Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март , 12:00

Байназарҙар МХО-ға мунса эшләгән

Йәки сираттағы ылау МХО-ға юлланырға әҙер!

Байназарҙар МХО-ға мунса эшләгән
Байназарҙар МХО-ға мунса эшләгән

Изге рамаҙан айында ҡылған изгелектәргә сауаптарҙың күпләп артыуын беләбеҙ – Аллаға шөкөр, изгелектә ярышыуҙан төңөлмәй беҙҙең халыҡ – “Айыҡ ауыл 2024” республика конкурсында ҡатнашып, сара артынан сара үткәреп, эш өҫтөнә эш атҡарған байназарҙар ошо айҙа МХО-лағы яҡташ яугирҙәргә тағы бер мунса әҙерләгән .

 Афарин, ҡулығыҙҙан һөйөнөгөҙ, тиергә генә ҡала уларға. Ә МХО-лағы егеттәребеҙҙең барыһына ла тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын.

Егеттәрҙең эш барышы менән район ветерандар советы чатында район ветерандар советы рәйесе Олег Марс улы Ғәлиев таныштыра килде. Мунса әҙер булып,  район үҙәгенә килтерелгән.

Бөрйән районы халҡынан яугирҙәргә сираттағы ылау әҙер. Бөгөн район ветерандар советы рәйесе О.Ғәлиев, уға ярҙам итергә килгән шәхси эшҡыуар Данил Кәримов, ДРСУ егеттәре  Руслан Аллағолов, Фәнил Мырҙабаев, Илшат Шәмиғолов, Ғәзим Баязитов, Йәмил Капаровтартар фураға мунса менән ГАЗ-66 машинаһын тейәү менән мәшғүл.

Ылау менән китәсәк башҡа әйберҙәр тейәлергә сират көтә. Сираттағы ылауҙы МХО-ға оҙатыуға һәр яҡлап ярҙам иткән, аҡсалата, кәрәк-яраҡ менән үҙ өлөшөн индергән һәр райондашҡа рәхмәт – изге рамаҙан айында сауаптары насип булһын, ти Олег Марс улы.

Ылау тәғәйен кешеләргә имен-аман, теүәл барып етеп, яҡташтарыбыҙҙың мәнфәғәтенә яҙһын, Алла бирһә!

Байназарҙар МХО-ға мунса эшләгән
Байназарҙар МХО-ға мунса эшләгән
Байназарҙар МХО-ға мунса эшләгән
Байназарҙар МХО-ға мунса эшләгән
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: