Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март , 11:20

Фытырҙы ҡасан, кемгә һәм күпме бирергә?

Ошо һорауҙарға яуап – райондың имам-мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зариповтан:

Фытырҙы ҡасан, кемгә һәм күпме бирергә?
Фытырҙы ҡасан, кемгә һәм күпме бирергә?

 “РФ Мосолмандарының диниә  назараты 15 февралдәге ултырышында 2024 йылғы рамаҙанда нисек ураҙа тотоу , фытыр саҙаҡаһы, фидиә (һаулыҡ торошо йәки ҡартлыҡ сәбәпле ураҙа тота алмағандар өсөн ) , зәкәт (нисабы билдәле күләмгә етһә, байҙар түләй торған аҡса-мал) буйынса фәтеүә сығарҙы.

Фытыр саҙаҡаһының күләме 2024 йылда  аҙ килемле  кеше башына -  150 һумдан   (финик, арпа, бойҙай, йөҙөм һәм сахих хәҙистәрҙә телгә алынған аҙыҡ-түлектең уртаса хаҡынан сығып иҫәпләнгән).

Уртаса килемле кеше башына – 800 һум,  байҙар өсөн  йән башына – 1200 һумдан.

Фидиә саҙаҡаһының (етди сәбәптәр арҡаһында ураҙа тота алмаған кешеләр өсөн) - минималь күләме  - көнөнә 350 һумдан, ай буйы тота алмаһа, ошо сумманы 30-ға (рамаҙан айындағы көндәр һанына) ҡабатлай (10500 һум)  һәм мохтаждарға түләй. Был сумма һәр кешенең  шәхсән тәүлегенә күпме суммала аҙыҡ-түлек ҡулланыуына ҡарап, үҙгәрергә мөмкин.

Быйыл мотлаҡ түләй торған зәкәт (байҙар,хәллеләр өсөн) зәкәт күләме – 497 000 һумдан.

Фытыр саҙаҡаһын мәсеткә ураҙа ғәйетенә бармаҫ борон биреп ҡуйыу шарт, сөнки ул ғәйет намаҙына тиклем үтәлә торған бурыс. Ғәйет намаҙынан һуңға ҡалһа ла биреү кеше елкәһендә бурыс булып ҡала, әммә ул саҡта сауабы кәмей. Фытыр саҙаҡаһы ваджиб ғәмәл. Һәр бер азат кеше (ҡол булмаған) бирергә бурыслы. Ғаилә башлығы һәр ғаилә ағзаһы (хатта сабый бала өсөн дә) бирергә бурыслы. Ҙурайған (айырым ғаилә булған) балалар үҙҙәре өсөн үҙҙәре түләй. Фытырҙың шарты бар – нисаб күләме( күпмелер дәрәжәлә байлығы) булмаһа, ул үҙе фытыр алырға хоҡуҡлы.

Фытырҙы бирерлек мохтаж кеше тапһа, кеше алданыраҡ шуға биреп ҡуйһа ла була. Фытыр саҙаҡаһын алырға лайыҡлы категориялар:

1.Фәҡирҙәр – кемдең бер көнлөк ризығы бар 2.Меҫкендәр – кемдең бер көнлөк тә ризығы юҡ. 

  1. Мосафирҙар – өйөндә саҡта бай булһа ла, сәфәрендә берәй нәмәгә тарып, аҡсаһы юҡ. 4.Аллаһ юлында йөрөүселәр – Аллаһ ризалығы өсөн ниндәйҙер изге эште финанслаусылар йә шул эш менән булыусылар (мәҫәлән, хәйриә эштәре, етемдәргә, ҡарттарға, инвалидтар йортона ярҙам итеү, ауыр сирҙәргә тарыусыларға , дауаханала ныҡ сирләп ятыусыларға ярҙам , һуғыш осоронда ғәскәр йыйыу өсөн һ.б.)5. Шәкерттәр – дини уҡыу йорттарында уҡыусыларға өҫтөнлөк бирелә.6. Саҙаҡа йыйыусылар – зәкәт йыйусыларға түләнә.7. Ҡолдарҙы азат итер өсөн (шөкөр, хәҙерге заманда ҡол биләүселек юҡ, әммә Ер шарының бәғзе төбәктәрендә һаҡланған) . Дингә яңы ғына килеп йөрөгәндәргә   (саҙаҡа уларҙың иманын нығытыуға булышлыҡ итһен һәм матди яҡтан ярҙам булһын өсөн).

Фытыр саҙаҡаһы кемдәргә бирелмәй: үҙеңдең ата-әсәңә, олатай- өләсәйеңә, үҙеңдең ул-ҡыҙыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә.

 Бер туғаның (апайың, ағайың, һеңле, ҡустың )айырым ғаилә булып йәшәй икән, мохтажлыҡ кисерһә, уларға фытыр бирергә  була.

Тағы: фытырҙы ҡайҙалыр ҡырҙағы кешегә биреүгә ҡарағанда, үҙең йәшәгән  урында (ошо ерлектә) йәшәгән кешегә биреү хәйерле.

Фытырҙың, зәкәттең шарты – уны берәйһенә тапшырыу. Зәкәт, фытыр саҙаҡаһына мәсет төҙөргә ярамай, сөнки мәсеттәр – Аллаһ йорттары, кеше затынан эйәһе юҡ. Шуға кешегә ярҙам итеп ҡыуандырыу яҡшы. Әгәр мохтаж кеше тапмаһалар, мәсеткә тапшырһындар, ул саҡта мәсеттәр баяғы 7 категория кешеләрен табып, шуларға өләшеүҙе бурыс итеп ала.”

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: