Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель , 17:30

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашайыҡ!

27 апрелдә "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2024" акцияһы үтә. Ул онлайн һәм оффлайн форматта уҙғарыла. Акцияның рәсми сайтында https://clck.ru/epszz 11 апрелдән 26 апрелгә тиклем һәр кем үҙенең оффлайн майҙансығын теркәй ала, яҙырға теләгәндәр кәрәкле майҙансыҡты һайлап теркәлеү үтергә тейеш.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашайыҡ!
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашайыҡ!

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә 27 апрелдә "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2024" акцияһын үткәрә.

Ул онлайн һәм оффлайн форматта уҙғарыла. Акцияның рәсми сайтында https://clck.ru/epszz 11 апрелдән 26 апрелгә тиклем һәр кем үҙенең оффлайн майҙансығын теркәй ала, яҙырға теләгәндәр кәрәкле майҙансыҡты һайлап теркәлеү үтергә тейеш.

2024 йылдың 27 апрелендә 11.00 сәғәттә (Өфө ваҡыты) Башҡортостан юлдаш телеканалында, акцияның рәсми сайтында, акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәре сәхифәләрендә дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:

сәғәт 11:00-ҙән 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;

сәғәт 11:30-ҙан 12:00-гә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;

сәғәт 12.05-нән 12.30-ға тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙаллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға [email protected] йәки телеграмма-ботҡа https://clck.ru/ept22 2024 йылдың 29 апреленең 23:59 сәғәтенә тиклем (Өфө ваҡыты буйынса) ебәрергә кәрәк.

Шул уҡ ваҡытта диктантты 2024 йылдың 29 апреленең 23:59 сәғәтенә тиклем https://clck.ru/epszz рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (https://clck.ru/34q3yB , https://clck.ru/3A8Mkw) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк.

Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://clck.ru/epszz сайтында баҫтырылып сығасаҡ.


#башҡорттелендәдиктант #башдиктант #башдиктант2024 #диктантпобашкирскомуязыку #башҡортсадиктантяҙам

Автор:
Читайте нас: