Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март , 16:25

Изге эшкә урын табыла

Бөгөн редакцияға райондың  балалар табибы, район үҙәк дауаханаһының  балалар бүлексәһе мөдире Рәйсә Мазһар ҡыҙы Әминева шылтыратты: “ Беҙҙең район үҙәк дауаханаһының балалар бүлеге коллективының ҡыуанысының сиге юҡ – изге рамаҙан айында Бөрйән мөслимәләре (эшҡыуар Саимә Ғүмәрова идеяһы һәм тырышлығы менән атҡарылған эш) шул хәтлем кәрәкле, ҡиммәт бүләктәр алып килеп ҡыуандырҙы. Ошо шатлыҡты барыһы менән уртаҡлашҡыбыҙ, изге эш эшләп, беҙҙе һәм ауырыуҙарҙы ҡыуандырыусы “Тәсниим” йәш мөслимәләр иттифағына (етәксеһе Вәзимә Ғәбитова), үҙебеҙҙең эшҡыуарҙар Юлмөхәмәтовтарға (Фәнис, Регина)  барыбыҙ исеменән рәхмәт әйтке килә”, -тине.

Изге эшкә урын табыла
Изге эшкә урын табыла

Ысынлап та, ҙур һәм изге эш башҡарған йәш мөслимәләр – дауахананың балалар бүлексәһенә өр-яңы һыуытҡыс, автомат кер йыуыу машинаһы, термопот һәм микроволновка алып биргән – Аллаһ риза булһын!

Ошо изге эштең башында тороусы Саимә һылыуға мөрәжәғәт итәбеҙ:

“Теге аҙнала бәпәй ауырып, беҙҙе дауаханаға һалып ҡуйҙылар. Бөтәһе 4 көн ятып сыҡтыҡ. Беҙҙең менән бер үк ваҡытта бәләкәй балалы бер нисә әсәй ята ине. Ул балалар шул коридорҙа уйнайҙар,  йә телефон тотоп ултыралар. Мин дә бәпәйҙе нисек әүрәтергә  белмәй,  элекке уйын бүлмәһен ҡарап ҡуйҙым, әммә ләкин унда карауаттар ултыртылған ине, сөнки кеше күбәйһә,  урын етмәй, тинеләр. Мин тәүҙә балалар өсөн уйынсыҡ балаҫ кеүек нәмәләр алғанда инде,  йыйым иғлан итеп, тип уйлағайным, әммә шул буш бүлмәләр булмау сәбәпле,  ул эш килеп сыҡманы. Шунан медсестраға әйттем, йыйым иғлан итһәк, һеҙгә тағы нимәләр кәрәк, тип (улар һоранып ултырмай бит инде).

Шул уҡ ваҡытта үҙем дә күҙәтеп йөрөнөм. Килтергән аш-фәләнде йылытырға бер нәмә лә юҡ. Һәр береһе тимер сеүәтә һөйрәп йөрөй алмай бит. Ҡатнашма (смесь)  имеҙгән әсәйҙәр ҙә бар.

 Минең  интернетта аудиториям  ныҡ шәп, шөкөр. Үҙемдең яҡындарым, туғандарым, мөслимә әхирәттәрем, таныш булған, таныш булмаған да кешеләрем, клиенттарым, райондаштарым менән ныҡ ғорурланам, һоҡланам! Һайт тигәнгә тайт, тиергә генә торалар! Бөтәһе лә тиерлек идеямды күтәреп алды. Бында Бөрйән генә түгел, минең  бар аудиториям да ҡатнашты. 100 һумдан башлап 2 меңгә тиклем аҡса күсереүселәр булды, шөкөр. Бәләкәй генә нәмә алырбыҙ,  тигән инек, микроволновканы Юлмөхәмәтовтар бүләк итеп биргәс, термопоттан да аҡса артҡас, автомат кер йыуыу машинаһын алырға булып киттек. Кеше аҡса күсерҙе лә күсерҙе. Шулай итеп, һыуытҡысты ла уйлай башланыҡ. Шул ваҡытта бер мөслимә әхирәтем "Технойорт" хужаһы Сыңғыҙ Ырыҫбаев менән һөйләшеп, улар шул ике әйберҙе үҙ хаҡына алып ҡайтып бирергә булдылар. Тиҙ генә заказ алып, алып ҡайтып, ирем Раян  бына бөгөн алып барып та ҡуйҙы ул нәмәләрҙе.

 Аллаһтың ҡөҙрәте шул хәтлем иҫ китмәле!!!

Беҙ, әлбиттә, пиар өсөн эшләмәнек был эште. Күптәр миңә маладис та маладис,  тип яҙа. Шуныһы уңайһыҙ.  Мин сәбәпсе генә. Рамаҙан айында  башҡаларҙы  сауаплы эш эшләргә  этәреп, Аллаһ ризалығы өсөн  тырышлыҡ һалыу ғына.

 Ошондай эштәрҙе ныҡ яратам. Кемдәргәлер ярҙам итеү миңә көс бирә. Киләсәктә лә ошондай изге эштәрҙе бергә-бергә  эшләрбеҙ, тип уйлайым. Форсаттан файҙаланып,  оло  эште йырып сығыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә  Раббыбыҙ бөтмәҫ бәрәкәт, иман байлығы, сәләмәтлек, оҙон ғүмер насип итеүен теләйем. Аллаһ ризалығы өсөн эшләгән эштәребеҙ ҡабул булһа ине – ошо ғына теләк...”

Изге эшкә өндәгән кеше шул эште эшләгән һымаҡ сауапҡа ирешер, тиелә хәҙистә (Мөслимдән риүәйәт).

Эш башында торған Саимәгә лә, “Тәсниим”дең изге күңелле мөслимәләренә лә, дауаханала ятыусы балаларҙың, әсәләрҙең хәлен еңеләйтергә ярҙам итеүсе  һәр саҙаҡа өлөшө индереүсегә лә, эшҡыуар Юлмөхәмәтовтарға ла (улар тағы ла небулайзар бүләк итте) Аллаһтың рәхмәте яуһын!

Изге эшкә урын табыла
Изге эшкә урын табыла
Изге эшкә урын табыла
Изге эшкә урын табыла
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: