Улар был наградаға «балалар тәрбиәләүҙәге ҡаҙанышы, ғаилә ҡиммәттәрен, традицияларын һаҡлауға һәм нығытыуға индергән ҙур өлөшө өсөн лайыҡ булды», тиелә документта.
Асия Әхмәт ҡыҙы Шафиҡова (Аҡъюлова) уҡытыусылар ғаиләһендә тыуа һәм үҙе лә ғүмер буйы балаларға белем бирә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уның педагогик хеҙмәт стажы — 36 йыл.
Ивний Вәхит улы Шафиҡов — билдәле ғалим-умартасы, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, умартасылыҡ буйынса китаптар авторы.
Республикала «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы 2014 йылда булдырылды. Был юғары наградаға йыл һайын урындағы үҙидара органдары тәҡдим иткән ун ғаилә лайыҡ була.