Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель , 17:15

Шәүүәл айының ураҙаһы: һорауҙарға яуаптар

Әлхәмдүлилләһ,  рамазан айындағы фарыз ураҙабыҙҙы тоторға форсат бирҙе, инде күп кенә мосолман ҡәрҙәштәрҙе шәүүәл айының 6 көнлөк сөннәтен үтәү һорауы борсой. “ Ураҙа ғәйетенән һуң шундуҡ (байрамдың иртәгәһенә) ураҙа тота башлаһаң буламы?”, “Яңғыҙ йомала ураҙа тоторға ярамай, тиҙәр – шул дөрөҫмө?”, “ Йоманың эргәһендәге көндәр (йә кесаҙна, йә шәмбене ҡушып, ураҙа тотһаң буламы?”, “ Шәүүәл айының 6 көн ураҙаһын өҙмәйенсә бер юлы (подряд) тоторға кәрәкме, әллә дүшәмбе, кесаҙна һайын тотоп, алтауға тултырһаң да яраймы?”, “ Рамазан айында ҡазаға ҡалған ураҙа көндәрен тултырып ҡуймай тороп, шәүүәл ураҙаһын тоторға яраймы, әллә иң беренсе фарыз ураҙалар тултырып ҡуйылырға тейешме?”, “ Шәүүәл айының ураҙаһын тотмаһаң да яраймы?”, “ Рамазан айынан тыш башҡа айҙарҙа нәфел  (добровольный) ураҙаларын  тотор өсөн ирҙән рөхсәт алыр кәрәк, тиҙәр – шул дөрөҫмө?” һ.б. һорауҙар менән редакцияға мөржәғәт итәләр – ошо һәм шәүүәл ураҙаһына ҡағылышлы башҡа һорауҙарға яуапты районыбыҙҙың имам- мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зариповтан алдыҡ.

Шәүүәл айының ураҙаһы: һорауҙарға яуаптар
Шәүүәл айының ураҙаһы: һорауҙарға яуаптар

Яуап: “ Әс-сәләмү ғәләйкүм, мосолман ҡәрҙәштәр! Рамазан айында тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын, тырышып шәүүәл айының ураҙаһын тотоусыларға Раббыбыҙ көс-ҡеүәт, ураҙа тоторлоҡ һаулыҡ-сәләмәтлек, иман ныҡлығы, форсат насип итһен.

Шәүүәл айындағы өҫтәмә ураҙа хаҡында Мөслим, Әбү Дауыт, Ән –Нәсаи, Ибн Мәджә, Тәбәрани йыйынтыҡтарына ингән хәҙистәрҙә әйтелә.

Әбү Әйүб әл-Ансари, Аллаһ унан риза булһын, еткерә, пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: “ Кем рамазан айы буйына ураҙа тота һәм унан һуң шәүүәл айында тағы 6 көн ураҙа тота, шул йыл буйы ураҙа тотҡанға тиң” (Әхмәд, хәҙис № 25533).

Беҙҙең бар маҡсатыбыҙ – Аллаһ ризалығына ирешеү. Һәр кем , үҙенә инселәнгән ғүмер арауығы бөтмәҫ борон ошоға ынтылырға тейеш, сөнки беҙгә күпме ғүмер бирелгәнен Аллаһтан башҡа берәү ҙә белмәй. Быйыл шәүүәл ураҙаһын тоторға форсат тейеүе, икенсе юлайы булмауы ла бар.

Һәм теге донъяла үлсәүҙә  изге эштәребеҙ гонаһтарыбыҙҙан  ауырыраҡ тартһын өсөн тырышыу зарур.

Шәүүәл айының ураҙаһын ниәт итеп башлар кәрәк (рамазан айындағы доға ише, тик “рамазан” тигән урынға “шәүүәл” тип әйтер кәрәк, үҙ телеңдә ниәт итһәң дә бара). Әгәр кеше шәүүәлде ниәтләй икән, шәүүәлдән китә, ә ҡаза ураҙаһын тотам , тиһә (рамазан айында етди сбәптр арҡылы тотолмай ҡалған ураҙаларҙы тултырып ҡуйыу), ҡаза ураҙаһын ниәтләй. Ҡазаны ниәтләгәндә бер үҙенсәлек бар – мотлаҡ  йә йоҡларға ятҡанда, йә сәхәргә торғанда ниәтләп ҡуйыр кәрәк, шәүүәлдең ураҙаһын  (нәфел)  иһә иртәнсәк ҡасан уянһа ла (зәүүәлгә тиклем бер ни тиклем ваҡыт арауығы ҡалғас) ниәтләп ҡуя ала, сәхәргә тормай ҡалһа ла.

Тағы шуныһы бар: ҡазаны кеше ҡасан булһа ла үтәй ала  - икенсе ураҙаға тиклем йә ғүмеренең ахырынаса. Шулай ҙа ҡазаға ҡалған ураҙа көндәрен шәүүәлдән алда тултырып тотоп ҡуйыу хәйерле, сөнки кеше алда үҙенең күпме ғүмере барын белмәй, фарыз ураҙаларын ҡаза ҡылмай үлеп китергә лә мөмкин, ә был иһә уның елкәһендә бурыс булып ҡала.

Ураҙа ғәйетенең иртәгәһенә , йәғни бөгөндән, шәүүәлдең ураҙаһын тоторға мөмкин. Быйыл кесе йомаға тура килде шәүүәлдең икенсе көнө, иртәгә йома булғас, бөгөн, иртәгә тоторға, йә бер тоташтан 6 көн тотоп ҡуйырға мөмкин. Ураҙа яңғыҙ йомаға эләкмәһен өсөн уны шәмбе йә кесаҙнаны ҡушып тотоп ҡуйырға була.

Нәфел ураҙаға ирҙән рөхсәт һорар кәрәк, сөнки ҡатын-ҡыҙ иренең енси теләген ҡәнәғәтләндерергә тейеш. Ире сәфәрҙә булһа, ҡатын-ҡыҙ рөхсәт һорамай тота ала. Был ҡағиҙә фарыз ғәмәлдәрҙән булған рамазан ураҙаһына ҡағылмай, сөнки ул – фарыз, Аллаһ Ҡөрьән аяты менән бойорған ураҙа һәм Аллаһтың хаҡы ирҙекенән юғары.

Шәүүәл ураҙаһын аралаштырып ( ошо бер ай эсендә 6-ға тултырып), шәүүәл айының теләһә ниндәй көнөндә (яңғыҙ йомала ғына түгел) нисә көн тотҡоң килә, шунса көн тоторға мөмкин.

Шәүүәлдең 6 көнөн бер юлы тоташтан өҙмәй, йә аралатып, ял итә- итә, үҙеңә уңайлы көндәрҙә тотоп тултырып ҡуйырға мөмкин.

Шәүүәл айының ураҙаһы  фарыз (мотлаҡ үтәй торған) түгел, ә нәфел (ирекле, үҙ теләгең буйынса). Тотһаң, өҫтәмә сауап, тотмаһаң, гонаһ юҡ һәм теге донъяла уны тотмаған өсөн яуап бирмәйең.

Фарыз һәм нәфел  (добровольный) , сөннәт (пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм тотҡан, беҙ уға оҡшарға тырышып тотабыҙ)ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: