Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель , 16:05

Үлгәндәрҙең - ҡәберен, тереләрҙең ҡәҙерен бел, тигән боронғолар

 Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2020 йылдың 2 мартындағы , 2024 йылдың 12 апрелендәгеУказдарына ярашлы, республикала Хәтер һәм хөрмәт көнө үткәрелә килә. Ошо нигеҙҙә  быйыл Бөрйән районы биләмәһендә Хәтер һәм хөрмәт көнө 27 апрелдә билдәләнәсәк. Зыяраттарҙы ҡарап, тәртиптә тотоу, һәр беребеҙҙең барасаҡ  һуңғы урынын күҙ уңында тотоу – тереләрҙең бурысы. Ошо маҡсаттан 27 апрелдә иртәнге 10: 00 сәғәттә һәр ауыл зыяратында өмәләр уҙасаҡ, ҡәберстандар сүп-сар, ҡороп йыҡылған ағастарҙан һ.б. таҙартыласаҡ. Һәр кем үҙенең ата-бабаһының ҡәберен тәрбиәләһә, дини һәм йәмәғәт ойошмалары, урындағы хакимиәттәр берлектә төрлө дәүерҙә төрлө яуҙарҙа ил именллеге өсөн баш һалған хөрмәтле яугирҙарыбыҙҙың , ветерандарыбыҙҙың һуңғы төйәген тәртипкә килтерәсәк. Ошо изге эш алдынан ҡәберстанда үҙеңде нисек тотоу, зыяраттарҙы нисек ҡарап-тәрбиләп тороу хаҡында райондың имам-мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зариповтан файҙалы вәғәз тәҡдим итәбеҙ.

Үлгәндәрҙең - ҡәберен, тереләрҙең ҡәҙерен бел, тигән боронғолар
Үлгәндәрҙең - ҡәберен, тереләрҙең ҡәҙерен бел, тигән боронғолар

Зыяратта ошоларҙы эшләү тыйыла:

- Зыярат эсендә ғибәҙәтханалар (мәсеттәр) эшләү;

- Ҡорбан салыу. “Ислам динендә зыяратта ҡорбан салыу юҡ”, - тине Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм.

- Ҡәбер әһеленән ярҙам һорау. Ҡәберҙә ниндәй генә әүлиә ятыуына ҡарамаҫтан, унан ярҙам һорау тыйыла, сөнки беҙ һәр ваҡытта ла ярҙамды, һаулыҡты тик Аллаһтан ғына һорарға тейешбеҙ. Аллаһтан башҡанан һорау Уға тиңдәш ҡуйыу була, ә был иң оло гонаһ.

- Байрам ойоштороу;

- Хәжәттәрҙе үтәү;

- Ҡәберҙәргә яһалма сәскәләр, төрлө веноктар һалыу. Беренсенән, бындай сәскәләр күпмелер ваҡыттан һуң төҫтәрен юғалтып, уңып, йәмһеҙләнеп бөтәсәктәр барыбер һәм ни бары сүп булып ятасаҡтар. Ҡәберҙе күрергә килгән һайын ошондай сәскәләр тотоп килеү – ул зыяратҡа сүп тотоп килеү кеүек, сөнки төҫһөҙләнеп, ҡыйға әйләнгәнен берәү ҙә кире өйөнә тотоп ҡайтмай, ә ҡәбер эргәһенә ырғыта. Икенсенән, яһалма сәскәләрҙән ҡәберҙә ятыусы өсөн бер ниндәй ҙә файҙа юҡ. Ҡәберҙәрҙең өҫтөн матурлап биҙәү, ҡыйбатлы таштарҙан ҡоролмалар ултыртыу мәрхүмдәргә кәрәкмәй, улар тереләрҙән тик доға көтәләр. Ана шул нәмәләргә күпләп аҡса һалғансы, шул мәрхүм исеменән Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбандар салып, мәсеттәр төҙөү өсөн саҙаҡалар биреп торһалар, йәки башҡа төр сауаплы ғәмәлдәр ҡылһалар, был уларға бик ҙур файҙа килтерер ине. Ул ҡәберҙәр өҫтөнә ниндәй генә ҡыйбатлы таштар килтереп ултыртһаң да, мәрхүм булған туғаның унан терелеп сыҡмаясаҡ бит, тороп ҡәберенең өҫтөнә һоҡланып ҡарап йөрөй алмай. Уның хәҙер йәненә генә ярҙам итә алабыҙ, йән ризығына ғына мохтаж улар, ә йән ризығы – улар Аллаһҡа уның өсөн доғалар ҡылып тороу һәм Аллаһ ризалығы өсөн мәрхүм исеменән күберәк сауаплы булған ғәмәлдәр эшләү. Өсөнсөнән, файҙа килтермәгән нәмәләр өсөн аҡса һалыу – ул исраф, ә исраф итеү Исламда харам булып һанала. Ҡәбер өҫтөнә ябай таш ҡына ҡуйыу тыйылмай. Был – ҡәбер юғалып ҡалмаһын, уны тәрбиәләргә килеүселәр таба алмай йөрөмәһендәр, тапап өҫтөнән йөрөмәһендәр өсөн кәрәк.

- Ҡәбер өҫтөндә үҫеп ултырған үләндәрҙе йолҡоу, ағастарҙы һындырыу.

Мосолман зыяратында үҫкән үләндәр өс төргә бүленә: 1) Ҡәбер өҫтөндә үҫеүсе. 2) Ҡәберлектәр араһында үҫкән. 3) 40 йылдан ашыу ваҡыт үткән ҡәберҙәр өҫтөндә үҫеүсе үләндәр. Беренсе осраҡта, ҡәбер өҫтөндә үҫеп ултырған бөтә үҫемлектәр ҙә, ҡороғансы, Аллаһҡа тәсбих әйтеп, шул ҡәбер әһеленә еңеллек килтереп ултыралар. Был турала хәҙис бар. Икенсе һәм өсөнсө осраҡтағы хәлдә, үҫеп ултырған үләндәрҙе сабырға ярай, сөнки сабылмаған үлән оҙон булып үҫеп китеп, зыяратҡа килеүселәргә йөрөүҙе ҡыйынлаштырасаҡ, кешеләр оҙон үлән араһында туғандарының ҡәберҙәрен дә таба алмай йөрөүҙәре ихтимал.

“Урыҫтар туғандарының ҡәберҙәренә бер бөртөк тә үлән үҫтермәй, гел йолҡоп ташлап тора, таҙа тота, нишләп беҙгә йолҡорға ярамай?” – тип ризаһыҙлыҡ белдереп һорау бирә ҡайһы берәүҙәр. Мосолман ҡәберҙәрен дә сүп үләндәре, кесәрткән, дегәнәк кеүек әрһеҙ үҫеүсе үләндәр үҫтермәй генә тәрбиәләргә була, бының өсөн үләндәр ҡороп бөткәс, көҙгө айҙарҙа бөтә ҡый үләндәрен йолҡоп ташлап, күп йыллыҡ сәскәләр сәсергә була.

- Ҡәбер өҫтөнә баҫыу, ултырыу, ятыу. Бер хәҙисендә Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйтте: “Минең өсөн, мосолмандың ҡәбере өҫтөн тапауға ҡарағанда, янып ятҡан ҡуҙға йәки ҡылыстың үткер яғына баҫыу яҡшыраҡ,”.

- Тәмәке тартыу, спиртлы эсемлектәр эсеү;

- Үҫемлек үҫмәҫлек итеп ҡәбер өҫтөн гипс йәки таш плиталар менән ҡаплау;

- Ҡәбергә ҡаршы йәки эргәһендә тороп намаҙ уҡыу;

- Ҡәбер тирәләй таүәф ҡылыу. Шундай күренештәр ҙә осрап ҡуя: ҡайһы бер билдәле халыҡ табиптары, әүлиәләр ятҡан ҡәберҙәрҙе уратып йөрөп, унан ауырыуҙарына дауа һорайҙар, был бик ҙур гонаһ – Аллаһҡа тиңдәш ҡуйыу, ширк. Былай эшләү тыйыла! Таүәф тик Мәккәләге Аллаһ йорто – Ҡәғбәтуллала тирәләй генә ҡылына. Шулай уҡ ҡәберҙәр өҫтөндә үҫеп ултырған ағас ботаҡтарына ептәр,сепрәктәр бәйләп, сирҙән арынырға була тип тә уйлаусылар яңылыша, былар – мөшриктәрҙең (ширк ҡылыусы) ғәмәлдәре.

- Ҡәберҙе үбеү; ҡул менән һыйпау;

- Ҡысҡырып, һамаҡлап-һөйләнеп илау. Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең: “Уның өсөн ҡайғырып, ҡысҡырып илауҙары менән ҡәбер әһелен ҡәбер ғазаптарына дусар итәләр”,-тип әйтте.

- Әҙәпһеҙ хәбәрҙәр һөйләү;

- Ҡыйлау, сүп-сар ҡалдырыу. Ҡәберҙе тәртипкә килтергәндән, буяғандан һуң ҡалған әйберҙәрҙе ҡәбер эргәһенә ташлап ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Хәҙер бөтә ерҙәрҙә лә сүп-сар һалыу өсөн контейнерҙар бар, шунда алып барып һалыу бер ҙә ҡыйын эш түгел. Мәйетте күтәреп алып барған ҡулашаларҙы (тим ағасы, носилка) ҡәбере эргәһендә ҡалдырып китмәй, билдәле бер урында тотоу яҡшыраҡ. Кемдер мәрхүм булған һайын яңынан эшләп тороу ҙа кәрәкмәйәсәк, шул бер ҡулашаны (тим ағасын)тотоноп буласаҡ.

Нимәләр эшләргә ярай:

- Ҡороған үләндәрҙе, өҙөлөп төшкән ағас ботаҡтарын алып ташлау.

- Мал тапамаһын өсөн кәртәләп алыу;

Ҡәбер өҫтөнә сәскәләр сәсеү тыйылмай, тик ағас ултыртыу кәрәк нәмә түгел, сөнки ағастар ҙур булып үҫә, ҡартая килә сереп йәки ел-дауыл ваҡыттарында ҡолай, ботаҡтары һынып төшә. Ҡәбер өҫтәренә ҡолап зыярат ҡылыусыларға ҙур мәшәҡәт тыуҙырырға мөмкин.

- Ҡәбер таштарына аяттар яҙырға яраймы?

- Юҡ, сөнки ваҡыт үтә килә был ҡәберлектәр урынына икенсе ҡәберлектәр ҡаҙылып, унда ҡуйылған был таштар аунап ятасаҡ бит. Шуға киләсәкте уйлап эш итергә кәрәк, Ҡөрьән һүҙҙәрен хөрмәт итергә тейеш мосолман кеше.

“Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлеләрҙең ҡәберен бел”, - тигән әйтем бар бит халҡыбыҙҙа, ҡәберҙәрҙе зыярат ҡылып торайыҡ, зыяраттарыбыҙҙы тәртиптә тотайыҡ.

Бөтәбеҙ ҙә изге эшкә – зыяраттарҙы тәртипкә килтереү буйынса өмәләргә сығайыҡ, сауапҡа ирешәйек, йәмәғәт!

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: