Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель , 12:05

Ғафуриҙар берҙәм!

Иҫке Собханғолдоң Мәжит Ғафури урамында йәшәүсе халыҡ һәр саҡ берҙәм – ППМИ-ла ҡатнашып, еңеп сыҡһындармы, яҙын-көҙөн ҙурҙан ҡубып өмәләр үткәрһендәрме, “ Әбделмән” мәсетенә ярҙам ҡулы һуҙһындармы – берәйһе “һайт” тиһә, “тайт” тип дәррәү ҡалҡа ла сығалар, күҙ генә теймәһен!

Ғафуриҙар берҙәм!
Ғафуриҙар берҙәм!

Ана  үткән ялдарҙа ла ошо урамда йәшәүсе район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиевтың бер оран ташлауы еткән – йәше-ҡарты тигәндәй өмәгә сыҡҡан: урам буйлап тоҡтарға сүп-сар йыйған, үҙҙәре йәшәгән урамды тәртипкә килтергән.

Афарин, урамдаштар, тиергә генә ҡала уларға.

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: