Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март , 16:15

Һайлауға изге теләктәр юллап

1654-се Баҙал һайлау участкаһында 15.50 сәғәткә тиклем 215 һайлаусы ҡатнашҡан. Тауыш биреүселәр әүҙем генә. Баҙалдағы иң йәш һайлаусыларҙың береһе - Батыр Мөхәмәтҡолов. Ғаилә менән һайлауға килеүселәр араһында Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты Илдар һәм уның тормош иптәше Зилә Ғайсиндар ҙа бар. 

Һайлауға изге теләктәр юллап
Һайлауға изге теләктәр юллап

-Гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәргә килдек. Һайлауҙарҙан ҡалғаныбыҙ юҡ. Илдә тыныслыҡ булһын, ир-егеттәребеҙ махсус операциянан имен-һау ҡайтһындар, башҡа бармаһындар ине. Илебеҙ тағы ла алға барһын, үҫешһен. Башлыҡтарҙың аҡыллы, аңлы булыуҙарын теләйбеҙ, халыҡ та һайлауҙарға аңлы рәүештә барһын, ҡатнашһын, - тигән теләктәрен белдерҙеләр Ғайсиндар.

Һайлауға изге теләктәр юллап
Һайлауға изге теләктәр юллап
Һайлауға изге теләктәр юллап
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: