Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель , 11:40

Республиканың күп функциялы үҙәгендә (МФЦ) көтөү ваҡыты — 5 минут

Башҡортостандың күп функциялы үҙәгендә хеҙмәт күрһәтеүҙе көтөү ваҡыты 25 минуттан 5 минутҡа тиклем ҡыҫҡартылды. Был хаҡта республика премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.

Республиканың күп функциялы үҙәгендә (МФЦ) көтөү ваҡыты — 5 минут
Республиканың күп функциялы үҙәгендә (МФЦ) көтөү ваҡыты — 5 минут

Республиканың министрҙар кабинеты рәйесе билдәләүенсә, хәҙер күп функциялы үҙәктә 380-нән ашыу дәүләт һәм муниципаль сервистарҙан файҙаланырға мөмкин.

«Башҡортостан ошо йәһәттән алдынғы биш төбәк иҫәбендә. Хеҙмәттәр һаны 2018 йыл менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға артты», — тип белдерҙе Назаров.

Шулай уҡ граждандарҙан килгән ялыуҙарҙың өс тапҡырға тиерлек кәмеүе билдәле.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-08/vremya-ozhidaniya-v-mfts-bashkirii-sostavilo-5-minut-3719183

Автор:
Читайте нас: