Йәмғиәт
2 Май 2024, 07:10

Хәтер мәңгелек

9 Май – Еңеү көнө алдынан Бөрйән районында  43 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына ҡәберташтар ҡуйыласаҡ. Бөгөн Иҫке Собханғолдағы иҫке зыяратта 14 Еңеү һалдатына (1990 йылдан алда баҡыйлыҡҡа күскән һәм дәүләт наградалары – орден-миҙалдары  ишле булған) ҡәберташ (мемориаль комплекс) ҡуйылды. Сарала район ветерандар советы ағзалары, яугир атай-олатайҙарыбыҙҙың балалары,  туғандары ҡатнашты.

Хәтер мәңгелекХәтер мәңгелек
Хәтер мәңгелек

Был изге эштең башында район хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт, кадрҙар һәм мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Ғүмәров Марсель Вәли улы тора.

“ Бөйөк Еңеүңҙең 79 йыллығын билдәләү алдында торабыҙ. Халҡыбыҙҙа күсәгилешлек һаҡланһын, йәш быуын илһөйәрлек  рухында тәрбиәләнһен өсөн районда бихисап матур саралар үткәрелә, район ветерандар советы, төрлө йәмәғәт ойошмалары  ошо эштең уртаһында ҡайнай. Үткәнен, тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тип белмәй әйтмәй халыҡ. Беҙ үҙ тарихыбыҙҙы оноторға тейеш түгел. Башҡорт халҡы һәр ваҡыт үҙ иленә, һүҙенә тоғро булған. Рәсәйгә ниндәй генә бәлә килгәндә лә, башҡорт халҡы ҡалҡан булып күтәрелгән. Халҡыбыҙҙың был матур сифаттары хаҡында илебеҙ Президенты В.Путин да күп тапҡыр үҙ телмәрендә иҫкә алды. 1812 йылғы Ватан һуғышында ла башҡорт үҙенең аты, эйәр-өпсөнө ( тулы амуницияһы,   обмундированиеһы) менән ил һаҡларға күтәрелгән.

Беҙҙең Бөрйән районы халҡы хөкүмәт тарафынан иғлан ителгән һәр проектта ҡатнашырға атлығып тора.

БР Мәғариф министрлығына былтыр ни бары 3 мемориаль комплексҡа заявка бирелгән. Беҙ тиҙ арала  министрлыҡ менән һөйләшеп, ҙур суммаларға килешеп, 28 проектты үткәрә алдыҡ. Район ветерандар советы рәйесе Олег Марс улы Ғәлиев әйтмешләй, экономия юлы менән 43 мемориаль комплекс эшләтеүгә ирештек.Ҡыш көнө хәтерташтарҙы ҡуйып булманы, әле Еңеү байрамы алдынан был эште атҡарыу – иң ҡулай момент.  Бөйөк Еңеү һалдаттарының рухы шат булһын,изге эшебеҙ мөбәрәк булһын!”-тине ул сығышында.

Кейекбай ауылы мәсетенең имам-хатибы Фәнил хәҙрәт Мырҙағолов фани донъянан баҡыйлыҡҡа күскән ветерандарыбыҙ рухына аят бағышлап, күмәкләп доға ҡылғас, Еңеү һалдаттарының вариҫтары ата-бабаларының рухына бағышлап хәйер таратты.

Аҙаҡ мемориаль комплекстар зыярат эсенә индерелеп, шартына килтереп ултыртылды.

Рухтары шат булһын мәрхүмдәрҙең!

(Булат Тимерғәлиев фотолары)

Хәтер мәңгелек
Хәтер мәңгелек
Хәтер мәңгелек
Хәтер мәңгелек
Хәтер мәңгелек
Хәтер мәңгелек
Хәтер мәңгелек
Хәтер мәңгелек
Хәтер мәңгелек
Хәтер мәңгелек
Хәтер мәңгелек
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас