Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Март , 09:05

“Артабан да башҡорт милләтенең рухлы ҡыҙҙары булып ҡалырбыҙ”, ти Инзирә

Әбйәлил районының Асҡар мәҙәниәт йортонда Урал аръяғы башҡорттарының "Ҡомартҡы" йәштәр этник мәҙәниәт форумы үтте. Унда Бөрйәндән (Иҫке Собханғолдан) ҡул эштәре оҫтаһы Инзирә Баязитова (Ишморатова) ҡатнашты. Инзирә Ильяс ҡыҙы үҙенең тәьҫораттары хаҡында бына нимәләр һөйләй.

“Артабан да башҡорт милләтенең рухлы ҡыҙҙары булып ҡалырбыҙ”, ти Инзирә
“Артабан да башҡорт милләтенең рухлы ҡыҙҙары булып ҡалырбыҙ”, ти Инзирә

-Беҙ ҙә ул саранан ситтә ҡалманыҡ, барып, күреп, ҡатнашып, өлгө алып ҡайттыҡ.
Мин генә барһам да, беренсенән, Нурзилә менән ҡул эштәребеҙ уртаҡ, икенсенән, ул балаларҙы көтөп ҡалмаһа, был сараға барып булмауы көн кеүек асыҡ ине һәм дә өсөнсөнән, атайҙың беҙҙең шөғөлдәребеҙҙе һәр саҡ хуплап, ярҙам итергә әҙер тороуы ла иңдәргә ҡанат ҡуя, кисә лә, атай алып барҙы был рухи сараға.
Шәжәрә яҡлау, үҙ шөғөлдәребеҙ менән таныштырыу ҡыҙыҡлы һәм иҫтәлекле үтте. Баһалама ағзаларының, йәй көнө һөйләгән, шәжәрә буйынсағы эшләйһе эштәремде иҫләп, һорап тороуҙары булһынмы, һабын эше менән ихлас ҡыҙыҡһынып, брошкаларыбыҙҙы оҡшатып, заказ эшләрбеҙ,телефон номерҙарығыҙҙы бирһәгеҙ ине,тип әйтеүҙәре лә, һәр береһенең йылы һүҙе, киләсәктә тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә этәргес, тағы ла яңы матур һәм рух арттырыр көскә эйә булған эштәр эшләрбеҙ тибеҙ, Алла бойорһа!
Һабындарҙы нисек эшләү хаҡында ҡыҙыҡһыныусылар ҙа күп кенә булды, Әбйәлил һатып алыусыларына һабындарҙың файҙаһы һәм шифаһы тейһен, ҡыуанып тотонһондар тигән теләктәбеҙ.
3-сө урын алып, киләсәккә пландар ҡороп, башҡаларҙың эштәрен күҙәтеп, үрнәк алып, алға маҡсаттар ҡуйып ҡайттыҡ😍
Әйткәндәй, конкурста ҡатнашыусыларҙың араһынан миңә генә, (сара ойоштороуға ярҙам итеүселәрҙән башҡа) Республика халыҡ ижады үҙәгенең рәхмәт хаты тапшырылды.
Беҙ шатбыҙ, артабан да башҡорт милләтенең рухлы ҡыҙҙары булып, үҙ тамырҙарыбыҙҙы барлап, ижад итеп йәшәргә тырышырбыҙ, - ти Инзирә.

Афарин, Инзирә! Киләсәктә лә уңыштарың менән һөйөндөрөп торорға яҙһын!

(Инзирә Баязитованың сәхифәһендәге фотолар һәм мәғлүмәттәр файҙаланылды).

“Артабан да башҡорт милләтенең рухлы ҡыҙҙары булып ҡалырбыҙ”, ти Инзирә
“Артабан да башҡорт милләтенең рухлы ҡыҙҙары булып ҡалырбыҙ”, ти Инзирә
“Артабан да башҡорт милләтенең рухлы ҡыҙҙары булып ҡалырбыҙ”, ти Инзирә
“Артабан да башҡорт милләтенең рухлы ҡыҙҙары булып ҡалырбыҙ”, ти Инзирә
“Артабан да башҡорт милләтенең рухлы ҡыҙҙары булып ҡалырбыҙ”, ти Инзирә
“Артабан да башҡорт милләтенең рухлы ҡыҙҙары булып ҡалырбыҙ”, ти Инзирә
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: