Исламға бүләк Изге Рамаҙан айында алдағы йомала Мәскәүҙәге Йәмиғ мәсеттә тапшырыласаҡ.
Исламға бүләк Изге Рамаҙан айында алдағы йомала Мәскәүҙәге Йәмиғ мәсеттә тапшырыласаҡ.
Ислам “Крокус Сити Холл” концерт залының гардеробында эшләгән булған. Үҙе әйтеүенсә, эшкә урынлашҡанда барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә ғәҙәттән тыш хәл осрағына инструктаж үткәргәндәр. Теракт ваҡытында үҫмер тап шул инструктаж буйынса эш иткән. Эвакуациялауҙы үҙ контроле аҫтына алып, кешеләрҙе тар ғына аралыҡтан – хеҙмәткәрҙәр йөрөй торған урын аша хәүефһеҙ урынға алып сыҡҡан.
(Фото Интернет селтәрендәге асыҡ сығанаҡтан алынды).