Әбү Һөрәрәнән, Аллаһ унан риза булһын, еткерелә: бер мәл мәсетте ҡарап, тәртипкә килтереп, иҙәнен һепереп торған негр (йәки негритянка) үлеп китә. Пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм , теге күренмәгәс, уның хаҡта һораша. Ул үлеп ҡалды бит, тип еткерәләр уға. Ошо хәбәрҙе ишеткәс, пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, хатта ҡысҡырып ебәрә:” Һеҙ ниңә миңә был хаҡта әйтмәнегеҙ? Миңә уның ҡәберен күрһәтегеҙ!”-тип.
Һәм ул әлеге кешенең ҡәберенә бара һәм йыназа уҡый. (Бохари, 47-се бүлек, 269 (458-се) хәҙис).
Кейекбай ауылының имам-хатибы Фәнил хәҙрәт Мырҙағолов та бер көн редакцияға фото тотоп килгән. Мәсетте ҡарап, тәрбиәләп, йылытып тороусы апалы-һеңлеле Исламова Сания Нәбиулла ҡыҙы менән Асия Нәбиулла ҡыҙы Ғәбитоваларҙың һүрәте булып сыҡты ул.
“ Апайҙарға шул хәтлем рәхмәтлемен – Аллаһ Раббыбыҙ уларҙан риза булһын – һыуыҡ мәлдәрҙә мәсеткә алмашлап ут яғалар, ҡарап-тәрбиләп торалар. Уларға Рәхилә Хәйруллина, Айһылыу Ырыҫҡолова, Гөлдәр Хәйруллиналар ҙа ихлас ярҙам итә. Үҙҙәре йома, тәрәүих намаҙҙарын ҡалдырмаҫҡа тырыша. Мәсеттә үткән бер өмәнән ҡалмайҙар. Аяҡ-ҡулдары һыҙлауһыҙ булһын, ике донъяның рәхәте насип булһын!”-ти имам-хатиб Фәнил Фәхретдин улы.
Һүҙеңә – ҡеүәт, тиергә ҡала уға.