Йәмғиәт
5 Апрель 2024, 10:05

Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

Атай һүҙен иҫтә тотоп, бәләкәйҙән белемгә ынтылған, кескәйҙәрҙе ихлас яратҡан, мауыҡтырғыс та, шул уҡ ваҡытта үтә яуаплы уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалып, Рима Шахниязова 40 йылдан ашыу ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған.

Хеҙмәте менән хөрмәт яулағанХеҙмәте менән хөрмәт яулаған
Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

Бөгөн инде хаҡлы ялда – уҡыусыларының хеҙмәтен, йәшәйешен күҙәтеп, балаларының изгелектәрен күреп, үҙенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан ейән-ейәнсәрҙәренә тәрбиә орлоҡтары сәсеп йәшәй.

Иҫке Мөсәт ауылы ҡыҙы Рима Фәсхетдин ҡыҙы 1978 йылда Белорет педагогия колледжын тамамлағандан һуң, ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә.

-Атайым ике генә һүҙ әйтә торғайны: “Уҡырға кәрәк”. Тик уға уҡып бөткәнемде күрергә насип булманы. Дәүләт имтихандарын биргән ваҡытымда атайым беҙҙең аранан китеп барҙы. Деканат хәлемә инде. Атайымды һуңғы юлға оҙатҡандан һуң кире барып имтихандарымды тапшырып бөттөм, - тип башланы һүҙен әңгәмәсем.

Элек белемең булһа, уға тап килгән эше лә табылып торған. Йәш белгес 10 йылдан ашыу Белорет районының Исмаҡай ауылында уҡыта. Ғүмерлек тормош юлдашы менән дә шунда таныша. Өйләнешеп, Айгөл һәм Раян исемле балалар үҫтерәләр.

-Исмаҡайҙа йәшәгәндә лә  “Таң” гәзитен алдырҙым, гәзиттән өҙөлмәнем. Почтанан конверт менән һалып ебәрерҙәр ине, - ти тоғро гәзит уҡыусыбыҙ.

Ул ваҡыттарҙа хәҙерге һымаҡ техника ла булмағас, өҫтәүенә,  бәләкәй балалары менән сессияға йөрөүе ауырыраҡ була йәш уҡытыусыға.

-Күсенеп йөрөп уҡыныҡ. Балаларҙы Исмаҡайҙан Бөрйәнгә алып килеп ҡалдырып китәм. Үҙем 12 урынлыҡ Бөрйән – Стәрлетамаҡ самолетында уҡырға йөрөнөм. 45 минутта Стәрлетамаҡҡа барып төшә инек. Бер ваҡыт 10 айлыҡ ҡыҙымды ҡалдырып, имтихандар тапшырырға киттем. Ҡайтһам, балам мине онотҡан, миңә килмәй.

Балаларҙы ҡарап өйҙә лә оҙаҡ ятып булманы шул элек. Бер нисә айҙарында уҡ эшкә сығырға тура килде, - ти Рима апай йәш саҡтағы ғаилә мәшәҡәттәрен иҫкә төшөрөп.

1989 йылда Рима Фәсхетдин ҡыҙы Яңы Собханғол мәктәбенә оҙайтылған көн төркөмөнә тәрбиәсе булып урынлаша. Тиҙҙән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы эшен ала. Аҙаҡ Иҫке Мөсәт башланғыс мәктәбендә 2013 йылға тиклем директор вазифаһын башҡара.

-Ул ваҡыттарҙа нисек өлгөргәнбеҙҙер тип аптырайым хәҙер. Иртә таңдан сығып китер инек.  Дәрестәргә ҡулдан яҙып әҙерләндек. Уның араһында малын да ҡарар кәрәк, өй, ҡул эштәрен дә ҡалдырып булмай, бәйләм дә бәйләйһең. Балалар үҙ аллы, тырыш булып ҙурайҙылар. Төндә йәшәгәнбеҙҙер, тим. Хәҙер буш булһаң да, ваҡыт еткереп булмаған кеүек, -  ти ветеран уҡытыусы.

Балаларҙы яратҡан кеше генә был һөнәргә тоғро ҡала алалыр. Инсульт кисергәндән һуң да үҙендә артабан да эшләргә көс таба. Уҡытыусы эшенән баш тартмай - квалификация үтеп, Иҫке Мөсәт, Яңы Собханғол ауылдарында физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән шөғөлләнә. 2018 йылға тиклем балаларҙы өйҙәренә йөрөп уҡыта. Эшенән йәм табып, уны яратып башҡарған тәжрибәле уҡытыусы ҡәләм дә тота белмәгән, һөйләшмәгән балаларҙың күңелдәренә юл таба, бәләкәй генә уңыштарына ла ихлас һөйөнә, уларҙы күп нәмәгә өйрәтә алыуына ҡыуана. Тормошҡа башҡасараҡ ҡараған кескәйҙәрҙең үҫеше өсөн бар тырышлығын һала – махсус ҡәләмдәр ала, материалдар туплай. Үҙенең уҡыусыларын тик йылы хистәр менән генә иҫкә алып, эшләгән эше, хеҙмәте өсөн шатлыҡ ҡына кисерә бөгөн хеҙмәт ветераны.

Уҡытыусы тигән хөрмәтле, мәртәбәле һөнәргә эйә булған мөғәллимәне район мәғариф бүлеге, Мәғариф министрлығы бихисап Маҡтау грамоталары менән бүләкләгән. Рәсәй Федерацияһының почетлы хеҙмәткәре исеменә, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” билдәһенә лайыҡ  булған Рима Фәсхетдин ҡыҙы 30 йылдан ашыу һайлау комиссияһы рәйесе булып эшләй.

Ғаиләһенән дә уңған Рима Фәсхетдин ҡыҙы. Гармунсы ла, ҡул, тимер эштәренә оҫта Рамаҙан Шахниязов заманында ауыл хакимиәте башлығы, “Яңы юл” хужалығы етәксеһе вазифаларын башҡара. Йәмғиәт эштәренә әүҙем ғаилә төрлө концерт-сараларҙа ҡатнаша, конкурстарҙа еңеүҙәр яулай. Айырыуса “Имәндәр шаулай” йырын яратып башҡара улар.

Ейән-ейәнсәрҙәре менән килеп ярҙамлашып, эштәрен теүәлләп киткән балаларынан риза булып, оло йәштәге әсәһен тәрбиәләп йәшәгән ветеран уҡытыусыны хөрмәт менән мәктәптә уҙғарылған сараларға саҡырып торалар. Күптәргә өлгө булырлыҡ хеҙмәт юлы үткән Рима Фәсхетдин ҡыҙын ошо шатлыҡтарҙан айырмаһын.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас