Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель , 08:15

Һарағы ир-егеттәре юлды үҙҙәре ремонтлаған!

--Һеҙҙең Һарағы ир-егеттәренә һәйкәл ҡуйырлыҡ,--тигәйне бер ҡатын район үҙәгендә.--Берҙәмлек, егәрлелек буйынса һеҙҙән үрнәк алырлыҡ! Маҡтанмайбыҙ, бар беҙҙә ундай матур сифаттар, бына әле ағай-эне дәрт итте лә Әбделмәмбәт ауылына тиклемге оло юлды үҙ көстәре менән төҙөкләндерергә булдылар. Бының өсөн өйберенсә аҡса туплау бер ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырманы,“һә” тигәнсе тупланды яғыулыҡ-майлау материалдарына тәғәйен хаҡ. Унан юл төҙөү идаралығынан техника саҡырылды, ауылдағы беларустар ҙа эшкә сығарылды. Күршеләге Бәләкәй Ҡыпсаҡтан да килде егеттәр. Ауыл осондағы аулаҡ аҡланда усаҡтар яғылды, ҡаҙандар аҫылды, эшселәр өсөн өҫтәлдәр ҡуйылды.

Һарағы ир-егеттәре юлды үҙҙәре ремонтлаған!
Һарағы ир-егеттәре юлды үҙҙәре ремонтлаған!

Өмә ике көнгә иҫәпләнгәйне, юлдың ҙур өлөшө бөгөн ремонтлап та ҡуйылды. Был--егеттәрҙең дәррәүлеге, тырышлығы һөҙөмтәһе.
Ҡеүәтле тракторҙарҙа тау-таш аҡтарылыуын, көрәкле тракторҙарҙың ҡырсынташты арбаларға тейәүен, машиналарҙың һәм беларустарҙың саң-туҙандар борҡотоп ярыша-ярыша түшәләһе урынға юл алыуын ҡарап тороу ғына ла күңелгә кинәнес бирерлек, егеттәрҙең эшсәнлегенә һоҡланыу уятырлыҡ күренеш ине. Шунлыҡтан, егеттәрҙе исемләп телгә алыу бик урынлы булыр.
Экскаваторҙа тау түшен аҡтарып, транспорттарға тейәгән юл төҙөү идаралығы эшсеһе Ишмөхәмәтов Айнурға, үҙебеҙҙең егеттәр Искужин Ривал, Көмөшбаев Наил менән “Ҡаҙахстан”тракторында таш сығарыусы ағалы-ҡустылы Рәил менән Айрат Билаловтарға хөрмәттең олоһо. Нисәмә техникаға йөктө өлгөртөп кенә торҙолар. Елдертеп йөрөп таш ташыусыларҙан ауылдашыбыҙ, юл төҙөү идаралығы водителе Миндеғолов Марсель, шул уҡ ойошманан Яппаров Йәмил, Бәләкәй Ҡыпсаҡтан Ҡаһарманов Фәнил, Суфиянов Илһам, үҙебеҙҙекеләр: Сәғит, Илдус, Динислам Билаловтар, Урал, Рафиҡ, Вадим, Илназ, Садиҡ Искужиндар, Яхин Илназ(Әбделмәмбәттән), Ҡонафин Инсур, Ҡорманғолов Шайморат, Билалов Айназ бик тырышып эшләнеләр. Әйткәндәй, тракторҙарҙың төҙөклөгөн тәьмин итеүҙә, транспортсыларға ярҙамға килеүгә иретеп-йәбештереү оҫтаһы Искужин Әхиәрҙең, тәжрибәле механизаторҙар Мөхәмәтйәнов Зөлфәр менән Яхин Фазылйәндың, Илдус менән Айрат Билаловтарҙың, Фәтҡуллин Данистың әҙер генә тороуҙары ла күңелгә тыныслыҡ бирә ине.
Ҡырсынташты юлға ауҙарып китеү менән генә эш бөтмәй бит әле, өйөмдәрҙе таратырға, ипкә-һапҡа килтерергә кәрәк. Был йәһәттән ташты тигеҙләүселәр ҙә һалдат һымаҡ уяу һаҡта булдылар. Ғиләжев Азамат менән Билалов Сәйет һөргөслө беларустарында бурыстарын ваҡытында еренә еткереп башҡарып торҙолар.
Быйыл етмеш йәшен тултырған Динисламов Рәжәп ағай менән унан саҡ ҡына ҡалышҡан Искужин Әхиәр, Мәғдәнов Рәмзил менән Усманов Ишбирҙе һоҫҡо көрәктәре менән күләүектәргә уңай соҡор-саҡырҙарҙы ҡырсын менән тултырып тигеҙләнеләр. Искужин Рафаил йөк ташыусыларға юлдың бушаҡ-йомшаҡ урындарын билдәләп, ҡырсынташты түгеү күләмен күрһәтеп йөрөнө. Юл буйҙарын ҡараңғылатып, киҫкен боролоштарҙы ҡаплап, юл хәүефһеҙлеге тыуҙырып торған сауҡаларҙы Мөхәмәтов Даян штиле менән бысып йөрөһә, Ильяс, Фидан Баязитовтар, Ғиләжев Айбулат, Миндеғолов Вәдүт, Ғәфүр, Ансар, Сабит Билаловтар, Галин Ғәбит, Абдуллин Данил, аталы-уллы Рәүф менән Данияр Ваһаповтарға ла эш етәһе булды, бысылған сауҡаларҙы йыйып өйҙөләр, юлдағы эре таштарҙы онтанылар, йәки юлдан алдылар.
Юл ситтәрендәге “бураҙна”лар юлдың төҙөк торошона ҙур йоғонто яһай, Искужин Кәримдең һабанлы тракторы менән юлдың ике яғынан һыу юлдары һалыуы бик урынлы булды.
Ә тегендә, тәмле еҫтәр аңҡыған кескәй аҡланда өҫтәлдәр ризыҡ менән тулды, ҡаҙандарҙа ит беште, сәй ҡайнаны.
Ашнаҡсылар һәм уларҙың ярҙамсылары: Усманова Шәһиҙә, Малакаева Әнисә, Мөхәмәтйәнова Ғәзимә, Ғиләжева Нәилә, Искужина Хәлиҙә һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Резеда Исхаҡова, Дилфүзә Билалова һәм Нәҙилә Искужиналар бөтөрөлөп, өлгөрөп йөрөп аш-һыу әҙерләнеләр, юлсыларҙы саҡырып-саҡырып бик матур һыйланылар. Эшҡыуар Баязитова Әлбиҙә магазинынан продукттар бирҙе. Уға һәм өйҙән ашамлыҡтар, тәм-томдар әҙерләп килтергән Сәғиҙә еңгәй Искужинаға, шулай уҡ Ғәлиә Искужина, Нәфисә Билалова, Гүзәл Исхаҡова, Фирҙәүес Ваһапова, Рәғиҙә Баязитова, Зөлфиә Әхмәтова, Рима Ғиләжеваларға ла ҙур рәхмәт белдерә өмәселәр.
Утһыҙ төтөн булмай, тигән һымаҡ, утһыҙ, утынһыҙ аш та бешмәй, сәй ҙә ҡайнамай. Билалов Рафиҡ менән Яхин Рәфҡәт аҫҡаҡ аҫып, утын әҙерләп усаҡ яғып “ваҡытлы ашхана”майҙанына ҡот индерҙеләр, аш бешереүселәргә ихлас ярҙам иттеләр. Ә Искужин Бүләкбай ҡусты иртә таңдан йүгереп йөрөнө, өҫтәл, скамейка, ҡаҙан, өсаяҡ, утын ташыу, машинаһында ҡыҙҙарҙы ул -был йомошҡа алып йөрөү, егеттәрҙе обедҡа алып ҡайтыу уның яуаплылығында ине. Бик яҡшы атҡарҙы бурысын сос ҡусты.
Өмәнең беренсе көнө бына шулай еңдәр һыҙғаныулы дәррәү эш менән, күңелле, хатта әйтер инем хеҙмәт байрамы шарттарында үтте.
Иртәгә йәнә өмәгә! Уйҙарыбыҙ һымаҡ юлдарыбыҙ ҙа матур булһын!

Мөнир Фәйзуллин.

Һарағы ир-егеттәре юлды үҙҙәре ремонтлаған!
Һарағы ир-егеттәре юлды үҙҙәре ремонтлаған!
Һарағы ир-егеттәре юлды үҙҙәре ремонтлаған!
Һарағы ир-егеттәре юлды үҙҙәре ремонтлаған!
Һарағы ир-егеттәре юлды үҙҙәре ремонтлаған!
Һарағы ир-егеттәре юлды үҙҙәре ремонтлаған!
Һарағы ир-егеттәре юлды үҙҙәре ремонтлаған!
Һарағы ир-егеттәре юлды үҙҙәре ремонтлаған!
Һарағы ир-егеттәре юлды үҙҙәре ремонтлаған!
Автор:
Читайте нас: