Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март , 11:15

Мәһәҙейҙәр әүҙем

Мәһәҙейҙәр һәр ваҡытта ла һәр эштә әүҙем – ауылдаштарыма һоҡланмау мөмкин түгел! Бына кисә 1634-се һайлау участкаһында  83 кеше Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙарҙа  тауыш биргән дә инде.

Мәһәҙейҙәр әүҙем
Мәһәҙейҙәр әүҙем

Беренселәрҙән булып һайлау участкаһына ғүмер буйы ауыл мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән, әле Байназар Урта мәктәбенең Яуымбай филиалы етәксеһе урынбаҫары булып эшләгән, район башҡорттары ҡоролтайы сәркәтибе, район ҡатын-ҡыҙҙар советы президиумы ағзаһы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова, ауылдың ветерандар советы рәйесе Солтан Басир улы Хәсәнов һәм ауыл активисы, оҙаҡ йылдар туған мәктәбендә уҡытыусы булып эшләп, әле ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләүсе  Баязит Ғәбдинур улы Сәйәховтар килеп, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәп тә ҡуйған.

Ауыл өсөн янып-көйөп йөрөгән ир-уҙаман, районыбыҙҙың иң уңған һәм алдынғы фермеры,  Афғанстанда интернациональ бурысын үтәп ҡайтҡан Фәнис Мотаһар улы Сәйәхов хәләл ефете Алһыу менән беренселәр рәтендә үҙ тауышын биргән.

Беренсе тапҡыр һайлауҙарҙа ҡатнашыусы Ишемов Линар Ғилемдар улы ла һайлауҙың тәүге көнөндә тауыш биреүҙе хуп күргән.

Мәһәҙейҙәр әүҙем
Мәһәҙейҙәр әүҙем
Мәһәҙейҙәр әүҙем
Мәһәҙейҙәр әүҙем
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: