Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель , 08:20

Үгеҙһөҙгән шишмәһен ир-егеттәр тәрбиәләп тота

Бөгөн был сауаплы эште үҙ өҫтәренә Йәғәфәров Хәлит һәм Алтынбаев Ғилфан алғандар. Улар шишмә эргәһен таҙалап, ҡолаған ҡапҡаһын төҙәтеп ҡуйғандар. Салауатов Рәфил балалар менән шишмә ағып төшкән туғайҙы суп-сарҙан таҙалау ойоштороп ебәргән.

Үгеҙһөҙгән шишмәһен ир-егеттәр тәрбиәләп тота
Үгеҙһөҙгән шишмәһен ир-егеттәр тәрбиәләп тота

Үгеҙһөҙгән шишмәһе яңы асфальт юлдан ауылға төшкән ыңғайы уң яҡта тау аҫтынан таҙа һыулы шишмә урғылып ағып ята. Яҙ көнө мул һыулы шишмә йәйгә табан ҡорой, ә элек ҡоромаған. Ә тарихына килгәндә ололар былайыраҡ тип һөйләйҙәр: борон башҡорттар бер урындан икенсе урынға күсенеп йәшәгәндәр. Бер ваҡыт ике үгеҙ һөҙөшә башлайҙар. Үкерә-үкерә ҡара үгеҙ ерҙе һөҙөп торғанда был урындан һыу килеп сыҡҡан. Шунан алып был урынды Үгеҙһөҙгән, ә шишмәһен Үгеҙһөҙгән шишмәһе тип атағандар.

Элек был шишмәгә эсер һыуға йөрөгәндәр, сөнки боҙ киткән мәлдә Иҙел һыуы бысраҡ була. Алыҫ тип тормай йәш килендәр, әбейҙәр тау аҫтындағы ҡыҙырым һуҡмаҡтан һыуға йөрөр булғандар. Шишмәнең тирә-ҡуйы үлән, сәскәлек, ағаслыҡ булды. Май байрамдары етһә, тау бите умырзаяға ҡапланған мәлдә, халыҡ самауырҙар алып, бала-сағаларын эйәртеп, сәхрәгә сығып, күңел асып ҡайта ине. Шишмәнең һыуы йылтыр ғына, тап-таҙа булды, төбөндә тинлек аҡсалар йымылдашып күренеп ята, кеше шишмәнең ҡото китмәһен тип көмөш аҡса ташлай ине. Шишмәнең мул һыуы ағып сыға ла, туғайға йәйелеп, йәй уртаһына тиклем кипмәй, күл булып ята.

Шишмә тирәһе тапандыға әйләнеп киткәс, битараф булмаған кешеләр Үгеҙһөҙгән тирәһен тәрбиәләп ҡуйҙылар. Вәлиев Фәнил уландары менән кәртәләп ҡуйҙы, шул тирәлә йәшәгәндәр буяп, таҙалап торалар.

 Бөгөн был сауаплы эште үҙ өҫтәренә Йәғәфәров Хәлит һәм Алтынбаев Ғилфан алғандар. Улар шишмә эргәһен таҙалап, ҡолаған ҡапҡаһын төҙәтеп ҡуйғандар. Салауатов Рәфил балалар менән шишмә ағып төшкән туғайҙы суп-сарҙан таҙалау ойоштороп ебәргән. Аллаһ был изге эшегеҙҙең сауаптарын насип итһен! Ҡиблаға ҡарап аҡҡан шишмә һыуы борондан шифалы тип һаналған - шифалы һыу менән ауыл халҡы кинәнеп ҡулланһын, дауаһы тейһен тип тырышҡандар. Уларға ҙур рәхмәт!#Айыҡ_ауыл_Байназар

Айыҡ ауыл-2023. Байназар ауылы
Үгеҙһөҙгән шишмәһен ир-егеттәр тәрбиәләп тота
Үгеҙһөҙгән шишмәһен ир-егеттәр тәрбиәләп тота
Үгеҙһөҙгән шишмәһен ир-егеттәр тәрбиәләп тота
Автор:
Читайте нас: