Аллаға шөкөр, йылдан-йыл ураҙа тотоусылар, намаҙға баҫыусылар, динебеҙ ҡанундары буйынса йәшәүселәр күбәйә. Быйыл ураҙа тотоусылар бигерәк тә күп, хатта уҡыусы балалар ихлас ураҙа тота.
Ифтарҙар - үҙе бер байрам. Уларҙа ҡәрҙәшлек, туғанлыҡ бәйләнеше нығый, дин тураһында белмәгәндәрҙең күңеленә ойотҡо һалына, күпме матур доғалар ҡылына, теләктәр теләнә!
Класташыбыҙ, Иҫке Монасип ауылы ағинәйе, ҡул эштәре (ҡорама ҡорау, сергетыш , бәйләм һ.б. оҫтаһы) Миңлегөл Бикмәтова (Мөхәмәтйәнова) кисә райондың төрлө ауылдарында донъя көткән, әле тырышып ураҙа тотоп йөрөгөн бер төркөм класташ ҡыҙҙарын ифтарға саҡырып алған.
Ифтар ҙа, класташтар осрашыуы ла бергә булған, иң мөһиме. Оҫтабикәнән бүләккә матур ултырғыс түшәктәре алып ҡыуанған 55-те үткән класташтар! Матур идея, изге ниәттең бойомға ашыуы был. Ураҙаларыбыҙ ҡабулдарҙан булһын, йәмәғәт!