Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март , 12:05

Аманат тапшырып ҡайттылар йәки ДНР-ҙа Бөрйәндең егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!

Бөрйән районы МХО-ға сираттағы  гуманитар ылауын оҙатҡайны. Бына район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов менән район ветерандар советы рәйесе Олег Марс улы Ғәлиевтар  ылауҙы шәхсән үҙҙәре оҙатып алып барып (ике водитель – Рәмил ағай Минһажев һәм Илнур Хәмиҙуллин менән), төрлө позицияларҙа булып, яҡташтарыбыҙға халыҡ аманатын үҙ ҡулдары менән тапшырып ҡайтты, Аллаға шөкөр!

Аманат тапшырып ҡайттылар йәки ДНР-ҙа Бөрйәндең егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!
Аманат тапшырып ҡайттылар йәки ДНР-ҙа Бөрйәндең егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!

“ Тәүҙә Луганск йүнәлешенә булды сәфәребеҙ. Унда Даян Мурзин исемендәге батальонға, үҙебеҙҙең егеттәргә, үҙҙәре  һораған ГАЗ -66 автомашинаһын һәм байназарҙар эшләгән күсмә мунсаны алып барып тапшырҙыҡ.

Аҙаҡ матди-техник тәьминәт подразделениеһында ғы яҡташтарға посылкалар тапшырҙыҡ.

Өсөнсө йүнәлешебеҙ ДНР биләмәһенә булды. Ундағы бер ҡалала район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы егеттәргә райондың Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбенең аманат ҡурайын тапшырып, яҡташ яугир менән бергәләшеп “ Бөрйәндең егеттәре” көйөн уйнап ишеттерҙе – барыһы таң ҡалып тыңланы!

Артабан икенсе ҡалаға юлланып, посылкалар тараттыҡ. “Башкир” позывнойлы яҡташ подразделениеһына ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Ғәзиз Миңлеәхмәт улы менән миңә, ураҙала булғасбыҙ, ифтар ашатып, танкта йөрөттө. Рәмил Минһажев хатта танкта үҙе йөрөп ҡараны. Артабан “ Бөрйән” позывнойлы яҡташ үҙенә алып ҡайтты, унда ялан мунсаһында  мунса инеп, сәй табыны артында гәпләшеп ултырҙыҡ, позициялағы ялан палаткаһында ҡундыҡ. Таң менән  “Бөрйән” беҙгә хәләл ризыҡтар менән сәхәр ашатты. Ҡайтышлай тағы бер нөктәгә туҡталдыҡ. Сәфәребеҙ, шөкөр, имен-аман үтте, халыҡтың аманат әйберҙәрен  тапшырып, изге рамаҙан айында изге эш эшләп ҡайта алыуыбыҙға ифрат шатбыҙ.

Күңелде һөйөндөргәне – беҙҙең Бөрйән егеттәре бер ҡайҙа ла һынатмай, бирешмәй – рухтары юғары, ихтыяр көстәре ныҡ,  ысын ир-азаматтарса хеҙмәт итәләр, уларға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм тыуған яҡтарыбыҙға имен-һау  һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтырға яҙһын”, -ти Олег Марс улы.

Аманат тапшырып ҡайттылар йәки ДНР-ҙа Бөрйәндең егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!
Аманат тапшырып ҡайттылар йәки ДНР-ҙа Бөрйәндең егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!
Аманат тапшырып ҡайттылар йәки ДНР-ҙа Бөрйәндең егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!
Аманат тапшырып ҡайттылар йәки ДНР-ҙа Бөрйәндең егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!
Аманат тапшырып ҡайттылар йәки ДНР-ҙа Бөрйәндең егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!
Аманат тапшырып ҡайттылар йәки ДНР-ҙа Бөрйәндең егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!
Аманат тапшырып ҡайттылар йәки ДНР-ҙа Бөрйәндең егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!
Аманат тапшырып ҡайттылар йәки ДНР-ҙа Бөрйәндең егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!
Аманат тапшырып ҡайттылар йәки ДНР-ҙа Бөрйәндең егеттәре “Бөрйәндең егеттәре”н ҡурайҙа һыҙҙыртҡан!
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: