Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель , 15:15

Пенсионерҙар әүҙем

Барыбыҙға мәғлүм:илебеҙгә сираттағы афәт булып, Орск ҡалаһын, күрше Ырымбур өлкәһендәге бәғзе ерҙәрҙе һыу баҫты. 1990 йылғы ҙур һыу баҫыу фажиғәһен үҙ елкәһендә татыған бөрйәндәргә был хәлдәр ят түгел, шуға дөйөм халыҡ, бигерәк тә район ветерандар советы, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, районда эшләп килгән төрлө ветеран ойошмалары бер төптән күрше төбәктәргә ярҙам ҡулы һуҙайыҡ, хәйер-саҙаҡанан һәм изге эштән булһын ғәмәлебеҙ, тип күтәрелеп сыҡты.

Пенсионерҙар әүҙем
Пенсионерҙар әүҙем

Район ветерандар советы ойошмаһының чатында фекер алышыу булып, тиҙләп Нурия Вәзир ҡыҙы Зәйнуллина иҫәбенә аҡса туплана башланы. Кисә-бөгөн ветерандар кәрәкле әйберҙәр алыу, гуманитар ярҙам туплау менән мәшғүл.

Район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев әйтеүенсә, “Диңгеҙселәр туғанлығы” ойошмаһы, башҡа йәмәғәт ойошмалары бөгөн иртән  5 пакет, 3 тоҡ, 2 ҡумта әйберҙе ярҙам йөҙөнән әҙерләп тапшырған да инде.

“Эйе, беҙҙең халыҡта “берең өсөн барың тор, барың өсөн берең тор ” тойғоһо көслө ул ! “Берҙе бүлеп бир, яртыны ярып бир” тип ҡалдырған ата-бабалар васыятынан, берләшеү- ойошоуға ынтылыу хас беҙгә, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр!Бер-береңә ҡарата битарафлыҡ тамырҙары тәрән китмәгән әле беҙҙә! “Берҙә түгел, илдә көс!”икәнен тойоу үҙе ЕҢЕҮ ул!Ағинәйҙәр төркөмөнә лә һалдыҡ саҡырыуҙы.Ауылдарҙа был юҫыҡта эш бара кеүек”, -тип яҙа “Район ветерандар советы” чатында район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Рәшиҙә Ғизәттуллина.

Изге эшкә  - бәрәкәт, тиергә генә ҡала.

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: