Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель , 12:10

Район ифтарына рәхим итегеҙ!

Хөрмәтле йәмәғәт! Изге рамаҙан айы ла тамамланыу өҫтөндә. Ошоно иҫәпкә алып, 7 апрелдә (йәкшәмбе көн) киске 19:00 сәғәттә район ифтарына йыйылабыҙ, Аллаһ насип итһә! Ифтарҙы үткәреү урыны – Иҫке Собханғолдағы “Фурҡан” йәмиғ мәсете.

Район ифтарына рәхим итегеҙ!
Район ифтарына рәхим итегеҙ!

Ифтарҙы үткәреү урыны – Иҫке Собханғолдағы “Фурҡан” йәмиғ мәсете. Өфөнән  ҡунаҡтар – үҙебеҙҙең мосолман егеттәре көтөлә. Улар һорау-яуап формаһында интеллектуаль уйындар (викторина) ойоштора, беҙҙең мөхтәсибәт тарафынан әүҙем ҡәрҙәштәребеҙҙе Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләү ҙә ҡаралған.

Әле дөйөм халыҡ ифтарына йыйымдар башланды, йәғни, йәмәғәткә ифтар ҡылдырыуға үҙ өлөшөн индереп, сауап алып ҡалырға ниәтләнгәндәргә лә үҙ маҡсатына ирешергә форсат бар.

(89273273556  номеры картаға бәйле, Рәмил Фәрит улы Б. тип сыға). Ҡатын-ҡыҙҙар тәмлекәстәр бешереп алып килһә, бик хуп һәм сауаплы эш.

Ифтарға ауылдарҙан имамдар киләсәк, һәр бер райондаш килә ала – сикләүҙәр юҡ.

Маҡсатыбыҙ – Аллаһ ризалығына өлгәшеү, йәмәғәттә берләшеү, динебеҙҙең матурлығын күрһәтеү, кеше күңеленә иман орлоҡтары сәсеү.

Ифтарға рәхим итегеҙ, йәмәғәт!

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: