-Өләсәй, тағы выборы буламы ул?
- Ниндәй выборы? Һайлау була.
-Главаны һайлау буламы, тейем?
-Киләсәктә буласаҡ. (Республика башлығынмы, район етәксеһен күҙ уңында тотамы икәнен аңламаным, әлбиттә).
-Шунда мине лә апарырһың әле. Минең барғым килә.
-Нишләп унда барғың килә һуң?
-Мин главаға, кешеләрҙең курить итеүен туҡтатығыҙ, тип әйтәйем тигәйнем.
Бына һиңә – мә! Асҡан ауыҙым әҙерәк ябылмай торҙо хатта.
Шул ғына бала һайлауҙар ваҡытында наказдар бирәләр икәнен ҡайҙан белгән, тиһең...
-Ярай, алып барырмын, - тигән яуап яңғыраны, ахыры, минең яҡтан... Ә “курить итеүгә” килгәндә... аптрак инде. Глава бойороғо менән генә туҡтай торған нәмә түгел икәнен әлегә аңлап етмәйҙер инде бала.
Бер олоно, бер кесене тыңла, тип бушҡа әйтмәгәй икән халыҡ мәҡәле...