Мәктәп традицияһына ярашлы, өсөнсөләр, класс етәкселәре Гүзәл Ринат ҡыҙы Ҡыуандыҡова менән берлектә монтаж әҙерләп, үҙҙәренең шиғри бүләктәрен ауыл халҡына еткерҙеләр.
Тантаналы митингыла район халҡын оло байрам – Бөйөк
Еңеү көнө менән Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәте башлығының иҡтисад, ағас эшкәртеү һәм туризм буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Гәлин Артур Азамат улы, ауыл биләмәһе башлығы Әминев Нуриман Нуритдин улы, Ветерандар советы рәйесе Алтынбаев Сәғит Ғизитдин улы тәбрикләне.
Бөйөк Ватан һуғышы... Илебеҙ иңенә төшкән был ҡәһәрле көндәрҙе халҡыбыҙ бер ҡасан да онотмай.
Еңеү көнө менән! Илебеҙ күге аяҙ, халҡы- имен, донъяларыбыҙ тыныс булһын!
Сығанаҡ: Байназар урта мәктәбе