Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель , 10:00

Уңған беҙҙең Лениза

Иң һөйөндөргәне – Лениза башҡорт телендә китапсыҡтар эшләй. Уларҙы республиканың төрлө төбәктәренән алдыралар. Рус телендәгеләре бөтә Рәсәй буйлап тарала. Редакцияға уның заказға эшләгән китабы юлайҡан ғына килеп эләкте – адресатына барышлай.

Уңған беҙҙең Лениза
Уңған беҙҙең Лениза

Лениза – Ҡолғана ауылы ҡыҙы. Ҡолғанала 7-се класты тамамлағас, Белоретта лицейҙа, аҙаҡ Учалы сәнғәт училищеһында, Магнитогорскийҙа дизайнерға (юғары белем) алған, әле лә камиллашыу өҫтөндә – Өфө Фән һәм технологиялар университетының  Сибай филиалында филолог һөнәрен үҙләштерә.

Ҡулы оҫта Ҡолғана ҡыҙының – интернет селтәрҙәрендә юҡ-юҡта уның үҙ ҡулдары менән эшләгән башҡортса китапсыҡтарын, сәйләндән эшләгән селтәрҙәрен һәм башҡа эштәрен күреп ҡалаһың.

Иң һөйөндөргәне – Лениза башҡорт телендә китапсыҡтар эшләй. Уларҙы республиканың төрлө төбәктәренән алдыралар. Рус телендәгеләре бөтә Рәсәй буйлап тарала.

Редакцияға уның заказға эшләгән китабы юлайҡан ғына килеп эләкте – адресатына барышлай.

Ҡарап сығып, һөйөндөк кенә – бына бит, балаларҙа туған телгә һөйөү уятыу йәһәтенән ҙур эш башҡара. Бер ҙә тел бөтә, балалар русса һөйләшә, тип зарланып ултырмаған, тотҡан да эшләгән.Китаптағы һүрәттәр сағыу, алынмалы-йәбештермәле – бала билдәле урынға үҙе табып януар-кейекте йәбештерергә тейеш.

“Бикбайҙан үҫтереүсе уйындар” форматындағы китаптың һәр береһе бер темаға арналған – баланың донъяны танып-белеүе, телде өйрәнеүе күҙ уңына алынған.

Афариндың аръяғы Ленизабыҙ әлеге мәлдә Әбйәлил районы Хәмит ауылында донъя көтә, Фәнүр Зәйнишев менән Ғилемдар, Әмирхан, Батырша исемле малайҙар үҫтерәләр.

“Бәйләнештә” селтәрендә уны табыуы еңел – Лениза Зәйнишева ( ҡыҙ фамилияһы Бикбаева) тип эҙләү ҙә етә.

Эштәрең уң булһын, Ҡолғананың уңған ҡыҙы!

Уңған беҙҙең Лениза
Уңған беҙҙең Лениза
Уңған беҙҙең Лениза
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: