Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель , 08:30

Шишмә кәртәһе лә, стела ла ялт итеп тора!

Байназар ауылының шәп егеттәре Хәлит Йәғәфәров, Раян Салауатов, Ғилфан Алтынбаев, Аллаһ үҙе биргән ҡомартҡыны һаҡлау эшен дауам итеп, Үгеҙһөҙгән шишмәһенең кәртәләнгән баҡсаһын буяп, Байназар ауылының ҡото булған урынға йәм өҫтәгәндәр. Ул ғына ла түгел, Байназар ауылы егеттәре ауылды төҙөкләндереү эштәрен дауам итеп, оло юл буйындағы стеланы ла буяп, эргә-тирәһен сүп-сарҙан таҙалап ҡуйғандар. Айыҡ ауылдың ир-егеттәре тап шулай була!

Шишмә кәртәһе лә, стела ла ялт итеп тора!
Шишмә кәртәһе лә, стела ла ялт итеп тора!

-Үгеҙһөҙгән шишмәһе, оҙаҡ йылдар инде Байназар ауылы ололарын борсоуға һалып, ҡороп ятты. Элегерәк һыуы күл булып ятҡан ер тотош кибеп, һыуы бөттө, кире терелер тип бер кем дә уйламағандыр ҙа?! Кибеп, онотолған тап бына шул тирәгә йәштәр йорттар һалып, донъя ҡороп ебәргәндәр ине. Шишмә ниндәйҙер мөғжизә менән терелеп, һыуы ағып, яңы урамға тарала башлағас, ауылыбыҙҙың ун бишләп әүҙем ир - егеттәре Үгеҙһөҙгән шишмәһе яғынан ағып төшкән һыу ағымына юл ярҙылар. Кеме трактор, ҡайһылары көрәк-кәйлә менән килеп, траншея ҡаҙып, юл ярып, һыу ағымына юл асып, тап әкиәттәгеләй, Үгеҙһөҙгәнебеҙгә артабан йәшәү бүләк иттеләр. Әйҙә, сылтырап-сылтырап үҙ юлынан аҡһын. Ә йәштәребеҙ матур йәшәһендәр.
Афарин, ауылдаштар! Рәхмәт Һеҙгә!!! Берҙәмлектә - көс

Байназар ауылының шәп егеттәре Хәлит Йәғәфәров, Раян Салауатов, Ғилфан Алтынбаев, Аллаһ үҙе биргән ҡомартҡыны һаҡлау эшен дауам итеп, Үгеҙһөҙгән шишмәһенең кәртәләнгән баҡсаһын буяп, Байназар ауылының ҡото булған урынды йәмләп тә ҡуйҙылар.
Буяу, бумала һәм башҡа кәрәк - яраҡтар менән Байназар ауылы биләмәһе башлығы Нуриман Нуретдин улы Әминев һәм Илмир Вәлиев, Рөстәм Исламғоловтар ярҙам итте.
Изге эш бер ваҡытта ла онотолмай. Яҡшылығығыҙ үҙегеҙгә меңләтә сауап булып ҡайтыр, рәхмәт һеҙгә! – тип хәбәр итәләр Айыҡ ауыл-2023. Байназар ауылы   төркөмөндә.

#Айыҡ_ауыл_Байназар

Шишмә кәртәһе лә, стела ла ялт итеп тора!
Шишмә кәртәһе лә, стела ла ялт итеп тора!
Шишмә кәртәһе лә, стела ла ялт итеп тора!
Шишмә кәртәһе лә, стела ла ялт итеп тора!
Шишмә кәртәһе лә, стела ла ялт итеп тора!
Шишмә кәртәһе лә, стела ла ялт итеп тора!
Автор:
Читайте нас: