-5 °С
Болотло
Сәхлдән, Аллаһ унан риза булһын, еткерелә, пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, әйткән:” Ысынбарлыҡта, Йәннәттә “ Әр –Раййан” тигән ҡапҡа бар. Ҡиәмәт көнөндә унан тик ураҙа тотоусылар ғына инер, башҡалар инмәҫ. Уларға әйтелер: “ Ҡайҙа ураҙа тотоусылар?” Һәм улар ҡалҡынып торорҙар. “Һәм был ҡапҡанан ураҙа тотоусыларҙан башҡа кеше инмәҫ, улар инеп бөткәс, был ҡапҡалар ябылыр һәм унан берәү ҙә инә алмаҫ”.
(Бохари, 1-се том, “ Ураҙа китабы”, 2-се бүлек, 397-се бит, 855 (1896)-се хәҙис.
Һәр кемебеҙгә ниәтләгән ураҙаларын имен-аман тотоп бөтөргә, Аллаһ ризалығына, сауаптарына ирешергә, ошо хәҙистә әйтелгән Әр-Раййан ҡапҡаларынан Йәннәткә инергә яҙһын, иншәә Аллаһ!