Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март , 10:00

ГТО - заман һынауы

Райондағы ойошма-предприятиелар коллективтары араһында ГТО нормаһын тапшырыу буйынса ярыш бара,тиһәк тә хата түгел.

ГТО - заман һынауы
ГТО - заман һынауы

ГТО тапшырыу үҙәге етәксеһе Азамат Ағзам улы Ырыҫҡолов әйтеүенсә, кисә район мәшғүллек үҙәге, “Атайсал” АНО ЦСОН-ы, “Ғаилә “ үҙәге хеҙмәткәрҙәре һынау тотҡан.

 “Төрлө һынау төрҙәрендә яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүселәр бихисап: Иҫке Монасиптан социаль хеҙмәткәр  Буранова Зәлиә Әхтәм ҡыҙы яҡшы әҙерлек менән килгән – оҙонлоҡҡа һикереү, кәүҙәне күтәреүҙә (пресс) уға етеүсе булманы, турникта күтәрелеүҙә Дәүләтшина Гөлйемеш Дауыт ҡыҙы ал бирмәне, оҙонлоҡҡа һикереүҙә Науразбаева Гөлсибәр Фазыл ҡыҙы  иң шәбе булды, йөҙөүҙә Малакаева Гүзәлиә Шамил ҡыҙы һәйбәт һөҙөмтә күрһәтте, атышта Хәйруллина Маргарита Ришат ҡыҙы иң мәргәне булды”, -ти Азамат Ағзам улы.

Спорт менән дуҫ булыу, сослоҡ-мәргәнлек, һәр заман форма тотоу,  теләһә ниндәй һынау алдында ҡаушап ҡалмау – заманыбыҙға үтә лә кәрәк сифаттар. Гүзәл зат вәкилдәренең ошо сифаттарға ынтылыуы  - үҙе матур күренеш.

ГТО - заман һынауы
ГТО - заман һынауы
ГТО - заман һынауы
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: