Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март , 09:25

Ғәҙәттә, таксистарҙы әрләйҙәр...

Минең Өфөгә таксиҙа йөрөгәнем юҡ тиерлек ине. Быйыл бер нисә тапҡыр баш ҡалабыҙға таксиҙа барып ҡайтырға тура килде. Бәлки, насип булды, тиергәлер.

Ғәҙәттә, таксистарҙы әрләйҙәр...
Ғәҙәттә, таксистарҙы әрләйҙәр...

Ғәҙәттә, таксистарҙы әрләйҙәр. Ә минең маҡтағым килә. Бик ипле, иғтибарлы, ихтирамлы, кешелекле егеттәр тура килеп торҙо миңә. Мәлендә генә өйҙән килеп алып, бара торған ергә илтеп ҡуйҙылар. Ҡайтырға кәрәк булғанда ла, хатта үҙем шылтыратҡан таксиста урын булмағас, үҙҙәре үк иптәштәренә хәбәр итеп, 5-10 минут эсендә урын табышып та бирҙеләр.

Булған ереңдән килеп алыуҙары, кәрәкле ереңә илтеп ҡуйыуҙары бигерәк уңайлы. Нимә генә тиһәк тә, үҙебеҙҙең егеттәрҙең такси хеҙмәте ойоштороп, йоҡлар йоҡоларын ҡалдырып, беҙгә уңайлыҡтар тыуҙырырға, ғаиләләрен аҫрар өсөн аҡса эшләргә тырышып йөрөүе маҡтауға лайыҡ. Ә бит Бөрйән менән Өфө араһындағы юл ябайҙан түгел – бейек-бейек тауҙар, боролоштар бик күп... Йәнә... эске менән булышҡан ялҡау кешеләр урыны түгел был хеҙмәт. Ҡоро руль бороу ғына ла түгел. Кешеләр менән эшләгәс, яҡшы мөнәсәбәт ҡора белеү ҙә бик мөһим.

Кешегә мөнәсәбәттәре һуң әле беҙҙең егеттәрҙең... “Апай” ҙа “апай” тип матур итеп мөғәләмә итәләр. Мәҫәлән, Динислам тигән егет юлда бер нисә тапҡыр, апай, һыуыҡ түгелме, һыуыҡ булһа, әйтегеҙ, йәме, тип хәлде һорашып барҙы.

Үҙем бик рәхмәтле булып ҡалған бер нисә водитель егеттең исемдәрен дә атап китәйем: Динислам, Азамат, Марат, Рәзиф.

Әйткәндәй, таксистар араһында теләктәшлек тә көслө икән – беҙ ултырып ҡайтып килгән такси водителе элекке хеҙмәттәшенең өйө янып китеүен ишетеп, дауахананан ҡайтып барғанында Булгаковола туҡтап торған бәләгә тарыусыға аҡса ла тоттора һалып китте. Ҡайһы тиклем оҙон юлда көнө буйы ураҙа тотоп ҡайтты үҙе.

Уларҙы бөгөн билдәләнеүсе таксистар көнө менән ҡотлайым һәм юлдарының имен булыуын, үҙҙәренә, ғаиләләренә сәләмәтлек, донъяларына бәрәкәт теләйем. Юлдарығыҙға Хызыр Ильяс юлдаш булып торһон, егеттәр! Һеҙ халыҡҡа бик кәрәкһегеҙ. Барыр ерҙәрегеҙгә имен-аман барып етеп, ғаиләләрегеҙ янына гел ҡыуанышып ҡайтып торорға насип итһен Раббыбыҙ! Әмин!

Яҡты йөҙ, изгелекле күңел ярты иман, үҙе ҙур саҙаҡа икәнен бер ваҡытта ла онотмағыҙ.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: