҡшы башҡорт һәм рус теле, әҙәбиәте уҡытыусыларына тапшырылған Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияларының һаны 50-нән 100-гә тиклем арттырылды. 50 мең һум күләмендә аҡсалата дәртләндереүгә дәғүә итеүселәр иҫәбенә республиканың полилингваль мәктәптәренең туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, педагогтары индерелде. Бындай дәртләндереү саралары конкурстарҙа ҡатнашыусылар өсөн стимул булып торҙо.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәсимә Баязитова Байназар мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Ул Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы уҡытыусы” конкурсы еңеүсеһе (2009) (100 меңлек грант), 2004 һәм 2013 йылдарҙа төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы номинанты.
Рәсимә Рауил ҡыҙы мәктәптең “Ҡаурый ҡәләм” түңәрәген етәкләй. Бик күп уҡыусылары “Аманат” журналы һәм “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрселәре. Уҡыусылары араһында Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге һәм Булат Солтангәрәев исемендәге премия лауреаттары ла бар. Дәрестәрҙән тыш, уҡыусылар менән үҙҙәре ижад иткән яҙмаларынан китапсыҡтар эшләйҙәр. Яҙыусылар һәм журналистар менән осрашыуҙар үткәрелә.
-Милли рухлы, әҙәпле, төплө фекерле, илһөйәр, үҙ телебеҙ менән ғорурланыусы, тыуған илдең данын арттырыусы, милләтебеҙҙең лайыҡлы вәкилдәрен тәрбиәләү - тәү маҡсатым. Дәрестәремде һәр саҡ ваҡытлы матбуғат менән берлектә үткәрәм. Гәзит–журнал - дәресемдең төп күргәҙмәһе, - ти Рәсимә Рауил ҡыҙы.
Башҡорт телен популярлаштырыу буйынса саралар
Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. 2019 йылдан телде популярлаштырыу маҡсатында был көндө саралар, төрлө конкурстар, флешмобтар, акциялар ойошторола, республиканың тораҡ пункттары урамдарында реклама баннерҙары ҡуйыла. Сараға халыҡтың бөтә ҡатламдары йәлеп ителә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Хәбиров ҡатнашлығында М. Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе буйынса саралар уҙғарыла.
Районда ла башҡорт телен һаҡлау буйынса төрлө акциялар үтеп тора.
2020 йылдан алып “Таң” гәзите төркөмөндә “Һүҙ бәҫе”, Уйлыға-уй” рубрикалары эшләй. Унда боронғо башҡорт теленең ынйы-мәрйенгә тиң һүҙҙәренең мәғәнәһе аңлатыла. Төркөмдә телгә маһирҙар халыҡ араһында һирәк ҡулланылған һүҙҙәрҙең мәғәнәһе хаҡында комментарийҙар менән бүлешә. Мәҫәлән, сипалау, ихтираз, бирхат, кейәңке, субыт һ.б. һүҙҙәрҙең мәғәнәһен ошо рубрикаларҙа табырға була.
Район, ауыл китапханаларында “Шуға ла беләм тел ҡәҙерен” акцияһы, “Әсәм теле – сәсән теле” флешмобы, “Әлләсе” интеллектуаль уйындары йыл дауамында үтә. Ауыл мәҙәниәт йорттарында башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса “Алтын тирмә”, “Әлләсе”, халыҡ ижадына арналған “Мөғжизәләр яланы” уйындары, төрлө тематик викториналар, халҡыбыҙҙың милли уйындары, мәҡәл, йомаҡтарға арналған кисәләр үтә.
2021 йылда Бөрйәндә “Әхмәт әйтеше” сәсәндәр конкурсы баш алды. Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, билдәле фольклорсы-ғалим, филология фәндәре докторы, академик, РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреты, районыбыҙҙың почетлы гражданы Әхмәт Сөләймәновтың яҡты иҫтәлегенә арналған был күркәм сара башҡорт теленә, Бөрйән ерлегендәге мәшһүр эпостарға, ауыҙ-тел ижадына битараф булмаған райондаштарҙы йыя һәм ҙур сәхнәләрҙә майҙан тоторҙай сәсәндәрҙе билдәләй.
Башҡорт телен популярлаштырыу, үҫтереү, һаҡлау буйынса районда алып барылған эштәр араһында Бөрйән ерлегендә генә үткәрелгән “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләүҙе лә билдәләп үтеү кәрәктер. Быйыл 28-се тапҡыр ойошторолған бәйгелә мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа бик ихлас ҡатнаша. Проект авторы, рухлы конкурс башында тороусы Роза Ғүмәрова: «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Марат Муллағолов ошо идеяны тәҡдим итте. Мәғариф министрлығы ла был идеяны хупланы. Уҡытыусыларға, ата-әсәйҙәргә, ошо бәҫте төшөрмәһәгеҙ ине, тип әйткем килә. Балаларҙың гаджеттарҙа ултырыуы ла тәҫьир итә. Быйыл бәләкәстәр араһында 36 тәрбиәләнеүсе ҡатнашты. Конкурсанттарҙың һаны кәмей. Был тәрбиәселәргә, уҡытыусыларға ишара».
***
Шағирә, журналист Айһылыу Ғарифуллина үҙенең кескәй телһөйәр ауылдаштарына (башҡорт теленән иң күп “бишле” алыусыға) шәхсән премияһын булдырҙы.
Былтыр был премияның тәүге эйәһе билдәләнде. Ул - Мәһәҙей мәктәбенең иң шәп, телһөйәр, илһөйәр уҡыусыһы Шайморат Шәғәлин.
Шаймораттан өлгө алып, туған телебеҙҙе яратыусылар, сатнатып үҙ телендә һөйләшеүселәр артһын.
Республика Башлығы гранттары
2019 йылда Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды тарафынан Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә Республика Башлығы гранттары конкурсы булдырылды - йыл һайын финанслау 50 миллион һум тәшкил итә.
Был һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге. Мәҫәлән, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында Башҡортостан Башлығы грантына мәғлүмәти, фәнни-методик һәм консультация ярҙамы күрһәтеү өсөн Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен өйрәнеүгә ярҙам үҙәге асылды, шуға күрә төбәктәр уҡыусылары өсөн дистанцион формалар ярҙамында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыла. 2021 йылда «Башҡорт теле - башҡорт иле» проекты тормошҡа ашырылды - Рәсәйҙең 7 төбәгендә башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса 9 йәкшәмбе мәктәбе асылды. «Иҙел» полилингваль олимпиадаһы һәм башҡалар үткәрелә.
Бынан тыш, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды 2019-2020 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһының полилингваль күп профилле мәктәптәре уҡытыусыларына грант ярҙамы күрһәтеүгә конкурс уҙғарҙы. Дөйөм суммаһы 2 760 000 һумлыҡ 48 сертификат тапшырылды.
2023 йылдың сентябрендә физик берәмектәр өсөн башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса проекттарға грант ярҙамы күрһәтеүгә конкурс ойошторола. 10 эш дөйөм суммаһы 900 000 һумлыҡ ярҙам алды.
2023 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Полилингваль белем биреүҙә филология фәндәренән уҡытыуҙың заманса технологиялары» айырым магистр программаһы асылды. Бөгөнгө көндә 16 студенттан торған беренсе курсҡа студенттар ҡабул ителгән.
Өфө фән һәм технологиялар университетында «Медиайыйын» республика журналистар форумы йомғаҡтары буйынса 2022-2023 уҡыу йылында «Журналистика» әҙерлеге йүнәлеше буйынса башҡорт төркөмөнөң эшмәкәрлеге тергеҙелде, 10 кешенән торған төркөм йыйылды.
2021 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған олимпиадалар һәм конкурстар исемлегенә индерелгәнгә күрә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада лауреаттарына һәм еңеүселәренә республика биләмәһендә урынлашҡан юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар өҫтәлә - 5-10 балл.
Бөрйән районы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Айгиз Шәрипов: “Башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм яҡлау буйынса районыбыҙҙа, ғөмүмән, республикала ҙур эштәр алып барыла. Башҡорт телен, мәҙәниәтте өйрәнеү, уны киләһе быуындарға ҡалдырыу - беҙҙең ҙур бурысыбыҙҙыр, тип уйлайым”.
Ғ. Манапов, район хакимиәте башлығы: «Телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу ниндәйҙер рәсми саралар менән эшләнә торған эш түгел. Әлбиттә, хакимиәт, етәкселек тарафынан телде һаҡлау буйынса күп эштәр башҡарыла, райондағы саралар башҡорт телендә алып барыла, үҙебеҙ ҙә башҡортса аралашабыҙ. Унан бигерәк Өфөгә барғанда ла сығыштарҙың бер өлөшөн башҡортса алып барырға тырышабыҙ һәм башҡаларҙы ла был йүнәлешкә этәрәбеҙ.
Туған телде һаҡлау иң беренсе ғаиләнән башлана. Мәктәптә лә, балалар баҡсаһында ла түгел. Һөйләштә килеп сыҡҡан паразит һүҙҙәрҙән арыныу, балаларҙы ла иҫкәртеп тороу, үҙебеҙҙең телде популяр, модалы итеү кәрәк. Модалы итеү өсөн уны даими ҡулланыу мөһим. Төп сере шунда ғына. Телде һаҡлау өсөн күп нәмә кәрәкмәй – бары тик үҙ телебеҙҙә һөйләшеү етә. Үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ икән, һаҡлайбыҙ тигән һүҙ.
Ҡайһы берҙә хәйләгә лә барыу кәрәк, мәҫәлән, балаларҙан һүҙҙәрҙең шунда уҡ тәржемәһен һорау. Минең үҙемдең дә тәжрибәм шуны һөйләй. Өлкән балаларыма руссанан башҡортсаға тәржемә итеүҙәрен һорайым. Яңы башҡорт һүҙен өйрәнәбеҙ икән, шунда уҡ руссаһын да белеп ҡуябыҙ. Балалар менән ике телде лә өйрәнеү бара, әммә өҫтөнлөклө аралашыу үҙ телебеҙҙә булырға тейеш.
Башҡа милләт вәкилдәрен миҫалға алайыҡ. Уларҙың Башҡортостанға күсеп килеүҙәренә тиҫтәләрсә йылдар үткән, йәки бында тыуғандар. Уларҙы бер кем дә өйрәтмәй, мәктәптә лә уҡытмайҙар. Әммә улар ғаиләләрендә үҙ телдәрендә һөйләшәләр. Башҡалар аңламаһындар, көлөп ҡараһындар, ти, әммә улар бер ҙә кәмһенмәйҙәр. Кемдер аңлаһын тип русса һөйләшергә тырышабыҙ икән, был беҙҙең ғорурлығыбыҙға әҙ генә булһа ла тейергә тейештер. Райондаштарға үтенесем: үҙ еребеҙҙә үҙ телебеҙҙә һөйләшәйек. Шунда ғына телебеҙ һаҡланасаҡ. Юғиһә, 50-60 йылдан башҡорт телендә һөйләшеүселәр бик аҙ ҡаласаҡ».
«Һуңғы йылдарҙа беҙ әҙерләгән проекттар «остолар» тигәндәй. Улар һәйбәт темптар менән тормошҡа ашырыла һәм халыҡ араһында ҙур һорау менән ҡуллана. Хәҙер ниндәйҙер яңы нәмә уйлап сығарырға тейешле ваҡытҡа еттек». Радий Хәбиров, «Туған телдәр сәғәте», 2024 йыл.
Ә. ЮЛСУРИНА.