Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель , 16:10

Ҡөрьән белгән – барын белгән

Ҡөрьән – Бөйөк Аллаһтың һүҙе. Ғәләмдәр Раббыһының һүҙенә мөрәжәғәт итеү, Аллаһ хөкөмдәре буйынса йәшәү, Аллаһ ебенә тотоноу – иң сауаплы һәм ике донъяла ла һине бәхетле итер эш. Ошоно иҫәпкә алып, инде тиҫтә йылдан ашыу  район мөхтәсибәте районыбыҙҙа балалар араһында Ҡөрьән сүрәләрен ятлау конкурсы үткәреп килә. 25 апрель көнө балалар араһында Ҡөрьән аяттарын ятлау буйынса сираттағы "Иман нуры" конкурсы үткәрелде.

Ҡөрьән  белгән – барын белгән
Ҡөрьән белгән – барын белгән

Конкурс шарттары түбәндәгенән ғибарәт ине:

 Конкурста 6 (унан да бәләкәйҙәр айырым призға эйә булды) йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша алды. Йәш категориялары түбәндәгесә бүленде:

  1. 6 - 8 йәшлектәр ("Әл - Ғаср" - "Ән - Нәс")
  2. 9-12 йәшлектәр ("Әш - Шәмс" - "Ән - Нәс")

III.  13 - 16 йәшлектәр ("Ән - Нәбә -"Ән- Нәс") сүрәләрен ятҡа һөйләргә тейеш ине.

Һәр категорияла еңеүселәр ( 1-се,  2-се,  3-сө урын) билдәләнде.

Мәҫәлән, 8 йәшкә тиклемге бала Ҡөрьән- Кәримдән "Ғаср" (103-сө сүрә) сүрәһенән" Нәс "(114-се)  сүрәһенә  тиклемге сүрәләрҙең нисәүһен булһа ла ятлап жюри иғтибарына тәҡдим итә алды. Бөтәһен дә ятлаһа, тағы ла яҡшыраҡ баһа алды. Шулай уҡ Ҡөрьәнде асыусы “Әл-Фәтиха" сүрәһен дә ятларға мөмкин ине.

Үҙҙәре  менән таныштырғас (1 минут), балалар

ятлап килгән сүрәләренең  исемен ҡағыҙға яҙып алып килеп, жюриға тапшырҙы һәм улар әйткән сүрәне ятлап ишеттерҙе.

  Ҡатнашыусының шәриғәт ҡушыуы буйынса кейемдә булыуы мотлаҡ шарт булып торҙо.

Тәджүид ҡағиҙәһенә ярашлы, дөрөҫ итеп ятлауға ҙур иғтибар  бүленде.

Жюри ағзалары  Урал Маликов , Асылгужин Фитрат  Аҫылғужин хәҙрәттәр, РИУ шәкерте  Рәшиҙә Ғиззәтуллина һәм  Миңлегөл  Ғәлиналар һәр конкурсантҡа лайыҡлы баһаһын ҡуйҙы.

Сүрәләр ятлауҙа 3  йәш категорияһында ярышты балалар.

1-се категорияла( 6-8 йәшлектәр) 1-се урынды  Исхаҡова Әминә (2-се класс), 2- се урынды  Әнүәр Ноғоманов, 3-сө урынды   Фидалиә Аҫылғужина яуланы.

2-се категорияла  ( 9-12 йәштәр) 1-се урынды Фидалиә Вәлитова, 2- се урынды   Марат Әҙелбаев, 3-сө урынды Хәмзә Бикмәтов яуланы.

3-сө категорияла  ( 13-16 йәшлектәр)

 1-се урынды  Илшат Сәйфуллин  (Ырғыҙлы),

2-се урынды  Фәриҙә Әсиғолова  (Ғәҙелгәрәй)

3-сө урынды  - Азалия Күжәбаева (Әтек), ә төп приз - Гран-приҙы Кәримә Мырҙағолова яуланы.

"Бәйләнештә" селтәрендәге "Иман нуры" төркөмөндә барған балалар өсөн онлайн-конкурстың ваҡыты ла ошо көндәргә тиклем оҙайтылып, һөҙөмтәләре лә ошо көндә сығарылып, бүләктәр тапшырылды. Аҙанды матур яңғыратыусы балалар ҙа үҙ бүләктәренә эйә булды.

Аллаға шөкөр, районыбыҙҙа дин эштәре ыңғайлай, бигерәк тә балаларҙы – киләсәк быуынды күркәм динебеҙгә йәлеп итеү юҫығындағы ошондай эштәр әһәмиәтле һәм баһалы. Киләсәккә инвестиция үҙен аҡламай ҡалмаҫ.

Ҡөрьән  белгән – барын белгән
Ҡөрьән  белгән – барын белгән
Ҡөрьән  белгән – барын белгән
Ҡөрьән  белгән – барын белгән
Ҡөрьән  белгән – барын белгән
Ҡөрьән  белгән – барын белгән
Ҡөрьән  белгән – барын белгән
Ҡөрьән  белгән – барын белгән
Ҡөрьән  белгән – барын белгән
Ҡөрьән  белгән – барын белгән
Ҡөрьән белгән – барын белгән
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: