Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель , 08:45

Килдеғол хужабикәләре "атты һоло менән ҡыуа"!

Кисә хәбәр иткән юл ремонтлау өмәһе хаҡында тағы был мәғлүмәт... Көнө буйы ир-атҡа аш яраштырып, сәй әҙерләп торған ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында ла телгә алмаһаҡ, яҙыҡ булыр. Килдеғолда ауылды төҙөкләндереү буйынса өмәләр даими үтеп тора. Ир-ат йыйылып, өмә яһап ағас-таш эшенә тотонһа, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ҡаҙан-самауырҙарын алып, алъяпҡыстарын тағып, тәм-томон төйнәп, улар янына ашыға – атты һоло менән ҡыуалар!

Килдеғол хужабикәләре "атты һоло менән ҡыуа"!
Килдеғол хужабикәләре "атты һоло менән ҡыуа"!

-Юлсыларға аш бешереүселәргә еңелдән булманы был көн, ҡаҙандарҙа аш ҡайнаһа, күктәге ҡояштың ҡайнарлығы өтә генә ине. Тик һынатманы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ: йөҙҙәре яҡты, телдәре татлы, аштары тәмле булды. Эшселәр бына-бына ашарға ҡайта, әйҙәгеҙ, тиҙ генә сәйләп алайыҡ та, Һарағыбыҙҙың ул яғынан да, был яғынан да тороп иҫтәлеккә фотоға төшөп өлгөрәйек, тиештеләр, - тип хәбәр итә хаҡлы ялдағы уҡытыусы, ҡәләм һәм фото оҫтаһы Мөнир Фәйзуллин.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: