Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель , 11:15

Батырҙарҙың рухын шатландырып

Изге рамаҙан айында Байназарҙағы “ Өмөт” мәсетендә МХО барышында батырҙарса һәләк булған егеттәребеҙҙең ата-әсәләре, яҡын туғандары  райондың “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт ярҙамы фондының район етәксеһе Гөлзиә Нәҙир ҡыҙы Көнәфина идеяһын тормошҡа ашырып, район ветерандар советы менән берлектә  ҙур ифтар үткәрҙе.

Батырҙарҙың рухын шатландырып
Батырҙарҙың рухын шатландырып

 Шатлыҡты, бүлешһәң, арта, ҡайғыны, уртаҡлашһаң, кәмей, ти халыҡ – ошоно иҫәпкә алып, һынаулы, борсоулы осорҙо бер-береһенә иң ҡуйып үткәреүҙе маҡсат итеп,  ҡайғылаш, рухташ яугир әсәйҙәре, үҙҙәренең чатын булдырып, хәл-әхеүәлдәрен белешешеп, бергә ойошоп йәшәүе менән дә көслө – Аллаһ ярҙамынан, сабырлыҡтан ташламаһын.

Тәүҙә “Өмөт” мәсетенең имам-хатибы Данияр хәҙрәт Буранбаев инеш вәғәз менән сығыш яһаны, батыр яугирҙарыбыҙ әсәләренә берҙәмлектәре, ошондай матур һәм сауаплы сара үткәреүҙә теләктәшлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе: “ Изге рамаҙан айында , ураҙа айының һуңғы көндәрендә ошондай матур башланғыс менән  сығыш яһауығыҙға рәхмәт.Бөгөн Аллаһ йортона йыйылып, ғәзиз уландарығыҙ рухына Ҡөрьән бағышлатыуға, күмәк доға ҡылырға йыйылыуығыҙ – үҙе изге, сауаплы эш. Тормош һынауһыҙ булмай. Динебеҙ   ошондай һынау осорҙарын бергә-бергә үтеү еңелерәк, көс тә – берлектә, йәмәғәттә, тип өйрәтә. Йәмәғәттә берләшһәк, һынау-ҡайғыларға бирешмәбеҙ, иншәә Аллаһ! Ҡоштоң-ҡошо тупҡа тупланып осһа ғына үтер юлын яңғыҙ үткәндән әллә күпмегә еңеләйтә. Аллаһы Тәғәләне зекер итеп кенә, Аллаһы Тәғәләне иҫкә алып ҡына һеҙҙең йөрәктәрегеҙ тынысланыр, тиелә Ҡөрьәндә лә. “Аллаһтың ебенә күмәкләшеп тотоноғоҙ һәм айырылмағыҙ”-, тиелә Ҡөрьәндең “ Әлү- Ғимран” сүрәһенең 103-сө аятында. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!”

Артабан күңелдәре яралы атай-әсәйҙәрҙең күңелдәрен имләр һүҙ менән Байназар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Нуриман Әминев, район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев, Байназар ауылының ветерандар советы рәйесе Сәғит Алтынбаев, райондың “Ғаилә” үҙәге психологы Мәҙинә Аратовалар сығыш яһаны.

Данияр хәҙрәт мәрхүмдәр рухына Ҡөрьән бағышлап, доға ҡылдырғандан һуң, әсәйҙәр хәйер-саҙаҡа таратты.

Ауыҙ асыу мәле еткәс, йәмәғәт егеттәрҙең ата-әсәләре әҙерләгән һый-ниғмәттән ауыҙ итеп, ифтар ҡылды. Аҡшам намаҙын уҡып алғас, һыйлы табын дауам итте. Аят ашына ҡорбан ите лә ҡушылғас, аш телде йоторлоҡ булды.

Эйе, ана шулай изге айҙа, изге эштә тағы берләште, берҙәм һәм ныҡ йәмәғәткә ойошто яугир егеттәребеҙҙең әсәләре, аталары, туғандары.

Берҙәмлектә  - көс һәм еңеллек икәненә инандырҙы был матур сара.

Батырҙарҙың рухын шатландырып
Батырҙарҙың рухын шатландырып
Батырҙарҙың рухын шатландырып
Батырҙарҙың рухын шатландырып
Батырҙарҙың рухын шатландырып
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: