Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март , 12:25

Беренсе тапҡыр һайлағандар

Ҡолғананың был ике аҫыл егете менән һылыу ҡыҙы үҙ ғүмерҙәрендә тәүге тапҡыр һайлауҙарҙа ҡатнашҡан – Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙарҙа ҡатнашыуҙың ниндәй мөһим эш, яуаплылыҡ икәнен аңлай йәштәр, шуға ла Айытбаев Байегет Буранбай улы, Мөхәмәҙиев Фәнгиз Фирғәт улы, Ғайсина Таңһылыу Йәлил ҡыҙы тәүге көндә үк үҙ гражданлыҡ позицияһын белдергән.

Беренсе тапҡыр һайлағандар
Беренсе тапҡыр һайлағандар

1648-се Ҡолғана һайлау участкаһы комиссияһы рәйесе Ғәлиә Вәлиева әйтеүенсә, кисә 64 һайлаусы һайлау участкаһына килеп үҙ тауышын биргән, бөгөн 10:30 сәғәткәсә 6 кеше һайлауҙа ҡатнашҡан.

“Ауылыбыҙҙың иң оло һайлаусыһы – ауыл аҡһаҡалы, ауылдың абруйлы ир-уҙаманы Ирғәле апа Вәлиев,  уның улы Рәшит ағай менән килене Зилара Рәүф ҡыҙы ла кисә үк һайлап ҡайтты”, -ти Ғәлиә Ғәйфулла ҡыҙы.

Беренсе тапҡыр һайлағандар
Беренсе тапҡыр һайлағандар
Беренсе тапҡыр һайлағандар
Беренсе тапҡыр һайлағандар
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: